Фомин Фёдор Антонович

(Фомин Федор Антонович битенән йүнәлтелде)

Фёдор Антонович Фомин (17951848) — рус архитекторы; Дон Ғәскәре өлкәһе архитекторы.

Фомин Фёдор Антонович
Төп мәғлүмәт
Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Тыуған көнө

1795({{padleft:1795|4|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы, Дон Ғәскәре өлкәһе

Вафат көнө

11 август 1848({{padleft:1848|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})

Вафат урыны

Рәсәй империяһы, Дон Ғәскәре өлкәһе

Хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары
Работал в городах

Дондағы Ростов, Новочеркасск

-

Биографияһы

үҙгәртергә

1795 йылда Дон Ғәскәре казагы ғаиләһендә тыуған, аҙаҡ Новочеркасск казагы булып китә.

Новочеркасск гимназияһында уҡый. Артабан белем алмай. 1811 йылда Санкт-Петербургтан Новочеркасск ҡалаһына эшкә ебәрелгән күренекле баш ҡала архитекторы Руска Алоизий Ивановичтең ярҙамсыһы була. Был эшендә Фёдор Антонович яҡшы һабаҡ ала — «граждандар архитектураһын ижади һәм практик яҡтан» өйрәнә. Новочеркасскта Фомин казак хеҙмәтенә инә һәм 1813 йылда урядник дәрәжәһенә лайыҡ була.

1817 йылдан Фёдор Фомин инде үҙаллы, ирекле архитектор сифатында, хәрби хеҙмәттә эшләй: «при войсковых работах, сочинял для карантина казённого планы и фасады и занимался партикулярными храмов божиих и домов строениями». 1819 йылдан башлап билдәле Егорлык карантинын төҙөй. 1820 йылда, аҙаҡ Икенсе Дон округының үҙәге булып киткән Түбәнге Чир станицаһы өсөн план төҙөй. 1820—1824 йылдарҙа ул Новочеркасскта сиркәүҙәр, хәрби һәм шәхси йорттар төҙөүҙә ҡатнаша.

1823 йылда ул хорунжий беренсе казак офицер дәрәжәһе ала, ә икенсе йылына — Новочеркасск ҡала архитекторы вазифаһы ала. 1826 йылда Фомин подполковник В. И. Миллер менән бергә Воскресенский ғәскәри соборҙың торошон тикшерә һәм уға капиталь ремонт кәрәклеге тураһында доклад тапшыра. 1833 йылда сиркәүгә капиталь ремонт үткәрелә. 1827—1848 йылдарҙа Фёдор Антонович Фомин Дон Ғәскәренең ғәскәри архитекторы вазифаһын биләй, шулай уҡ Ғәскәри төҙөлөш комиссияһының ағзаһы булып тора.

Фомин Новочеркасскта төҙөлгән Вознесенский соборына иғтибар итә. 1828 йылда ул ҡоролманың көньяҡ стенаһында барлыҡҡа килгән ярыҡты тикшерә һәм ул ҡурҡыныс тыуҙырмай тигән һығымта яһай. Ошо уҡ йылда архитектор Новочеркасскта таш Александр-Невская (Александровская) сиркәүен төҙөү өсөн план, смета, фасад проектлай. Икенсе йылына проектты император Николай I раҫлай. Әммә был проект тормошҡа ашырылмай.

1828 йылда Ф. А. Фомин сотник, 1833 йылда — есаул дәрәжәһе ала, ә 1842 йылда — ғәскәри старшина булып китә. 1843 йылдың 11 октябрендә Новочеркасск статистика комитеты уны үҙенең ағза-корреспонденты итеп һайлай.

Дон архитекторы 1848 йылдың 11 авгусында (иҫке стиль буйынса) вафат була.

Коллежский асессор ҡыҙы Анна Андреевнаға өйләнә, уларҙың никахы Санкт-Петербургтың Рождественская сиркәүендә була. Уларҙың балалары:[1]

  • Анна (1830 йылдың 16 ғинуарында тыуған);
  • Иван (1832 йылдың 5 ғинуарында тыуған), Петербургта сәнғәт Академияһын тамамлай һәм атаһы юлынан китә;
  • Павла (1841 йылдың 26 ғинуарында тыуған);
  • Никандр (1843 йылдың 24 сентябрендә тыуған), ғүмерен медицинаға арнай;
  • Ольга (1846 йылдың 19 июнендә тыуған);
  • Леонила (1848 йылдың 9 ғинуарында тыуған);
  • Николай (тыуыу датаһы билдәле түгел).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә