Фекерләшеү:Волгодонск үткәүеле

Һуңғы хәбәр: 7 лет назад элек Аҡҡашҡа яҙған

Беҙҙә волокушаны диалектса һүрәтке тиҙәр. Волок миңә Хазар ҡағанаты һәм Алтын Урҙаны яҙғанда осраны шикелле. Асып ҡарарға була. --Аҡҡашҡа (әңгәмә) 15:40, 19 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

Бының исемен тәржемә итеп булмаҫмы икән. Во́лок — участок суши, обычно с перевалом, между двумя озёрами или реками, через который тащили суда — «волоком» тигәндәр. --ZUFAr (әңгәмә) 02:53, 18 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

  • Беҙҙең һүҙлектәрҙә: ВОЛОК - волок, һөйрәмә ер, бер йылғаның икенсеһенә яҡын килгән урынынан кәмәне, пароходты һөйрәп төшөрә торған ер тигәндәр. Бәлки, һөйрәмәлек тиергә лә ҡуйырғалыр? Волгодонск һөйрәмәлеге, мәҫәлән (ағаслыҡ, әрәмәлек тигән кеүек).--Alfiya55 (әңгәмә) 07:40, 19 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

Руссаһы нисек? --Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 07:43, 19 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

Волгодонская переволока --Ләйсән (әңгәмә) 07:48, 19 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә
  • Волгодонск переволокаһы тип кенә алғанда нисек? Был географик объекттың ҡушма атамаһы тип ҡарарға ла була бит. Хатта нимесләр ҙә әйләндереп мәшәҡәтләнмәгән). Инглизсә бар тәржемә. Башҡа эре төрки телдәрҙә күренмәй.

убараҡ урын аша булһа, артылыш тип алырға булыр ине. Унда тигеҙлекме икән?--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 07:54, 19 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

      • "Бесән ташый торған яйланма" - беҙҙең яҡтарҙа һөйрәтке тип атала. Һүҙ көрәштермәйем, әйтәм генә.
      • Былай ҡалдырһаҡ, бер көн башҡа берәй "волок" тураһында мәҡәлә яҙыусы табылыр. Нигеҙ төшөнсә тураһында ҡыҫҡа ғына булһа ла мәҡәлә булдырыу хәйерле булыр. Borovi4ok (әңгәмә) 08:01, 19 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә
      • Юҡһа, киләсәктә башҡа берәй волок тураһында яҙыусы, был мәҡәләне күрмәй, башҡаса яҙыуы ихтимал. Быныһы инде яҡшы практика түгел. Ғөмүмән, нигеҙ төшөнсә тураһында мәҡәлә булдырыу терминды бер рәүешле ҡулланыу өсөн - иң тура юл, минеңсә. Borovi4ok (әңгәмә) 08:15, 19 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә
  • Хәйер бик кәрәк тип тапһағыҙ, Волгодонск судно үткәүеле тип алырға була. Үткәүел тигәнгә аңлатма кәрәк булһа, мәҡәләһен үҙем яҙырмын. Ул фольклорҙа йыш осрай торған һүҙ--Гүзәл Ситдиҡова (әңгәмә) 08:41, 19 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә
    • Алырға була, бына аңлатмалы һүҙлектән алынған

Аңлатмалы һүҙлек: үткәүел и. Тау, урман, һыу, һаҙ аша сыға торған тар ер. Үткәүелдән үтеү. Үткәүел яһалыу. // Үткәүел ер. Үткәүел урын (http://blang.ru/dicts.php). --З. ӘЙЛЕ (әңгәмә) 08:46, 19 апрель 2017 (UTC)Яуап бирергә

  • Рәхмәт)
«Волгодонск үткәүеле» битенә кире ҡайтырға.