Фекерләшеү:Нөркә (Силәбе өлкәһе)
Һуңғы хәбәр: «Исеме, башҡортса исеме» темаһында 5 лет назад элек Ryanag яҙҙы
Исеме, башҡортса исеме
үҙгәртергәRyanag, Guram52 , Yulaman, исеменең килеп сығыуы, башҡортса исеме тураһында аныҡлыҡ индерерлек сығанаҡ табышығыҙ әле. Yulaman яҙған Таһиров Илгиз Тайфур улы мәҡәләһендә ауыл исемен «Нуркин» тип ҡуйған һәм ауыл халҡы шулай атай тип аңлата. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 02:30, 11 сентябрь 2019 (UTC)
- Рөстәм Нурыев, Балтас районында Нөркә ауылы ла Норкино тип яҙыла бит, автор шунан сығып алғандыр. Ауыл халҡы Нуркин тип атауына килгәндә, Белорет районы Аҙналы ауылы кешеләре лә ауылды Азналкин ти ҙә ҡуя. Төп башланғыс нисек булған, шунан сығырға кәрәктер. Шуваловта ла юҡ был ауыл--Guram52 (әңгәмә) 04:59, 11 сентябрь 2019 (UTC)
Хәйерле сәғәттә! Эҙләрбеҙ, әлбиттә, һорашырбыҙ, ысыынлап та бер ерҙә лә мәғлүмәт юк( Арғаяш яҡтарына ҡайтҡан саҡта һораштырырбыҙ!
- Элекке гәзит-журналдарҙа бәлки телгә алынған булғандыр. Булмай тормаҫ. Нисек телгә алынып, яҙма сығанаҡтарҙа теркәлгәнен табырға кәрәк. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 03:12, 12 сентябрь 2019 (UTC)
- Мин ВК-лағы "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөнә ҡуйған һорауға Силәбе өлкәһендә йәшәгән Айдар Ишбирдин ошондай яуап яҙҙы: "Арғаяш күле буйында урынлашҡан ул ауыл, яҡты, асыҡ урында...Ҡояштың "Нуры киң"де аңлата тиеп ишеткән инем...Бабичтың (Илгиз Таһиров) тыуған ауылы, үҙенән һорарға ине ул))". Әммә миндә бындай аңлатма шик уята, сөнки халыҡ "нуры киң" тип һөйләшмәй. --Guram52 (әңгәмә) 00:19, 12 сентябрь 2019 (UTC)
- «Нур киң»-гә мин дә шикләнәм. Башҡорттар ауылдарына исемде нигеҙ һалыусы кеше исеменән (антропоним) йәки эскән һыуҙары, йылға (гидроним) исеменән сығып ҡушҡандар. Тарихын ҡарарға кәрәк ине. Ҡайһы ваҡытта (быуатын булһа ла белергә) нигеҙ һалынған? --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 03:08, 12 сентябрь 2019 (UTC)
- Рөстәм Нурыев, атама БЭ (СИЛӘБЕ ӨЛКӘҺЕ,УРАЛ АРЪЯҒЫ БАШҠОРТТАРЫ - быныһы дөрөҫ асылмай) йәки Камаловтарҙың «Атайсал» китабынан алынған. Элекке атамалар (Һатлыҡ, Раҡай) күрһәтелгән «История башкирских родов» китабынан алынған. --Ryanag (әңгәмә) 09:05, 12 сентябрь 2019 (UTC)