Фекерләшеү:Сыңрау торна (балет)

Һуңғы хәбәр: «Использованы факты БЭ, других источников нет» темаһында 3 года назад элек Alfiya55 яҙҙы

Использованы факты БЭ, других источников нет үҙгәртергә

Ilnur efendeПо этой теме, действительно, нигде никакой дополнительной информации не нашла, кроме БЭ. Помню, полдня провела в поисках хоть какой-нибудь информации. Что нашла, то добавила. Но увы, других источников практически не было. Но я его переписала, а не скопировала из БЭ.

Вот статья из БЭ. Конечно, факты те же, но изложено несколько иначе. Если и другие эксперты решат, что это копирование, тогда удалим. Alfiya55 (әңгәмә) 05:02, 2 октябрь 2020 (UTC)Яуап бирергә

“СЫҢРАУ ТОРНА”, ш. уҡ исемле башҡ. халыҡ легендаһы мотивтары б‑са Л.Б.Степанов һәм З.Ғ.Исмәғилев ижад иткән 3 шаршаулы балет. Тәүге башҡ. милли балеты. 1941 й. яҙылған. Премьераһы 1944 й. БДОБТ‑ла үтә (Ф.Ә.Ғәскәров либреттоһы, балетм. Н.А.Анисимова, дирижёры Х.В.Фазлуллин, ҡуйыусы рәссамы Ғ.Ш.Имашева). Төп партияларҙа: З.Ә.Насретдинова (Зәйтүнгөл), Х.Ғ.Сафиуллин (Йомағол), Ғәскәров (Арыҫланбай), Н.Д.Юлтыева (Торналар башлығы). Сюжет нигеҙендә – егет м‑н ҡыҙҙың мөхәббәте т‑да легенда, уларға ҡанһыҙлыҡты һәм яуызлыҡты еңеп сығырға ырыуҙаштары һәм торналар образындағы тыуған яҡ тәбиғәте ярҙам итә. Пантомима, йолалар һәм халыҡ уйындары элементтары м‑н байытылған классик һәм башҡ. халыҡ бейеүен органик берләштереү спектаклдең төп тасуири алымы булып тора. Лирик дуэттар, солистарҙың бейеүҙәре м‑н сиратлашҡан күмәк халыҡ күренештәре киң ҡулланылған. 2‑се редакцияһының (4 шаршаулы) премьераһы 1953 й. була (Ғәскәров либреттоһы, балетм. Анисимова, дирижёры Г.А.Ержемский, ҡуйыусы рәссамы М.Н.Арыҫланов). Партияларҙы башҡарыусылар: Насретдинова (Зәйтүнгөл), Сафиуллин (Йомағол), Ф.С.Йосопов (Арыҫланбай), М.А.Таһирова (Торналар башлығы). 3‑сө редакцияһының (3 шаршаулы) премьераһы 1977 й. үтә (Ғәскәров либреттоһы, Насретдинова һәм Р.А.Насиров спектаклде яңырта, дирижёры Ғ.Х.Моталов, ҡуйыусы рәссамы В.И.Плекунов). Партияларҙы башҡарыусылар: Л.С.Ҡыуатова (Зәйтүнгөл), Ю.Ғ.Ушанов (Йомағол), Ш.Ә.Тереғолов (Арыҫланбай), С.И.Саттарова (Торналар башлығы). 4‑се редакцияһының премьераһы 1997 й. була (бейеүҙе сәхнәгә ҡуйыусы Тереғолов, дирижёры М.Ә.Әхмәтзарипов, ҡуйыусы рәссамы Д.А.Чербаджи). Партияларҙы башҡарыусылар: Н.А.Сологуб (Зәйтүнгөл), Б.М.Юлдашев (Йомағол), Р.Р.Мөхәмәтов (Арыҫланбай), Е.Ю.Фомина (Торналар башлығы). Балет Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡҡ. БАССР әҙәбиәте көндәрендә күрһәтелә. 1959 й. Свердловск к/ст экранлаштырыла (Ғәскәров һәм Ә.Һ.Бикчәнтәев либреттоһы, реж. О.П.Николаевский, балетм. Анисимова). Ролдәрҙә: Э.Ә.Сөләймәнова (Зәйтүнгөл), И.Х.Хәбиров (Йомағол), Сафиуллин (Арыҫланбай), Насретдинова (Торналар башлығы

«Сыңрау торна (балет)» битенә кире ҡайтырға.