Фекерләшеү:Өшөрә (йылға)

Һуңғы хәбәр: «Сәбәбе» темаһында 6 лет назад элек Гүзәл Ситдиҡова яҙҙы

Ҡатнашыусы:Гүзәл Ситдиҡова, был мәҡәләлә бик ашығыс эшләнгән — эске һылтанмалар юҡ, интервики юҡ, табличка юҡ. Тышҡы һылтанма Уҫманғәле ауылына йүнәлтә. --ZUFAr (әңгәмә) 16:57, 2 декабрь 2017 (UTC)Яуап бирергә

Ашығыс эшләнеүҙә түгел эш, һылтанырлыҡ бары дәүләт реестры, уныһы ла хаталы, йылға хатта Инйәр йылғаһының ҡушылдыҡтары исемлегендә юҡ! Был ҙур ғына йылға, ә үҙенән бәләкәй йылғаға ҡушылдыҡ тип яҙып ҡуйғандар(( СМИ-ҙа шулай уҡ бер ни юҡ. Ә атама бик мөһим, сөнки юл күрһәткестәре тотош Шура тип тора, ә бит ул федераль трассала. Булғанын һалдым, бәлки федуправлениенан яуап килер, хаталарын күрһәтеп яҙҙым.Шунда өҫтәрмен. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 17:05, 2 декабрь 2017 (UTC)Яуап бирергә

  • Уҫманғәле ауылына йүнәлтһә ни, унда бит тап шул йылға атала,Ушура тигән атама, йәғни ауылда аҡҡан йылға иҫәбендә тора. Был тап йылғаның Оло Инйәргә төшөү дәлиле!Мин башҡа бер генә сығанаҡ та тапманым!
  • Табличканы хаталы булған өсөн ҡуйманым! Унда тотош хата мәғлүмәттәр тора!
  • Өшөрә (йылға) һәм Шура (Нуката ҡушылдығы) мәҡәләләрен берләштерергә!тигән фекер менән килешмәйем, сөнки унда бер ниндәй яңылыҡ юҡ, етмәһә Силәбе өлкәһенә үк индереп ебәрелгән. Йылға Елмерҙәктән баш ала ла Уҫманғәлегә килеп етеп, Оло Инйәргә ҡоя--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 17:40, 2 декабрь 2017 (UTC)Яуап бирергә
    Берләштереү бер мәҡәләне ҡалдырып, икенсе мәҡәләне юйыу процедураһы. Юйылған мәҡәләнән ҡалдырылған мәҡәләгә мөмкин булған мәғлүмәтте күсеререргә кәрәк. Ундай мәғлүмәт булмаһа, тимәк берәүһен юйырға ғына ҡала. Шунһыҙ урыҫ телендәге мәҡәлә менән бәйләп булмаясаҡ. Шура (Нуҡата ҡушылдығы) икенсе башҡа йылға түгелме? Росреестр сығанағы бай, әммә хаталары күп. Заманында Әй ҡушылдыҡтарын бер ай тирәһе тәртипкә килтергәйем --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:21, 2 декабрь 2017 (UTC)Яуап бирергә

Юҡ, икенсе йылға түгел, тап шул Өшөрә, минең тыуған ауылымдағы йылға. Белорет яғына барған кеше мотлаҡ күрә - ул Уҫманғәлегә етәрәк трассанан күренә башлай һәм ауылға еткәс һулда Оло Инйәргә барып төшә. Ушур тигән бер йылға бар - Удмуртияныҡы. Нуҡат башҡа бер ҡайҙа ла юҡ.--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 18:27, 2 декабрь 2017 (UTC)Яуап бирергә

Аныҡлау талап ителә үҙгәртергә

Википедиялағы урыҫ телендәге мәҡәлә "Шура (приток Нуката)" тип атала. Ни сәбәп менәндер РФ дәүләт һыу реестрына хата барып ингән. Йылға Нуҡатҡа ҡоймай, ә Оло Инйәргә ҡоя. Оҙонлоғо 11 км тип яҙылыуы ла шик тыуҙыра, сөнки ул ярайһы ҙур йылға.

Нуҡат Өшөрәгә ҡоямы? Был карталарҙа бик үк аныҡ түгел [1] һәм [2]. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:11, 2 декабрь 2017 (UTC)Яуап бирергә

Сәбәбе үҙгәртергә

Сәбәбе йылғаларҙың оҙонлоғонда. Росреестр мәғлүмәте буйынса Нуҡат — 22 км, Өшөрә (йылға) — 11 км. География фәе буйынса ҡайһы йылға оҙонораҡ шул төп йылға иҫәпләнә. Моғайын да Росреестр шуға нигеҙләнп яҙғандыр үҙ мәғлүмәтен. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 19:22, 2 декабрь 2017 (UTC)Яуап бирергә

  • Нуҡат йылғаһы Оло Инйәргә етәрәк ер аҫтына китә һәм Уҫманғәле ауылынан 2 саҡрым самаһы ағым буйынса өҫтәрәк Оло Инйәргә килеп ҡоя. Йәғни, улар параллель тиерлек ағып килеп икеһе лә Оло Инйәргә ҡоя. Өшөрәнең оҙонлоғона ла шикләнәм. Ул ярайһы тулы һыулы, киң генә йылға бит--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 06:20, 3 декабрь 2017 (UTC)Яуап бирергә
  • Урыҫса мәҡәләгә яңынан фекер яҙҙым. Улар ҙа бәлки аныҡлашыр [3]
«Өшөрә (йылға)» битенә кире ҡайтырға.