Фекерләшеү:Старик- Камень
Был мәҡәлә тулыһынса йәки өлөшләтә Урыҫ Википедияһындағы «Старик-Камень» мәҡәләһенең төп нөсхәһе нигеҙендә яҙылды. Авторҙар исемлеген төп нөсхә мәҡәләнең төҙәтеүҙәр тарихы битенән ҡарай алаһығыҙ. 23 март 2021 й. |
«Старик- Камень» мәҡәләһен ҡатнашыусы Баныу |
Тәржемә
үҙгәртергәБыл осраҡта Старик-Камень, Весёлые горы кеүек топонимдар тәржемә ителәме? --ZUFAr (әңгәмә) 17:04, 24 март 2021 (UTC)
- Тәржемә ителмәйҙер ул. Урыҫтар беҙҙең атамаларҙы күп осраҡта тәржемә итмәй ала. Уларҙы үҙҙәренсә тәржемә итеп йөрөтә башлаһа, алмаштырып бөтһә, беҙҙең атамаларҙан бер нәмә лә ҡалмаған булыр ине инде был көнгә. Ана күпме башҡорт теленән ингән тип яҙылған атамалар күп сит өлкәләрҙә! Шуваловтың хеҙмәте ни тора!
Топонимик атамалар ерле халыҡ ни тип ҡушҡан, шулай йөрөтөлөргә тейеш тигән ҡағиҙә лә бар түгелме һуң? Был урыҫ атамаларына тиклем башҡорттар ни тип йөрөткән - шуныһы табылһа, башҡортса атамаһы менән яҙыр инек, сөнки беҙгә хәҙергегә ҡарағанда, тарихи Башҡортостан атамаларын яҙып ҡалдырыу мөһим был конкурста. Шуны тағы бер иҫкә төшөрөп китәйем, әтеү хаталар осрай: Башҡортостандағы ауыл исемдәре русса яңғырашлы исем менән (мәҫәлән, Красный Ключ, Красная Башкирия һ.б.) аталып, закон менән нығытылып, админ-террит. бүленеш китабына индерелгән икән - беҙ уны тәржемә итмәҫкә тейешбеҙ. Alfiya55 (әңгәмә) 05:51, 25 март 2021 (UTC)
- Рәхмәт, төҙәттем.--ZUFAr (әңгәмә) 06:56, 25 март 2021 (UTC)