Фекерләшеү:Хәләб
Һуңғы хәбәр: «Һалаб, Халеб, Алеппо» темаһында 2 года назад элек Баныу яҙҙы
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Алеппо» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 31 июль 2022 йыл |
Һалаб, Халеб, Алеппо
үҙгәртергәAkkashka , Алеппо рәсми документтарҙа, карталарҙа, тарих дәреслектәрендә (башҡортсаға тәржемәһендә лә) боронғо исеме менән яҙылмаған. Боронғо исемен йәйә эсендә ҡалдырыу урынлы булалыр. Сүриә 14 мухафазаға бүленгән, Халеб шул мухафазаның береһе, ә Алеппо ҡалаһы уның административ үҙәге булып тора. Урыҫ Википедияһында Халеб (мухафаза) айырым мәҡәлә бар.Мәҡәлә буйынса урыҫтарҙың фекерләшеү битенә лә иғтибар итегеҙ. "Башҡорт теле һүҙлеге"ндә ғәрәп теленән үҙләштерелгән "һалаб", "халаб", "халеб" тамырлы һүҙҙәр тапманым. ----Баныу (әңгәмә) 17:00, 3 август 2022 (UTC)
- Баныу, исемен үҙгәртегеҙ улайһа. Мин төп халыҡ, ғәрәптәр, нисек әйтә һәм яҙа, шуны ҡалдырыу ғәҙелерәк булыр тип уйланым. Боронораҡ, мәҫәлән, хажға барыусылар, барыбер Һалаб тип йөрөткәндәрҙер ул... Akkashka (әңгәмә) 14:04, 3 август 2022 (UTC)
- Akkashka , Викиипедия «Именование статей/Географические названия» ҡағиҙәләренә ярашлы, мәҡәләнең исеме «Алеппо» булырға тейеш. Бәлки, Халеб, Халаб, Һалаб фаразлау була. Ҡаланың боронғо исеме «Халеб» административ бүленештә һаҡланған ----Баныу (әңгәмә) 19:23, 3 август 2022 (UTC)