Фекерләшеү:Яңы Байрамғол
Һуңғы хәбәр: 8 лет назад элек Айсар яҙған
- Маҡтаулы исемдәр буйынса мәғлүмәт өҫтәгәндә иғтибарлыраҡ булһағыҙ ине: Башҡортостан Республикаһы 1992 йылдың 25 апрелендә ғына барлыҡҡа килде, уға тиклемге алынған исемдәр Башҡорт АССР-ыныҡы (БАССР-ҙыҡы)--Айсар (әңгәмә) 16:44, 28 ноябрь 2015 (UTC)
- Башҡортостан Республикаһының дәүләт бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре ошо мәҡәләгә һылтанма ҡуйһаҡ нисек булыр. Миҫал өсөн;
- Ямалетдинова Фәнидә Мөждәбә ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, уҡытыусы.
--Саган (әңгәмә) 16:52, 28 ноябрь 2015 (UTC)
- Булыуын була инде. Киләсәктә ул мәҡәләне тулыландырырға кәрәк, Башҡорт АССР-ы ваҡытын айырым күрһәтеп, элекке премияларға (Ғ. Сәләм, Ш. Хоҙайбириҙин (ике статуслы) һ.б.) һылтанма биреп. Яңы Байрамғолдо ҡарайым да - ауыл хужалығы алдынғыларының күбе БАССР-ҙыҡылыр, "Байрамғол" совхозы гөрләгәндәге, уҡытыусылар шулай уҡ - һуңғы 20-25 йылда (Башҡортостан Республикаһында) бер ауылдан ғына шул тиклем күп исем алыусылар булыуы шикле--Айсар (әңгәмә) 17:28, 28 ноябрь 2015 (UTC)