Фекерләшеү:Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр

Һуңғы хәбәр: «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» темаһында 6 лет назад элек Гүзәл Ситдиҡова яҙҙы


Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр

үҙгәртергә
  • Башҡортсаға тәржемәһе — «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» дастаны. Alfiya55 (әңгәмә) 17:39, 7 апрель 2018 (UTC)Яуап бирергә
  • Мин ВИТЯЗЬ һүҙенең тәржемәһен батыр, баһадир, бәһлеүән тип уҡыным. Әммә башҡорт теленә «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» дастаны тип тәржемә ителгәнен осратҡаным булманы быға саҡлы. Витязь мәғәнәһенә ябай "батыр" ғына түгел, ә БАҺАДИР ныҡлы тура килә тип уйлайым.(Аҡҡашҡа (әңгәмә) 18:01, 7 апрель 2018 (UTC))Яуап бирергә
  • Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужа тәржемә иткән. "Шағир Әсхәл Әхмәт-Хужаның ижади донъяһы лирик әҫәрҙәр менән генә сикләнмәй. Уның ижади багажында бихисап тәржемәләр ҙә бар. Грузин шағиры Шота Руставелиҙың эпик ҡоласлы «Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» дастанының тәржемәһе үҙе бер күренеш. Сөнки дастандың йөкмәткеһе генә түгел, ә структур үҙенсәлектәренә лә иғтибар итеп, ювелир ҡулы тейгән кеүек тойола" тип яҙа Зәки Әлибаев "Ағиҙел" журналында һәм "Башҡортостан" гәзитендә http://bashgazet.ru/ruhiestafeta/26820-r-ber-shiyr-yuly-y-yyrlay-y-beyey.html . Alfiya55 (әңгәмә) 18:59, 7 апрель 2018 (UTC)Яуап бирергә
  • Рөстәм Нурыев! Alfiya55 менән килешәм. Аҡҡашҡа, мин ул поэманың тәржемәһен "Пионер" журналынан уҡығайным, шул саҡтан Кавказға ғашиҡ булып ҡалғайным. "Юлбарыҫ тиреһе ябынған ..." тип тәржемә ителергә тейеш, әлбиттә. Нисек ул тире эсендә булып сыға һуң? Юлбарыҫ тиреһе эсенә һыйып бөткән кеше бәһлеүән була алмай инде). Уйынлы-ысынлы яҙам инде. Калька. Мәҡәлә исемен төҙәтергә кәрәк. Грузинсаһы уның витязь дә, рыцарь ҙа түгел, бары "пантера тиреле". Эшләнешен башҡортса " эт тиреһе ҡаплаған" тигән менән сағыштырырға була. Шуға күрә кешеһен кем тип алыу үҙебеҙҙән тора.--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 19:59, 7 апрель 2018 (UTC)Яуап бирергә
«Юлбарыҫ тиреһе ябынған батыр» битенә кире ҡайтырға.