Филоненко Виктор Иосифович

Филоненко Виктор Иосифович (19 ноябрь 1884 йыл — 30 сентябрь 1977 йыл) — тел ғалимы, этнограф, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1908—1915 йылдарҙа Өфөләге ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы уҡытыусыһы, тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәтенең етәксеһе. Башҡорт, марый, удмурт, сыуаш халыҡтары тарихын, этнографияһын, телен һәм фольклорын өйрәнеү менән шөғөлләнә. Филология фәндәре кандидаты (1938), профессор (1938).

Биографияһы үҙгәртергә

Виктор Иосифович Филоненко 1884 йылдың 19 ноябрендә Тула ҡалаһында тыуа. 1908 йылда Санкт-Петербург университетының тарих-филология факультетының көнсығыш телдәре һәм славян-рус бүлексәһен тамамлай. Шул уҡ йылда Өфө ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында педагогика, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай. 1908 йылда Өфө ҡалаһында тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәтенең етәксеһе була, башҡорт, марый, удмурт, сыуаш халыҡтарының тарихын, этнографияһын, телен һәм фольклорын өйрәнеү менән шөғөлләнә. 1915 йылдан алып Симферополь ҡалаһының ирҙәр гимназияһында, Ҡырым дәүләт университетында, Ҡараҡалпаҡ, Пятигорск педагогия институттарында уҡыта. Башҡортостандың тарихы һәм мәҙәниәте тураһында йыйған шәхси китапханаһын Башҡорт АССР-ының Дәүләт китап палатаһына бүләк иткән.

Китаптары үҙгәртергә

  • У язычников-инородцев Уфимской губернии. Уфа, 1914;
  • Башкиры. Уфа, 1915.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Биобиблиографический словарь отечественных тюркологов. Дооктябрьский период. М., 1974.
  • Библ.: Фонд Филоненко. Библиографический указатель. Уфа, 1990.

Һылтанмалар үҙгәртергә