Фекерләшеү:Йәнбухтина Әлмирә Ғәйнулла ҡыҙы

Һуңғы хәбәр: «УГАЭС ↔ ӨДИСУ» темаһында 6 лет назад элек Айсар яҙҙы

УГАЭС ↔ ӨДИСУ

үҙгәртергә
  • Шулай башҡортса яҙыу мөмкинме? Академик һүҙлектә бар шай ул. --Рөстәм Нурыев (әңгәмә) 00:23, 12 июль 2018 (UTC)Яуап бирергә
  • Мөмкин түгел тип әйтеп булмай инде — яҙалар бит, БЭ-ла шулай биргән. Бындайҙар — рәсми ҡабул ителгән һәм дөйөм ҡулланылышҡа тәҡдим ителгән ҡыҫҡартыу түгел. Улар урын экономиялау маҡсатында айырым (күберәк ҡағыҙ) баҫмала алына һәм мотлаҡ «бында ҡулланылған ҡыҫҡартыуҙар» тип иҫкәрмә ҡуйыла. Википедия тексы эсендә тулы бирелгән атама менән бергә ара-тирә ҡулланырға була, минеңсә, БДУ, БСТ кеүек киң билдәлеләрҙе. Ә инде хата руссала һирәк кенә күренгән УГАЭС кеүектәрҙән ӨДИСУ тигәнерәк калька эшләү кәрәкмәйҙер ул, сөнки, беренсенән, бигүк аңлашылып етмәй, икенсенән, күҙгә лә, ҡолаҡҡа ла ятышлы түгел. Әлеге лә-баяғы яһалма башҡортлашыу килеп сыға. Дөйөм ҡулланылышта нығынған русса аббревиатураларҙы алмаштырыуҙы хупламайым, Ҡарман ГРЭС-ын Ҡарман ДРЭС-ы тип яҙыу телде байыттымы инде? --Айсар (әңгәмә) 04:17, 12 июль 2018 (UTC)Яуап бирергә
«Йәнбухтина Әлмирә Ғәйнулла ҡыҙы» битенә кире ҡайтырға.