Фистина йорто (Таганрог)
Фистина йорто — Таганрогтағы боронғо йорт (Грек урамы, 65). 1992 йылдың 18 ноябрендәге 301 -се ҡарарға ярашлы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәниәт мираҫы объекты
Фистина йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Таганрог |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Йорт тарихы
үҙгәртергәИке ҡатлы йорт XIX быуаттың икенсе яртыһында төҙөлгән.
Йорттоң хужалары һәм уларҙың туғандары билдәле. Башта йорт сауҙагәр ҡатын Фистина Аннаға ҡараған, һуңынан уның вафатынан һуң бина уның вариҫтарына күскән. XX быуаттың 70-се йылдар аҙағында йорт шатбс-капитан С. Пекуневичтың ҡатынына ҡарай, һуңынан уны Курск мещаны Тычинин Василий һатып ала. 1890 йылдар аҙағында йортҡа бишенсе артиллерия бригадаһының өсөнсө батарея поручигы Петр Евграфовичтың ҡатыны Людмила Николаевна Лукина хужа була
1910 йылдың 7 ноябрендә Никольский сиркәүендә 45 йәшлек губерна секретары, дворян Александр Петрович Даниловтың һәм вафат булған полковник Грековтың илле өс йәшлек тол ҡатыны Антонина Домиановнаның никахлашыуы була. Антонина Домиановна 1910 йылда Лукиндарҙан йортто һатып ала. 1910 йылда был йортта Таганрог хәйриә йәмғиәтенең секретары Герман Эммануилович Штейнфинкель фатирҙа йәшәй.
Граждандар һуғышы йылдарында бинаны Петр урамындағы булка магазины хужаһы Бруль Греппер һатып ала. Совет власы йылдарында йорт национализациялана.
Архитектура үҙенсәлектәре
үҙгәртергәФасад яғынан биш тәҙрәһе бар. Тура мөйөшлө тәҙрәләр өҫтө бөҙрә таштар менән биҙәлгән. Ҡат араһында кәрнизе бар. Ҡыйығы дүрт яҡлы, төп инеү урыны өҫтөндә металл япма бар. Икенсе ҡаттың тәҙрәләре өҫтөндә тура мөйөшлө сандриктар ҡуйылған[1].
1992 йылдың 18 ноябрендәге 301-се ҡарарға ярашлы төбәк әһәмиәтендәге мәҙәниәт мираҫы объекты
Әҙәбиәт
үҙгәртергәГаврюшкин О. П. По старой Греческой... (Хроника обывательской жизни). — Таганрог: Лукоморье, 2003. — 514 с. — ISBN 5-901565-15-0.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Таганрог. Греческая улица, 65 2019 йыл 18 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Архитектура Л. В. Глазычев. Энциклопедия. — М.: Дизайн. Мәғлүмәт. Картографія; Астрель; АСТ, 2002. — 672 с. — ISBN 5-17-005418-1.