Филипп-Ирап Красноборский Троица монастыры
Филипп-Ирап Красноборский Троица бушлығы (монастыры) — Рус православие сиркәүенең ғәмәлдәге монастыры. Был монастырь Кесе Ирап шишмәһенең Андога йылғаһына ҡойған урынында хvi быуат башында нигеҙләнгән.
Филипп-Ирап Красноборский Троица монастыры | |
Нигеҙләү датаһы | 1512 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Зелёный Берег[d] |
Епархия | Череповецкая епархия[d] |
Входит в состав списка памятников культурного наследия | список объектов культурного наследия: Кадуйский район[d] |
Мираҫ статусы | объект, обладающий признаками объекта культурного наследия[d][1] |
Филипп-Ирап Красноборский Троица монастыры Викимилектә |
История
үҙгәртергәКадуй районы территорияһындағы иң әһәмиәтле тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора. Монастырь монах Филипп-Ирап тарафынан xvi быуат башында нигеҙләнгән.
1537 йылға тиклем, преподобный Филипп вафат булғандан һуң, монастырҙың ерҙәре һәм ҡоролмалары тулы көсөнә эшләй башлай. 1538 йылдың башына монастырь бушай, әммә бер нисә монах бында йәшәй һәм хужалыҡ эшмәкәрлеге алып бара. Билдәле булыуынса, батша Иван Грозный монастырға Колпи, Суд һәм Андога йылғаларында балыҡ тоторға балыҡлы урындарҙы бүләк иткән.
Фетнә ваҡытында, литва көсө менән монастырь талана һәм яндырыла. Янғын ваҡытында ағас ҡаралты, китаптар юҡҡа сыға шулай уҡ шәкерте Герман яҙған Филиптың житиеһы ла яна. 1660-сы йылдарҙа Филипп иҫтәлегенә батша Алексей Михайлович Романов бойороғо буйынса уның Яңы житиеһы яҙыла. 50 йыл самаһы монастырь ерҙәре буш тора.
1668 йылда бында яңы монахтар килеп төпләнә һәм улар монастырҙы әүҙем рәткә килтерә башлай. Xvii быуатта монастырҙың булыуы тураһында Новгород тирәһендә билдәле була. Изге Филиптың ҡеүәтле мәйете Изге Троица таш сиркәүендә тора, ул 1699 йылда элекке ағас сиркәү урынынында төҙөлә. 1828 йылда Филипп-Ирап ерләнгән урында хөрмәтенә сиркәү ҡанаты төҙөлә. 1911—1917 йылдарҙа монастырь менән игумен Леонид (Молчанов) етәкселек итә, 1918 йылда ул атыуға дусар була. Октябрь революцияһы алдынан бында егерме монах һәм уларҙың руханийы иеромонах Алипий була[2].
1927 йылға тиклем монастырь үҙ эшмәкәрлеген тормошҡа ашыра. Совет власы ныҡлап урынлашҡас, монастырь бинаһында психоневрологик интернат урынлаштырыла. Интернат ябылыуҙан һуң, был урын ташландыҡ хәлгә килә.
Хәҙерге заман
үҙгәртергә1996 йылда монастырь территорияһы һәм ундағы ҡаралтылар Вологда епархияһына кире ҡайтарыла. 2000 йылда Изге Патриарх Алексий II фатихаһы менән бында преподобный Филипп-Ираптың ҡеүәтле мәйете килтерелә. Тәре тотоп йөрөү барышында изге ҡеүәт Совет урамындағы часовняға күсерелә һәм хәҙерге ваҡытта унда тора.
2016 йылдың майынан алып монастырь территорияһында реставрация эштәре алып барыла. Тергеҙелгән өлөштәрендә даими ғибәҙәт ҡылыуҙар башҡарыла. 2019 йылда преподобный игумен Леонид (Молчанов), Ирап игумены хөрмәтенә бәләкәй генә сиркәү изгеләндерелә.
2018 йылдың 7 мартында, Рус православие сиркәүенең Изге Синоды ҡарарына ярашлы бында Вологда өлкәһе Кадуй районының Зеленый Берег ҡасабаһында Филипп-Ирап Изге Троица ирҙәр монастыры асыла. Монастырҙың игумены итеп иеромонах Иов (Чернышев) тәғәйенләнә[3].
Хәҙерге ваҡытта монастырь — таш комплекс, уның боронғо бойницалы стеналары һәм емерек хужалыҡ ҡаралтылары бар. Бина йылға ярында тора. Әйтерһең дә, ике Ирап йылғалары һыуының өҫтө һәм йәшеллеккә күмелгән ярҙары бында тыныслыҡты һәм һиллекте һаҡлап тора[4].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Список объектов культурного наследия Кадуйского района, не внесенных в реестр регионального, местного (муниципального) значения (с сайта админстрации района)
- ↑ Филиппо-Ирапская пустынь: материалы к истории. - Кадуйский районный центр народной традиционной культуры и ремесел . Дата обращения: 7 ноябрь 2020. 2020 йыл 4 ноябрь архивланған.
- ↑ Свято-Троицкий Филиппо-Ирапский мужской монастырь, пос. Зеленый Берег / Монастырский вестник . Дата обращения: 7 ноябрь 2020.
- ↑ Филиппо-Ирапский монастырь . Дата обращения: 7 ноябрь 2020. 2020 йыл 26 сентябрь архивланған.