Фекерләшеү:Ер аҫты үткәргестәрендәге мозаика (Дондағы Ростов)

Һуңғы хәбәр: «Үткәргес → Үткәүел» темаһында 7 лет назад элек Шагарбану яҙҙы

Үткәргес → Үткәүел

үҙгәртергә

Подземный переходты ер аҫты үткәүеле ти торғайныҡ. Үткәргес проводник һәм провод (газо-, водо-, нефтепровод) була. Alfiya55 (әңгәмә) 11:22, 7 август 2017 (UTC)Яуап бирергә

Төҙәтеүегеҙ өсөн рәхмәт. Мин был тәржемәне алдан уйлап эшләнем. Бөгөн газеталарҙа переход- юл үткәргесе, тип яҙыла. Был мәҡәләнең исемен төҙәтеп, «ер аҫты юл үткәргесе», тип яҙһаң, тағы ла әйбәтерәк булыр кеүек. Шагарбану
  • Шагарбану, хәҙер гәзиттәрҙә грамматиканы һәм телде белгән кеше юҡҡа иҫәп, йәштәр үҙенсә яҙа ла ҡуя, тикшереп, төбөнә төшөп тормай. Шулай ҙа Яндекстың поисковигына икеһен дә яҙып (ер аҫты үткәргесе, ер аҫты үткәүеле) эҙләтеп ҡараным - күп осраҡта үткәүел тип сыға. Үҙегеҙ ҙә шул поисковиктарҙан ҡарап ҡарағыҙ әле. Һүҙлектә лә үткәүел. Alfiya55 (әңгәмә) 04:09, 11 август 2017 (UTC)Яуап бирергә

Һүҙлектәрҙә үткәүел икәнен беләм дә ул, тик бер гәзиттә лә, интернеттағы яңылыҡтарҙа ла үткәүел һүҙе осраманы. Шагарбану 21:58, 11 август 2017 (UTC)Яуап бирергә

Карточка шаблоны

үҙгәртергә
«Ер аҫты үткәргестәрендәге мозаика (Дондағы Ростов)» битенә кире ҡайтырға.