Фекерләшеү:Хажи мәсете

Һуңғы хәбәр: «Хажи мәсете» темаһында 6 лет назад элек Аҡҡашҡа яҙҙы

Ҡазый мәсете

үҙгәртергә

Исемен «Ҡазый мәсете» тип үҙгәртергә тәҡдим итәм, был мәсеттең төҙөлөүе фараз буйынса ҡазый Хөсәйенбәктең эшмәкәрлегенә бәйле.--Ryanag (әңгәмә) 07:59, 31 май 2018 (UTC)Яуап бирергә

Хажи мәсете

үҙгәртергә

Тағы ла бер «Хажи мәсете» тураһында телгә алыуҙар бар - уға айырым мәҡәлә кәрәктер. Уның мәҙрәсәһе менән юрматылар вәкиле абыҙ Килмәк Нурышев етәкселек иткән. Вәлиди буйынса Хажи мәсете Ишембай районында урынлашҡан булған, ул шулай уҡ емертелә (бәлки Хажы ауылы атамаһы шуға бәйле [1]). --Ryanag (әңгәмә) 07:59, 31 май 2018 (UTC)Яуап бирергә

  • Башҡорт төбәгендә Ғази мәсете тигән атама булыуы шикле, әлбиттә. Кеше исеме булһа, дөрөҫ яҙылышы — Ғәзи. Ҡазый мәсете йә Хажи мәсете тигәне дөрөҫтөр кеүек. Ишембайҙағы Хажы ауылы менән Хажи мәсетенә килгәндә, Башҡорт ҡоролайы сайтындағы Азат Ярмуллин мәҡәләһенән http://kurultay-ufa.ru/ba/2016/03/01 бер өҙөк: "Зәки Вәлиди Хажи ауылындағы ҡоролтай тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр килтерә: «Ырымбур ҡалаһын төҙөй башлауҙан әүәл үк ғәскәрендә үҙ ирке менән хеҙмәт итеүсе тархандар булған хәлдә лә, юрматы улысы үҙәге Һикәҙе йылғаһы буйындағы Хажи мәсете исемле ерҙә йыйын – халыҡ ҡоролтайы тупланды...". Хажи ауылы менән Хажи мәсете тураһында автор хаталана шикелле. Хажы ауылы Ишембай районының бер осонда, ә Һикәҙе йылғаһы, Егән йылғалары — икенсе яҡта, Маҡар тирәһендә. Хажи мәсетен дә шул яҡтан эҙләргә кәрәктер. Хажы ауылының атамаһы тураһында русВики: "Название аула идет от имени первопоселенца Акманхажы (Хажы), переиначенное по-русски в несколько вариантах. Акманхажы выходец из д. Саргай, рода кыпсак, соответственно современные жители д. Хажы принадлежат не к роду юрматы, как большинство населения Ишимбайского района РБ" тип яҙа. Бәйләнеш юҡ тимәксемен. Alfiya55 (әңгәмә) 09:11, 31 май 2018 (UTC)Яуап бирергә
  • Мин дә Кириллов хәҙерге Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан Хажи мәсетен яндырған тигән мәғлүмәт менән танышҡайным элегерәк. Хәҙер унда мәғлүмәт үҙгәртелгән, ахыры... Ҡарағыҙ: https://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡорт_ихтилалдары_(1735—1740) (Аҡҡашҡа (әңгәмә) 20:25, 29 июнь 2018 (UTC))Яуап бирергә
«Хажи мәсете» битенә кире ҡайтырға.