Фекерләшеү:Ҡумандар
«Ҡумандар» мәҡәләһе
Википедияның бөтә бүлектәрендә булырға тейеш мәҡәләләрҙең киңәйтелгән исемлегенә керә. Уның үҫеше Башҡорт Википедияһының төп йүнәлеше. Һеҙ «Мириада» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Половцы» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 7 апрель 2021 й. |
«Ҡумандар» мәҡәләһе «Вики-яҙ — 2021» халыҡ-ара конкурсы өсөн яҙылды. Ҡатнашыусы Баныу. Мәҡәлә темаһы: тарих. Ил: Рәсәй, Украина һәм Ҡаҙағстан. |
Баныу, Ҡуман түгел, ҡоман, ә Ҡомандар мәҡәләһе бар--Guram52 (әңгәмә) 09:38, 11 апрель 2021 (UTC)
- Guram52,тәҡдим ителгән исемлектән алып яҙҙым,эшләп бөткәс, үҙем дә күрҙем (ҡыпсаҡ-ҡоман бер мәҡәлә икәнен)-"мартышкин труд" булды инде.Топонимия конкурсында ла шундай бер мәҡәлә булғайны,уныһын ярай ваҡытында күрҙем,әле тағы,ҡыҫҡа мәҡәлә булһа бер хәл. --Баныу (әңгәмә) 03:40,11 апрель 2021 (UTC)
- Ҡоман-Ҡуман терминға килгәндә мин уҡыған ғилми хеҙмәттәрҙә- Ҡумандар,тип атала Мәҫәлән,Йәдкәр Бәшәров " Бөйөк Башҡорт иле.Урта быуаттарҙа йәшәүсе урта Волга буйы,Урал һәм көнбайыш Себер халыҡтары" мәҡәләһендә: 1071 йылдан башлап ҡумандар бушап ҡалған урыҫ ерҙәренә туҡтауһыҙ сапҡындар ойоштора. Далала үҙҙәренә ҡаршы торорлоҡ бәшәнәктәр, башҡа төрки ҡәбиләләр ҡалмағас, ҡумандар барлыҡ ғәйрәтен Русҡа ҡаршы йүнәлтә. Урыҫ кенәздәре иһә ҡумандар менән туғанлашырға ынтыла.1094 йылдан башлап урыҫтар менән ҡумандар араһында никах бәйләнештәре барлыҡҡа килә. XII быуаттың 30-сы йылдарында ҡуман урҙаларының көслө берләшмәләре,уларҙың башында торған “бөйөк хандары” барлыҡҡа килә. Урыҫ йылъяҙмаларында ул ваҡытта киң билдәле булған етәкселәр Бонаҡ, Туғархан, Шаруҡан,
хандар Басҡорт (Башҡорт), Үҫен, Бейбарс, шулай уҡ Тудор Сатмазович, Ҡа-раҡош Мнюзович, Ҡара Һаҡай (1159), Ҡулдрағый, Һорнай һәм Көнтәүҙәй(1183, 1190, 1192 й.й.) әйтеп үтелә.--Баныу (әңгәмә) 20:00,11 апрель 2021 (UTC)
Баныу, Бәширов тел белгесе түгел, һәм уны сайтта "ҡомандар" тип төҙәтеп яҙғандар: XII быуатта ҡомандар араһында феодалдар 20 мең, бәшәнәктәр араһында 10 мең булған[1]. Беҙҙең тарихсылар ҡуман тип яҙғаны юҡ, ҡоман тип яҙалар. Мәҫәлән,Ғ. Ҡунафин яҙа: Башҡорт халҡының хәҙерге этник һәм культура йөҙөнөң формалашыуында ҡыпсаҡ-ҡомандар ҙур роль уйнаған[2]
Һәм, ниһайәт, Башҡорт энциклопедияһында:“КОДЕКС КУМАНИКУС” (“Ҡомандар китабы”), ҡоман теле ҡомартҡыһы. [3]--Guram52 (әңгәмә) 16:45, 11 апрель 2021 (UTC)
- Ҡоман - Ҡуман башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең тарихи үҙгәреше, тип иҫәпләйем (боронғо төрки телендә токузу, отуз - хәҙерге башҡорт телендә туғыҙы, утыҙ) о-у-у. «Башҡорт теле» Педагогия училищелары өсөн дәреслек Өфө-1968 й. «Һуҙынҡы өндәрҙең тарихы буйынса ҡыҫҡаса мәғлүмәт» 87-се б.Баныу (әңгәмә) 13:15, 1 май 2021 (UTC)