Фекерләшеү:Сәфәүиҙәр
Һуңғы хәбәр: 1 год назад элек Ryanag яҙған
«Сәфәүиҙәр» мәҡәләһе
Википедияның бөтә бүлектәрендә булырға тейеш мәҡәләләрҙең киңәйтелгән исемлегенә керә. Уның үҫеше Башҡорт Википедияһының төп йүнәлеше. Һеҙ «Мириада» проектына ярҙам итә алаһығыҙ. |
«Сәфәүиҙәр» мәҡәләһе ҡатнашыусы Alfiya55 тарафынан Ярҙамсы биттәр: Alfiya55 ҡатнашыусының бөтә мәҡәләләре, Викимарафондың бөтә мәҡәләләре. |
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Сефевиды» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. |
Шиғи -мы икән? Шиғый түгелме? --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 15:52, 19 март 2017 (UTC)
- Һүҙлектә шиғи тигәндәр шул. Ғәрәп һүҙе булғанға -и менән бөткәндер инде (сөнни, шиғи).--Alfiya55 (әңгәмә) 16:21, 19 март 2017 (UTC)
- Ике томлығында хатта "шииты"- "шиғисылар" тигәндәр әле ул(((ғәр.شيعة шиға - фирҡә тигәндән. Ҡалын өндән һуң -и тигән ялғау буламы икән ул?--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 17:01, 19 март 2017 (UTC)
- Робағи, ғилем, әхлаҡи, ваҡиға, Исмәғил кеүек һүҙҙәр иҫкә төштө былай. --Alfiya55 (әңгәмә) 17:45, 19 март 2017 (UTC)
- Ғилем, Исмәғил - нәҙек тартынҡылар. Робағи - исем. Шиит - шиға һүҙенән алынған исем сифат. булғанға икеләнгәйнем. Шиғисы тип алабыҙмы, һүҙлектәгесә алһаҡ? Улайһа, минең Шиғыйҙар тигән мәҡәләне төҙәтеп сығырға тура киләсәк инде. Мин үҙемдең һүҙлектән тапмай, татарҙан алғайным, улар шиғый тип алған --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 18:00, 19 март 2017 (UTC)
- Мөхәррирләү тәҙрәһенең өҫкө уң яҡ мөйөшөндә табырға + алмаштырырға режимы бар. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 18:11, 19 март 2017 (UTC)
- Республика гәзиттәрендә, атап әйткәндә, "Йәшлек"тә шығыйҙар, тип сыға торғайны. Бәлки, шулай дөрөҫөрәктер, рус телендә - шиит, татарҙа - шиғый булһа, башҡортса шығый инде ул. --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 04:20, 20 март 2017 (UTC)
- Тамыры "шиға" булғас, шығый була алмай инде ул, булһа шиғый була, йә шул шиғи.Дини терминдарҙың бер ҡалыпҡа һалынмағанлығы ныҡ бәкәлгә һуға(( Бер һүҙлек кәрәк ул. --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 13:15, 21 март 2017 (UTC)
- Ғәрәп, фарсынан ингән һүҙҙәр араһында -и ялғауы ҡушып яһалғандары байтаҡ. Йәнә беҙҙең ошо ҡағиҙә бар: "и хәрефе һүҙ аҙағында -ей, -ый тип уҡыла: ти – [тей], ни – [ней], Фәхри – Фәхрей (иҫкәрмә: сифат яһаусы и үҙгәртелмәй уҡыла – милли, фәнни)". Иҫкәрмәһе торһа ла, фәнней, миллей тип һөйләү ҙә бар ул. Шуның кеүек шиғый тип һөйләһәк тә, шиғи тип яҙырғалыр инде. Мариҙы ла марый тибеҙ. Һүҙ аҙағында -и тип әйтеү бигүк уңайлы булмағанға шулай, күрәһең. Ғәли, Вәли тигән исемдәрҙе лә Ғәлей, Вәлей тибеҙ. Хатта Ғәле тип кенә лә әйтәләр һәм, дөрөҫө Ғәли булһа ла, Ғәле тип кенә яҙыу ҙа бар. Ғәли ҡушып яһалғас, Тимерғәли, Миңлеғәли , Әхмәтғәли исемдәре лә -и менән бөтә. Тик уларҙы ла -е менән яҙыу йыш осрай. --Alfiya55 (әңгәмә) 14:58, 21 март 2017 (UTC)
- Ялғауынан бигерәк, шиғисы, шиғисылыҡ тип яһалған һүҙҙәр аптырата әле ул! Шиғи - исем сифат икән, кеше шиғи ғына була, йә шиғасы, шиғисы - бөтөнләй ҡалыпҡа һыймай торған вариант бит--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 15:06, 21 март 2017 (UTC)
- Биишевтың Арабские и персидские слова в башк. яз. һүҙлегендә шиғәт мәҙһәбе тигән. Ә Ураҡсинда шиизм - шиғисылыҡ тиелгән. Бәлки, дөрөҫө шиғәттер? --Alfiya55 (әңгәмә) 15:57, 21 март 2017 (UTC)
- Guram52, һеҙ тәржемә иткән мәҡәләне Сәфәүиә битен булдырып, шунда күсереп Викидатаға бәйләргә кәрәк, ә бында Сәфәүиҙәр династияһы мәҡәләһе. Ryanag (әңгәмә) 19:20, 24 май 2023 (UTC)