Флор һәм Лавр сиркәүе (Пролетарск)

Флор һәм Лавр сиркәүе — Ростов өлкәһе Пролетарск ҡалаһында төҙөлгән православие сиркәүе. Иртә христианлыҡ осоронда изге ыҙа сигеүселәр Флор һәм Лавр хөрмәтенә төҙөлгән. Мәскәү Патриархатының Ростов һәм Новочеркасск епархияһына ҡарай.

Храм
Флор һәм Лавр сиркәүе
Епархия:

Ростов һәм Новочеркасск епархияһы

Тәүге телгә алыу:

1879

Изге ителгән:

1879

Придел(дар):

Изге Флор һәм Лавр иҫтәлегенә

Ҡомартҡылар:

изгеләрҙең һөйәк өлөштәре: «Апостол Варнава», «Преподобный Иов Почаевский», Святитель Тихон иконаһы, «Мәскәү һәм бөтә Рәсәй патриархы » иконаһы, «Блаженный Павел Таганрогский» иконаһы.

Тарих үҙгәртергә

Ғибәҙәтхана беренсе тапҡыр 1879 йылда телгә алынған[1], шул ваҡытта сиркәү йорто изгеләндерелгән. Сиркәү иртә христианлыҡ осоронда ыҙы сигеүсе Флор һәм Лавр хөрмәтенә төҙөлгән.

1955 йылда сиркәү йорто «Мир» кинотеатрына әүерелдерелгән. Быға ҡарамаҫтан, урындағы христиан йәмғиәте үҙ эшен дауам иткән. Уның аҡсаһына элекке казак йорто һатып алынған. Был йортто хоҙайға табыныу йортона әйләндергәндәр. 1989 йылда яңы сиркәү йорто төҙөү өсөн йорт ҡураһы торған ер һатып алғандар. Төҙөлөш 1993 йылға тиклем дауам иткән. Уны Ростов һәм Новочеркасск митрополиты Владимир изгеләндергән. Сиркәүҙә йәкшәмбе мәктәбе асылған.

Хәҙерге ваҡытта боронғо сиркәү төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булып һанала һәм уны яңынан аяҡҡа баҫтырыу буйынса эштәр алып барыла.

Изге әйберҙәр үҙгәртергә

Сиркәү территорияһында бер нисә изге әйбер бар: «Апостол Варнава» иконаһы һәм уның изге һөйәк өлөштәре, «Преподобный Иов Почаевский» иконаһы «Святитель Тихон, Патриарх Московский и всея России» иконаһы «Блаженный Павел Таганрогский иконаһы»[2].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Пролетарск|Церковь Флора и Лавра. sobory.ru. Дата обращения: 2 февраль 2017.(урыҫ.). sobory.ru. 2 февраль 2017 тикшерелгән.
  2. Храм Мучеников Флора и Лавра, г.Пролетарск | наш приходской сайт (рус.). hramflora-lavra.cerkov.ru. Дата обращения: 2 февраль 2017.