Фекерләшеү:Ялан Йәркәй

Һуңғы хәбәр: 3 года назад элек Хаят Йосопова1 яҙған

Энциклопедия менән сағыштырҙым. Үҙгәртелгән мәҡәлә. Тәжрибәле википедистар тарафынан нисә төҙәтеү, өҫтәү булған. Матур, ентекле яҙылған мәҡәлә. Юрамал шундай ҡалып ҡуйылғанмы кеше ваҡытын әрәм итергә? Юрамал ҡылынған эш. Откровенное вредительство менән шөғөлләнгәндәрҙе туҡтатыу сараһын табайыҡ әле. Мәҡәлә яҙыу менән шөғөлләнәһе урынға хәҙер әйләнә килә яҙылғандарын ҡарап ултырырғамы, тағы нимәгә дусар ителә эшем тип?

Мәҡәлә өсөн борсолоуығыҙға рәхмәт. Үҙгәртеп яҙыу етәрлек кимәлдә түгел. Энциклопедия тектстары ярылып ята. Фекерҙәрегеҙҙе яҙғанда Википедияның дүртенсе төп ҡағиҙәһен онотмауығыҙҙы һорайым. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 14:21, 25 ғинуар 2021 (UTC)Яуап бирергә
  • Мин төҙәтмә индереп маташтым. Әммә белмәйем инде, барамы-юҡмы...Алып ташлаһағыҙ ҙа үпкәм юҡ. Баш ҡайнаны инде. Әле хатта исемен үҙгәртә алмай ултырам. Прект: Ялан Йәркәй булып килә лә сыға. Проект тигән һүҙ алынмай. --Хаят Йосопова1 (әңгәмә) 16:13, 25 ғинуар 2021 (UTC)Яуап бирергә

Сағыштырыу өсөн

үҙгәртергә
Caption text
Исем Исем
“ЯЛАН ЙӘРКӘЙ”, башҡорт халыҡ йыры, оҙон­көй. Тәүге тапҡыр 20 б. 30‑сы йй. М.А.Буранғолов Ырымбур өлк. Яңы Сергиевка р‑ны Мерәҫ а. яҙып ала,

варианттары “Башҡорт халҡ ­йырҙары” йыйынтығында (Х.Ф.Әхмәтов Ғ.Ғ. Ушановтан яҙып алған инструменталь варианты) һәм “Башҡорт халыҡ ижады” китабында (1‑се том, 1954; вокаль варианты тексын Л.Н. Лебедин­ский 1937 й. БАССР‑ҙың Ейәнсура р‑ны Бикбау а. Сәләхетдин Итбаевтан яҙып алған) баҫтырып сы­ғарыла.

Артабанғы яҙмаларын Ф.Х. Камаев, К.Мәргән, Н.Д.Шоңҡаров яҙып ала.

Эпик характерҙағы йыр. Риүәйәттәр б‑са, “Я.Й.” авторы – Буранбай­-сәсән.

Версияларҙың береһе б‑са, батша властарынан урманда ҡасып йөрөгән сәсәнде 9‑сы башҡорт кантоны нач. Ҡаһарман Ҡыуатов (ҡара: Ҡыуатовтар) тауышынан танып, В.А.Перовскийға үҙе тотоп килтерә.

Йәркәйҙең хәрби ҡаҙаныштарын иҫәпкә алып губернатор сәсәнде ярлыҡай.

Ҡаһарман Ҡыуатов беренсе тапҡыр ишеткән йырҙы “Я.Й.” тип атай башлайҙар.

Буранғолов тарафынан яҙып алынған икенсе версия б‑са, һөйгәне (ҡара: “Сәлимәкәй”) үлгәндән һуң Йәркәй халыҡты баярҙар һәм старшиналар иҙеүенә ҡаршы баш күтәреүгә әйҙәй, әсирлеккә төшә һәм ҡасып, властарҙан йәшеренеп йөрө­гәндә йыр ижад итә.

“Я.Й.” киң диапазоны (2 октаваға яҡын) һәм һалмаҡ темпы м‑н айырылып тора, көйө мажор пентатоникаһына ҡоролған.

Башҡарыусылар араһында Ф.Ғ.Ғәбитов, К.М. Дияров, Ушанов. Шулай уҡ “Я.Й.” аралаш ритм, бер октавалы диапазон хас булған инст­рументаль көйө бар; мелодик йүнәлешендә синкопалар йыш осрай.

Квинта тоны, беренсе һөйләмдәге миксолидик түбән 7‑се баҫҡыс һәм икенсе һөйләмдәге тоника көйгә үҙенсәлек өҫтәй.

Башҡорт халыҡ йыры «Ялан Йәркәй» беренсе тапҡыр 1930-сы йылдарҙа Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районының Мерәҫ ауылында М. А. Буранғолов тарафынан яҙып алына.

Йырҙың башҡа варианттары «Башҡорт халҡ йырҙары» йыйынтығында һәм «Башҡорт халҡ ижады» (1 т., 1954, «Башкирское народное творчество»; йыр тексын Л. Н. Лебединский 1937 йылда БАССР-ҙың Ейәнсура районының Бикбау ауылы йыраусыһы Сәләхетдин Итбаевтан яҙып алған).

Артабан йырҙы Ф. Х. Камаев, К. Мәргән, Н. Д. Шоңҡаров яҙып ала.

Риүәйәт буйынса, йырҙың авторы — Буранбай сәсән. Батша властарынан урмандарҙа йәшеренеп йөрөгән сағында 9-сы башҡорт кантоны начальнигы Ҡаһарман Ҡыуатов, уны тауышы буйынса танып, губернатор В. А. Перовскийға алып бара.

Йәркәйҙең һуғыштарҙағы батырлығы тураһында хәтерләп, губернатор уны ғәфү итә. Сәсән тыуҙырған йырҙы «Ялан Йәркәй» тип атай башлайҙар.

Йырҙы яҙыуҙың икенсе төрлө версияһы ла бар. Йәркәй һөйөклө ҡатынының вафатынан һуң халыҡты бояр һәм старшиналарҙың иҙеүенә ҡаршы күтәрә, әсиргә төшә, тиҙҙән ҡасып ҡотола. Властарҙан йәшеренеп йөрөгәнендә ошо йырҙы яҙа.

Тормошто «алтын» менән түгел, ә «баҡыр» менән сағыштырып, донъяның ярлыларға һәм байҙарға бүленеүен күҙ алдына килтерә автор. Йырҙа социаль ғәҙелһеҙлек арҡаһында хеҙмәт кешеһендә тыуған кисерештәр сағыла.

«Ялан Йәркәй» эпик характорҙағы йыр, яңғырау диапозоны киң (2 октава тирәһе), темпы һәлмәк. Көй нигеҙендә мажор һөйкәлеш пентатоникаһы ята. Йыр көйөн уйнауға алмаш ритм, йыш осрай торған синкоптар менән октаваға тиң диапозон хас. Көйҙөң үҙенсәлеге — квинт тондарында һәм беренсе һөйләмдә миксолид түбән 7-се баҫҡыс, икенсеһендә тониктар. Башҡарыусылар — йырсылар Фәтих Ғәбитов, К. М. Дияров, Ғиниәт Ушанов.

Йырҙың инструменталь вариантын композитор Х. Ф. Әхмәтов яҙа.

Текст Текст
«Ялан Йәркәй» битенә кире ҡайтырға.