Фитингоф йорто — 1788—1790 йылдарҙа Медицина коллегияһы президенты Ф.И. Фитингоф өсөн рус классицизмы стилендә архитектор Джакомо Кваренги проекты буйынса төҙөлгән[1]. Бина Санкт-Петербург үҙәгендә, Адмиралтейская проспекты һәм Гороховая урамы мөйөшөндә урынлашҡан[2].

Фитингоф йорто
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Архитектор Джакомо Кваренги[d]
Архитектура стиле русский классицизм[d]
Обитатель Музей политической полиции России[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Фитингоф йорто Викимилектә

 
Санкт-Петербург башлығы йорто. XX быуат башы асылмаһында

XVIII—XIX быуаттар

үҙгәртергә

1786 йылда йорт урынлашҡан участканы Екатерина II генерал-майор А.П. Ермоловҡа бүләк итә. 1788 йылда Ермолов ерҙе Медицина коллегияһы президенты И.Ф. Фитингофҡа һата. Уның заказы буйынса архитектор Д Кваренги йорт төҙөй (ҡала йортоноң баҡсаһы булмай, әммә ихата менән). 1792 йылда И. Ф. Фитингофтың вафатынан һуң йорттоң киләһе хужаһы граф А.Н. Самойлов, Г. А. Потемкиндың туғаны була. 1804 йылда йорт ҡаҙнаға һатып алына һәм 1804—1805 йылда уны архитектор А.А. Михайлов үҙгәртеп ҡора. 1804 йылда йортҡа Санкт-Петербург хакимиәте күсә, һәм бина Губерна йәмәғәт урындары йорто кеүек билдәле була.

1820 йылда был губерна йәмәғәт урындарында декабристар эшләй: 1821 йылдың ғинуарынан 1824 йылдың мартына тиклем был бинала енәйәт палатаһы заседателе булып К.Ф. Рылеев эшләй, ә 1823 йылда енәйәт судының Петербург палатаһында И. И. Пущин хеҙмәт итә.

1830 йылда бында Губерна идаралығы, Ҡаҙна палатаһы, Енәйәт суды палатаһы, Гражданлыҡ суды палаталары, Өйәҙ һәм земство суды, Йәмәғәт опекаһы приказы, Губерна ер үлсәүсеһе һәм уның һыҙым бүлмәһе, Губерна типографияһы, аҡса келәттәре, губерна идаралығы архивтары, Ҡаҙна һәм суд палаталары, гауптвахта, ҡулға алыу бүлмәләре, шул иҫәптән ҡатын-кыҙҙар өсөн, чиновниктар һәм кесе хеҙмәтләндереү персоналы фатирҙары, шулай уҡ Губерна рекрут йәмәғәте (1831—1874) һ. б. урынлаша

1870 йылдарҙа йорт Петербург ҡала башлығының милкендә була, был осорҙа йортҡа тағы бер ҡат, ихата яғынан бишенсе ҡат өҫтәлеп төҙөлә. 1877—1880 йылдарҙа капиталь ремонт үткәрелә (архитекторы К. К. Андерсон). 1876 йылда бында хәрби губернатор йортонан Николай Чудотворец сиркәүен күсерәләр. Бинала йәмәғәт тыныслығын һәм хәүефһеҙлеген һаҡлау буйынса бүлек урынлаша. Бина ихатаһында ҡулға алыу камералары була, унда 1900 йылда Владимир Ульяновты (Ленин) һәм О. Ю. Цедербаумды (Мартов) урынлаштыралар.

1905 йылда бында халыҡтың күпләп сығыш яһауын баҫтырыу планлаштырыла. Бинала урынлашҡан йәмәғәт хәүефһеҙлеген һәм тәртипте һаҡлау бүлеге идаралығы (1906—1909, етәксеһе А. В. Герасимов) сәйәси эҙәрлекләү үҙәге булып тора

Революциянан һуң

үҙгәртергә

1917 йылда Февраль революцияһы ваҡытында генерал С. С. Хабалов Петроград ҡалаһы башлығы А. П. Балк ҡала башлығы бинаһынан ҡаршылыҡ күрһәтергә маташа, әммә ул тормошҡа ашмай.

Октябрь революцияһынан һуң бинаны контрреволюция һәм саботажға ҡаршы көрәш буйынса 1918 йылдың 10 мартына тиклем бөтә Рәсәй ғәҙәттән тыш комиссияһы биләй (ВЧК), уларҙың етәксеһе Ф.Э. Дзержинский була [3]. Бында Дзержинскийға арналған мемориаль таҡта ҡуйылған. 1974—1990 йылдарҙа бинала шулай уҡ Дзержинскийҙың музей-кабинеты урынлашҡан[4].

1920 йылдарҙа йортта граждандар эштәре буйынса комиссия урынлаша, уның менән К. Е. Ворошилов етәкселек итә.

1918 йылда ВЧК-ның Мәскәүгә күскәндән һуң Петроград ғәҙәттән тыш комиссияһы ойошторола, уның рәйесе М.С. Урицкий, һуңынан Глеб Иванович Бокий була. 1922 йылда Берләштерелгән Төп сәйәси идаралыҡ ойошторола, уға ЧК функциялары ла ҡушыла. 1934 йылға тиклем бинала Ленинград милиция идаралығы урынлаша (ОГПУ-ның Ленинград бүлексәһе). Уның Литейный проспектына күскәндән һуң бина торлаҡ йорт булып ҡала[5].

1970—1980 йылдарҙа — Төп Ленинград төҙөлөшө, планлаштырыуҙың автоматлаштырылған система идаралығы, төҙөү һәм төҙөлөштө көйләү контроле һәм үҙәк диспетчерлыҡ бинаһы. 1994 йылдан бында Рәсәйҙең сәйәси тарихы — сәйәси полиция тарихы музейы (мемориаль экспозиция).

Архитектураһы

үҙгәртергә

Дүрт ҡатлы йорттоң фасадтары классик стилдә башҡарылған. Йорттоң төп фасады Адмиралтейство яғына ҡарай, уның үҙәк өлөшөн 10 колоннанан торған колоннада менән ризалиттар бүлә. Инеү урынында, өсөнсө ҡат кимәлендә — фигуралы балясиналар менән кәртәләнгән балкон. Ихата яғынан цоколь ҡаты плита, урам яғынан гранит менән тышланған. Икенсе ҡаттың тәҙрәләре биҙәлгән, өсөнсө ҡаттағы тәҙрәләрҙең өҫтөндә тура кәрниздәр формаһында сандриктар.

Йорт Санкт-Петербург тарихи үҙәге ансамблен булдырыуҙа мөһим роль уйнай — Рәсәй императоры Александр I һорауы буйынса Фитингоф йортоноң композиция элементтарының бер нисә рәте Һарай майҙанындағы Төп штаб бинаһында Карл Росси тарафынан һәм Исаакий майҙанындағы Лобанов-Ростовский йортонда Огюст Монферран тарафынан ҡулланыла. Батшаның үтенесе Санкт-Петербург үҙәк майҙандары ансамбленең архитектура йөҙөндә ыңғай йоғонто яһай[6].

Бинала бер нисә үҙенсәлекле интерьер һаҡланып ҡалған, атап әйткәндә, беҙҙең көндәргә тиклем үҙгәрешһеҙ тиерлек XVIII быуат вестибюле килеп еткән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Пилявский, 1981
  2. Распоряжение № 10-635 «Об утверждении границ и режима использования территории объекта культурного наследия регионального значения “Дом А. Б. Фитингофа”». Комитет по государственному контролю, использованию и охране памятников истории и культуры (3 октября 2014). Дата обращения: 25 ноября 2019.
  3. Дом И.Ф. Фитингофа. opeterburge.ru.
  4. Мир Петербурга, 2005
  5. Мир Петербурга, 2005, с. 49
  6. Расположение здания. Дом со львами. Дата обращения: 9 октябрь 2012. Архивировано 19 октябрь 2012 года.
  • Яковченко Р. Н. Улица Дзержинского. — Л., 1974.
  • Пилявский В. И. Джакомо Кваренги. — Л., 1981.
  • [{{{ссылка}}} Фитингоф йорто] — энциклопедии Санкт-Петербурга. А. Д. Марголис
  • Фитингофа дом // Санкт-Петербург. Петроград. Ленинград: Энциклопедический справочник / Ред. коллегия: Белова Л. Н., Булдаков Г. Н., Дегтярев А. Я. и др.. — М.: Большая Российская Энциклопедия, 1992.
  • Синдаловский Н. А. От «Чрезвычайки» на Гороховом до «Большого дом» на Литейном // История Петербурга / глав. ред. Полторак С. Н.. — Нестор, 2005. — № 6 (28). — С. 49—55.