Фекерләшеү:Стәрлетамаҡ — Белорет трактындағы әбей батша күперҙәре

Һуңғы хәбәр: 1 год назад элек Вәхит яҙған

Вәхит Мәҡәләнең исеме бик отошло түгел, өтөр аша яҙыла. Башҡа исем уйларға кәрәк.--ZUFAr (әңгәмә) 18:48, 20 июль 2023 (UTC)Яуап бирергә

Улай отошһоҙ икәнен яҙғанда уҡ аңлағайным. Ҡайһы берҙә уйларға ла ваҡыт ҡалдырмайһығыҙ. Исемен тағы үҙгәртәм. Әбей батша күперҙәре (Бөрйән районы). Сөнки бында ике күпер тураһында һүҙ бара. Баныу өҫтә тигән тәҡдимен ҡабул итәм, тик цитата итеп бирәм. Вәхит (әңгәмә) 17:08, 21 июль 2023 (UTC)Яуап бирергә

ZUFAr, ҡағиҙә буйынса топонимик атама «Ташкүпер» (Ташкисеү,Күркәтау,Ҡаратау, Ҡоръятмаҫ һ.б.) ҡушылып яҙыла, ошо йыйынтыҡты ҡарағыҙ Тыуған яҡ: топонимдар һәм һөйләү теле 57-59 -сы биттәр --Баныу (әңгәмә) 05:06, 21 июль 2023 (UTC)Яуап бирергә

Йәнә мәҡәләнең исеме есеменә тура килмәй ҙә баһа. Преамбула буйынса Ташкүпер тураһында һүҙ барырға тейеш, «Екатерина юлы» тураһында айырым мәҡәлә яҙырлыҡ мәғлүмәт бар. Күперҙәр Екатерина юл төҙөткәндә һалынған.

Рафаэль Атауллиндың мәҡәләһе буйынса (Таң гәзите. 2013 йыл, 5 март, шишәмбе, № 27 (9505):

Екатеринаның юл төҙөү буйынса хеҙмәте ҙур, күперҙәре лә күп. Беҙҙең ауыл менән Ишембайҙың Һәйет ауылы араһында ғына ла ике күпер бар. Береһе ағас күпер, икенсеһе таш күпер. Тәүгеһе беҙҙән бер генә саҡырым алыҫлыҡта, Нөгөш йылғаһы аша һалынған...


Нөгөш күпере лә (уны Салауат күпере тип тә йөрөтәләр) 1776 йылда төҙөлә. Ул ҡыҫҡа брустарҙан төҙөлгән. Ике яҡ яр ҙа бик ҡалын таш стеналар менән нығытылған. Стенаның ҡалынлығы 8 метр. Ул төпкә ингән һайын киңәйә бара. Мөйөштәре тимерҙән Т хәрефе һымаҡ итеп нығытыла. Таштары ишелмәһен өсөн шулай эшләнгән. Стенаның алғы күренеп торған яғының таштарын тигеҙләп, шымартҡандар. Мөйөштәр әйләнеп киткән урындарҙы ослағандар.

Ошо күперҙән ике саҡырым ары, Һәйет ауылына етәрәк, онотолған Таш күпер бар.

(Ташкүпер ҡушып яҙырға кәрәк) --Баныу (әңгәмә) 05:06, 21 июль 2023 (UTC)Яуап бирергә

Вәхит Мәҡәлә бик буталсыҡ, преамбула Берәтәк ауылы янындағы күпер тураһында тип хәбәрләй. Икенсе күпер бөтөнләй Ишембай районындағы күпергә оҡшаған. Төҙөлөу тарихына факттарҙы яҙырға кәрәк, Викидәреслектә уҡығыҙ тип яҙып ҡуйыу бик матур күренеш түгел. Бик матур мәҡәләне тәртипкә килтерегеҙ.--ZUFAr (әңгәмә) 11:38, 22 июль 2023 (UTC)Яуап бирергә
Был мәҡәләне икегә бүлермен. Һәр күпер тураһында айырым. Вәхит (әңгәмә) 16:31, 11 август 2023 (UTC)Яуап бирергә
«Стәрлетамаҡ — Белорет трактындағы әбей батша күперҙәре» битенә кире ҡайтырға.