Фекерләшеү:Иҫке Сәйет (Башҡортостан)
Һуңғы хәбәр: 4 года назад элек Sherbn яҙған
- Ишембай районында Иҫке Сәйет тигән ауыл юҡ, Иҫке ҺӘЙЕТ кенә бар.--Sherbn (әңгәмә) 10:54, 28 октябрь 2020 (UTC)
- Ауылдың урындағы һөйләштәге исеме менән уның рәсми атамаһын бутамайыҡ әле: Иҫке Сәйет (Башҡортостан) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.. --Айсар (әңгәмә) 12:02, 28 октябрь 2020 (UTC)
- Иҫке Сәйет[1], Иҫке Һәйет[2];
- Беҙ ҡасандыр, кемдер алдан уйлап, йәки яңғылышлыҡ менән ебргән хаталарын ҡабатлап ултырырға тейешме ни?Ишембай районыныда С урынына һүҙ башында Һ әйтеү ғәҙәте бар. Һайран ауылы бит Һайран килеш тора, Һарғай ҙа Һарғай (урыҫ атамаһын да төҙттерергә кәрәк-Сергеевка булып йөрөй.Тарихи дөрөҫлөктө тергеҙәбеҙ тип был эште башҡармайбыҙмы ни? Райондағы йылғалар, ауылдар Бәләкәй Байыҡ, Бәләкәй Мәҡсүт хәҙер Кесе Мәҡсүткә әйләнеп ята.Йылғалар ҙа Бәләкәй ....тип әйтелә, Кесе тигәнде бөтөнләй ишетмәнек тиер инем:«Эттән олоһоң, минән кесеһең» -,тигәнде ишеткән булды. Бер заман Малай Аллағыуатты Кесе Аллағыуат тип яҙа башланылар. Кем нисек теләй, шулай борғослай...--Sherbn (әңгәмә) 05:37, 27 ноябрь 2020 (UTC)
- ↑ Башҡорт телендә рәсми теркәлгән исеме. Рәсми белешмә китабының 200-се битендә. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан : Справочник. Уфа : Китап, 2017. — 472 с. : ил. ISBN 978-5-295-06668-9
- ↑ «Словарь топонимов Башкирской АССР. Уфа, Башкирское книжное издательство, 1980 год.» белешмә китабына ингән, ерле һөйләштә, баҫмаларҙа ҡулланылған, әммә рәсми теркәлмәгән исеме