Фекерләшеү:Һенрих Диңгеҙгиҙәр
«Һенрих Диңгеҙгиҙәр» мәҡәләһе
Википедияның бөтә бүлектәрендә булырға тейеш мәҡәләләрҙең киңәйтелгән исемлегенә керә. Уның үҫеше Башҡорт Википедияһының төп йүнәлеше. Һеҙ «Мириада» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Генрих Мореплаватель» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 18 февраль 2018 |
Исем
үҙгәртергә- Генрих исеме ҡайҙа тағы Һенрих формаһында ҡулланыла ул? --Айсар (әңгәмә) 17:07, 19 февраль 2018 (UTC)
- В Рувики для передачи личных имен и названий (по которым нет авторитетных источников) используют русско-английскую, русско-португальскую и т.п. практическую транскрипцию (ru:Википедия:Транскрипция). --Ryanag (әңгәмә) 05:52, 20 февраль 2018 (UTC)
- А вывод какой? --Айсар (әңгәмә) 06:38, 20 февраль 2018 (UTC)
- Вывод: если нет АИ, то транскрипцию предлагаю дать в скобке в тексте, как обычно делается. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 06:41, 20 февраль 2018 (UTC)
- Шулай уҡ атама буйынса һорау: мореплаватель - диңгеҙгиҙәрме әллә диңгеҙ сәйәхәтсеһеме? Луноход тигәндә айгиҙәр тип алабыҙ, шуға һорайым. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 06:51, 20 февраль 2018 (UTC)
- А вывод какой? --Айсар (әңгәмә) 06:38, 20 февраль 2018 (UTC)
- В Рувики для передачи личных имен и названий (по которым нет авторитетных источников) используют русско-английскую, русско-португальскую и т.п. практическую транскрипцию (ru:Википедия:Транскрипция). --Ryanag (әңгәмә) 05:52, 20 февраль 2018 (UTC)
- Апайҙарҙың әйткән-яҙғандарҙың остоғон да ҡолаҡтарына хатта элмәгәненән сығып, һорауҙы махсус бирҙем. Ғүмер буйы инглиз, нимес исемдәрен "Г" аша яҙып килдек, Башҡорт Википедияһынан башҡа ерҙә әле лә шулай. Беҙ һаман да Википедияның халыҡ ҡулланмаған "үҙ телен яһауҙы" дауам итәбеҙ.
«Диңгеҙгиҙәр», «айгиҙәр» кеүек яңы һүҙ булараҡ, бәлки, артабан йәшәүгә хаҡлылыр?! Мәғәнәһе «диңгеҙ сәйәхәтсеһе»нә лә, «диңгеҙҙә йөҙөүсегә» лә тура килә бит, хата матурыраҡ та! --Айсар (әңгәмә) 07:08, 20 февраль 2018 (UTC)- Һүҙ, әлбиттә, матур, шулай ҙа , бәлки, диңгеҙсе тип алырғалыр? Текстан күренеүенсә, Генрих үҙе диңгеҙҙә йөҙмәгән, уны гиҙмәгән бит. Ул бары тик ойоштороусы ғына --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 07:36, 20 февраль 2018 (UTC)
- Айсар, если на это написание нет авторитетных источников на башкирском, то такое название нужно как-то обосновать. Скорее всего существуют источники по передаче английских и арабских транскрипций на башкирский язык. Для этого в Рувики ввели ru:Википедия:Транскрипция, кто желает у нас тоже в Башвики на основе справочников может разработать подобные инструкции и выставить на голосование для принятия. Иначе такие названия (напр. «Йоһанн») и обсуждения по ним будут бесконечными и бесполезными, пингую заинтересованных участников для ознакомления с данным обсуждением Ишбаев (напр.), Comp1089 (Һенрик), Аҡҡашҡа (Һенрих, Һамбург, Һанновер, Энсһеде), Гүзәл Ситдиҡова (Һенрих, Һейне, Һенриетта, Һамбург, Һидлер, Һюттлер, Йоһанн, Рансһофен, Фишльһам), Alfiya55 (Һенрих,Һертогенбос). --Ryanag (әңгәмә) 03:16, 21 февраль 2018 (UTC)
- Был мәсьәләгә ҡарашым - 50:50. Бер яҡтан, ысынлап та, рус теле аша килеп ингән һүҙҙәр элеккесә ҡулланылһын тигән ҡараштың логикаһы бар. Икенсе яҡтан, сығанаҡ телдәрҙәге өн-хәрефтәр беҙҙә лә булғас, ниңә шулай алмайбыҙ тигән уй ҙа тынғы бирмәй.
Бер ситуацияны килтерәм. Библияны донъя телдәренә тәржемә итеү быуаттар буйы бара, донъя мәҙәниәте шедевры булараҡ та, дини китап булараҡ та, йәһүдтәрҙең тарихына ҡағылышлы сығанаҡ булараҡ та донъяның ҙур-ҙур ғалимдары уның арҡырыһын-буйын өйрәнеп, тикшереп, һәр яҡлап билдәле бер ҡарарҙарға килгән, принциптарын эшләгән. Шул иҫәптән яңғыҙлыҡ исемдәрҙе башҡа телдәргә тәржемә итеү буйынса ла. Иҫке Ғәһед тәүҙә боронғо йәһүд телендә (өлөшләтә арамейса) яҙылып, шунан боронғо грексаға, боронғо римсаға тәржемә ителгән, грексаһынан бер нисә тапҡыр руссаға һ.б. телдәргә ауҙарылған. Шуның өсөн яңғыҙлыҡ исемдәр һәм халыҡтарҙың атамалары танымаҫлыҡ булып үҙгәргән. Библия тәржемәһе эшен ойоштороусылар был һүҙҙәрҙе боронғо йәһүд телендәгесә алырға тәҡдим итә. 2000-дән ашыу һүҙҙән торған бындай һүҙлекте башҡортса ла эшләттеләр. Танылмаҫлыҡ булып үҙгәрҙе һүҙҙәр (мәҫ., Руфь - Руҫ, Аглая - Ғәғлә, Гоморра - Ғамораһ, Вирсавия - Баҫ-Шевағ, еврей - ғиври һ.б.). Әммә башҡорт телендә тарих, география аша электән ингән һүҙҙәрҙе (мәҫ., Евфрат, Дамаск һ.б.) шул көйө ҡалдырырға, Ҡөрьән аша ингәндәрҙе Ҡөрьәндәгесә алырға ҡуштылар. Уларҙың методикаһы әүәл-әүәлдән сығарылған, ҡулланылып килгән, шуға был тәжрибәне иғтибарға алырға мөмкиндер тимәксемен.
Өҫтә беҙ тикшергән һүҙҙәрҙең күбеһе немец теленән ингән, мин дә мәктәптә лә, БДУ-ла ла немецсәне уҡыным, инглизсә белмәйем. Немецсә әйтелеш беҙҙекенә бик оҡшаш, мәҫәлән, Германияла беҙҙең балалар менән самолет ҡолағас, фажиғә урынын гел Юберлинген тип инглиз вариантында һөйләнеләр. Ә ул немецса Үберлиңен тип уҡыла. Беҙҙә лә шулай тип алынһа, бик дөрөҫ булыр ине.
Инеш нәшриәте Донъя классикаһы шедеврҙары тигән серия сығара. Минең дә ул эшкә әҙ генә ҡыҫылышым булды, шуға беләм. Бер нисә китап баҫылып сыҡты, тағы бер нисәһе баҫмаға әҙер ята. Ул тәржемәләрҙә исемдәр оригиналға ярашлы алынды.
Минеңсә, исемдәрҙе, бәлки, оригиналса алыу яғына ауышырғалыр. Ныҡ киң билдәлеләрен, мәҫәлән, шул уҡ Гитлерҙы, элеккесә ҡалдырып, ҡайһыларының йәйә эсендә яңыса яҙылышын да биреп, һирәк осрағандарҙы туранан-тура үҙебеҙсә алып, ҡулланыуға индерә башларғалыр? Alfiya55 (әңгәмә) 04:33, 21 февраль 2018 (UTC)
- Alfiya55 менән килешәм. Бер нисә тапҡыр шундай алыш булып алды инде минең менән дә. Әгәр беҙ телебеҙҙе танып, башҡорт телендәге грамматиканы ҡабул иткән ваҡыттағысаға (әле 100 йыл да юҡ) йәбешеп ятһаҡ, ана шул кимәлдә ҡатып ҡаласаҡ. Админдарыбыҙ урыҫ теле аша ингән варианттарға йәбешеп яталар, ә бит беҙҙең тел мөмкинлектәре күпкә киң. Мәҡәлә исемдәрендә #REDIRECT [[]] тамғаһы менән йүнәлтмә биреп була. Төньяҡ Төрөк Йөмһүриәте тигән атама өсөн күпме ҡаным ҡороно! Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ике вариантта алып, оригиналдағы варианттағыһын йәйәгә алырғамы, әллә урыҫ вариантына ингәненме - шуны килешәйек тә эшләйек. Шунда Зөфәр әйткән ҡыйынлыҡтар ҙа килеп сыҡмаҫ--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 05:24, 21 февраль 2018 (UTC)
- Википедия өсөн сығанаҡ төп критерий булып тора икән, тимәк, әлегә сығанаҡтарға таянабыҙ йәки кемдер Башҡорт Википедияһы өсөн Ryanag тәҡдим иткән вариантты эшләй. Ә оригиналды йәйә эсенә алабыҙ йә lang, йә коммент ҡалыптары аша күрһәтәбеҙ. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 05:43, 21 февраль 2018 (UTC)
- Alfiya55, Гүзәл Ситдиҡова, я резко не выступаю против подобных транслитераций, но если на это нет авторитетных источников его нужно будет как-то обосновать - иначе эти споры будут идти бесконечно. Чтобы решить данную проблему скорее всего необходимо создать инструкции по практической передаче транскрипций с иностранного на башкирский язык по примеру Рувики - ru:Википедия:Транскрипция (например, ru:Англо-русская практическая транскрипция→Инглиз-башҡорт практик транскрипцияһы), а затем выставить на голосование для принятия. Ryanag (әңгәмә) 06:21, 21 февраль 2018 (UTC)
- Ryanag, бик шәп нәмә. Рустарҙың ана күп телдәргә эшләнгән, беҙгә лә шундай ҡулланмалар кәрәк. Үҙенә күрә фәнни эш бит ул, үҫешкән грамматикаһы булған, киң өйрәнелгән һәр тел ғилемендәге мотлаҡ булырға тейешле нәмәләр. Немец-башҡорт транскрипцияһы ла кәрәк, сөнки үрҙә ҡаралған исемдәрҙең байтағы немец һүҙҙәре. Alfiya55 (әңгәмә) 06:44, 21 февраль 2018 (UTC)
- Әллә күпме филолог һәм тәжрибәле тәржемәсе эшләгән РусВики менән ярышыу әлегә урынһыҙ һәм иртәрәк. Бөгөн беҙгә «Википедияға мәҡәлә ниңә яҙыла һуң?» тигән һорауҙан сығып фекер йөрөтөү ҙә етә, сөнки ҡайһы берәүҙәр мәҡәлә һанын һәм уның күләмен төп маҡсат итеп алды. Беҙҙең төп бәлә булған тәржемә сифатына туҡталмайым, һәр мәҡәләлә тиерлек өс һөйләмдән мотлаҡ төҙәтелергә тейешле икеһен төҙәтеүселәр беҙҙә күпме? Юҡ улар. Һуңғы йылда тәжемә ителгән мәҡәләләрҙә ҡайһы бер һөйләмде урыҫсаһын уҡымайынса аңлап та булмай бит. Уҡытыусылар (!) «Википедиялағы текстарҙы уҡыусылар түгел, хатта беҙ бигүк аңлап етмәйбеҙ ҙә ул» тип әйтә бит. Яҙғанымса, был икенсе тема, шулай ҙа бөгөнгө уҡытыусылар кисәге уҡытыусылар тәржемә иткән текстарҙы аңламай икән, уйланырға урын бар. Был ошо биттәге һөйләшеүгә лә ҡағыла: Башҡорт Википедияһына мәҡәләләр артабан уны кемдер тапһын, уҡыһын, файҙаланһын өсөн яҙыла бит, ә һуңғы ваҡытта ҡайһы берәүҙәрсә «мин шунса яҙҙым, тағы шунса яҙам» тип вай һалыр өсөн түгел. Әгәр шул уҡ «Генрих» исемен (һәм башҡа уға оҡшағандарҙы) нәҡ «Генрих» тип яҙып-һөйләп киләбеҙ икән, ниңә Башҡорт Википедияһында кемдер уны «Һенрих» тип эҙләргә тейеш һуң? Тағы ла: Гүзәл апай менән Әлфиә апайҙың телде ҡайғыртыуы миңә лә яҡын, әммә Википедия ғилми баҫма түгел дә инде. Әгәр беҙҙең телсе ғалимдәр һуңғы ваҡытта матбуғатта телдең бөгөнгө торошон, үҫешен тикшергән бер мәҡәлә лә баҫтырмай икән, - бында ла уйланырға урын бар. «Юлдаш»та көн дә яңғыраған «ун сәғәт»кә бер ниндәй иғтибар булмағанда, «Генрих»ты «Һенрих» әйләндерергә күпме тырышлыҡ кәрәкте күҙ алдына килтерегеҙ инде. Ҡыҫҡаһы, Википедияның Ryanag иҫкә төшөргән ҡағиҙәләрен боҙмайыҡ, Башҡорт Википедияһының «үҙ телен» яһамайыҡ әле. --Айсар (әңгәмә) 10:08, 21 февраль 2018 (UTC)
- Һенрих тигәнде, йә, киреһенсә, Генрих тигәнде йәйә эсенә алып була. Шуға күрә уҡыусы аңламаҫ тип уйламайым. Киреһенсә, телебеҙ мөмкинлектәрен күрер. Минең тәржемәләрҙе аңламайҙарҙыр тип уйламайым. Һан артынан да ҡыумайым - бының өсөн ожмахҡа индермәйҙәр шикелле) Башҡа эштәр араһында, урыҫ әйтмешләй, отдых - это смена занятий, булғанда ғына инеп яҙып сығам. Техникаһын да яйлап төшөнәм, яйлап өйрәнәм. Совет осоронда архаизм, милләтселек тип шул тиклем күп һүҙҙәребеҙҙе төшөрөп ҡалдырып, урыҫлаштырыу яғына алып киткәйнеләр. Дөрөҫөн әйткәндә, рәсми материалдарҙы тәржемәһеҙ ҙә урыҫ аңлай ала ине. Википедияны ла совет осоро башҡорт теленә әйләндермәйек инде. Исем варианты ғына мәҡәләләрҙе аңлайышһыҙ итмәй, ә бына стилистика йә яңылыш тәржемә уҡый алмаҫлыҡ итеүе мөмкин. Татарҙа ла күп ул шундай мәҡәләләр. Улар һан артынан ҡыуа. Шуға күрә бер генә мәҡәләләрен дә алып тәржемә иткәнем юҡ. Миңә урыҫ теленән туранан-тура тәржемә итеү оҡшай, машинный тәржемәне лә ҡулланмайым. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 13:15, 21 февраль 2018 (UTC)
- Гүзәл апай! Һеҙҙең һәм Әлфиә апайҙың тәржемәләре тураһында яҙманым. Машинный перевод менән булыусылар күп бит, татарҙан алыусылар ҙа бар. «Генрих-Һенрих»ҡа килгәндә, мәҡәлә исемдәрен нормаль итеп (урыҫса яҙылышта) алырға, ә мәҡәлә тексында (бәлки преамбулала) йәйә эсендә бирергә була. --Айсар (әңгәмә) 17:46, 21 февраль 2018 (UTC)
- Бик ҙур һөйләшеү булған икән. Рәхмәт! Ысынлап та, бәлки, Диңгеҙсе, тип алыр кәрәктер? Г-ны Һ-ға әйләндергәндә, ҡайһы берҙә ҡолаҡҡа уңайһыҙыраҡ яңғырағаны ла бар икән тигән һығымтаға килдем. Ҡыҫҡаһы, урыҫ әйтә алмаған өн беҙҙә, башҡортта, бар, тип күрһәтке килде инде. Аҡҡашҡа (әңгәмә) 16:52, 23 февраль 2018 (UTC)
- Телдең, шулай уҡ Википедияның рәсми ҡабул ителгән ҡағиҙәләре бар, уларҙы бер кем дә килеп кенә үҙгәртергә тейеш түгел бит. Һәр теләкте тормошҡа ашырғансы ниндәйҙер элементар һөйләшеү-килешеү булырға тейештер ул. Википедияны шәхси нәмәгә әйләндереүҙән туҡтайыҡсы, бында яҙылған һәр мәҡәлә дөйөм ҡулланыу өсөн, ә «мин яҙҙым, һин яҙҙың» тип һанап ултырыу өсөн түгел.
«Диңгеҙсе»гә һәм мәҡәләләрҙәге исем-атамаларҙы урыҫсанан тәржемә итеүгә килгәндә, бында төп өлгө — махсус әҙерлекле белгестәр төҙөгән рәсми һүҙлектәр, уларҙан айырмалы тәҡдим-фекер бар икән, ниндәйҙер яңылыҡ индергәнсе, уны һөйләшеп-тикшереү фараз. Дөйөм ҡабул ителгән ҡараш буйынса, кешегә бирелгән ҡушамат (бында ла шулай) мәғәнә яғынан туранан-тура шәхестең эш-фиғылына тап килмәҫкә лә мөмкин. Миҫал өсөн «Ричард I Арыҫлан Йөрәк». «Генрих Мореплаватель» тигәнде ул яҡҡа-был яҡҡа ауҙарыу ҙа кәрәкмәйҙер. «Диңгеҙгиҙәр» тигән матур ғына һүҙ табылған икән, әйҙә ҡалһын. Фекеремде тағы ҡабатлайым: мин «Генрих Диңгеҙгиҙәр» яҡлы. --Айсар (әңгәмә) 12:17, 23 февраль 2018 (UTC)