Фекерләшеү:Башҡорт туй йолалары

Һуңғы хәбәр: 1 год назад элек Яғалса яҙған
  • Йәш килен өс тапҡыр ҡайны- ҡәйнә алдында тубыҡлана тигән раҫлау башҡорт йолаларында булыуы бик шикле. Уның тураһында ВКонтакте - Бәйләнештә "Башҡорт ҡатын-ҡыҙы" төркөмөндә фекер алышыу булды һәм был йола башҡорттан түгел тигән фекерҙәр генә яҙылды [1]. Минеңсә ул юлды алып ташлау дөрөҫ--Guram52 (әңгәмә) 06:29, 24 ноябрь 2019 (UTC)Яуап бирергә
  • Guram52, уны мин алып ташланым, әммә һылтанмаһы бар: http://lib.a-grande.ru/svadba.php При вступлении в дом мужа молодая трижды становилась на колени перед свекром и свекровью и трижды ее поднимали. Затем она раздавала мужниной родне подарки, родня в свою очередь одаривала ее. Рувикила мәҡәләне яҙған Qweasdqwe ошо сығанаҡты ҡулланған булған.--Тутыйғош (әңгәмә) 06:42, 24 ноябрь 2019 (UTC)Яуап бирергә
Һылтанмала күрһәтелгән авторҙар башҡорт түгел, шуға күрә башҡа берәй халыҡ менән бутаған булыуҙары ихтимал.Рувикинан шуға күрә мин ҡалып менән һәм һүҙмә-һүҙ тәржемә итмәйем, шикле урындарын төшөрөп ҡалдырам --Guram52 (әңгәмә) 09:53, 24 ноябрь 2019 (UTC)Яуап бирергә
  • Аҡҡашҡа (әңгәмә) 07:39, 24 ноябрь 2019 (UTC) Туй йолаларына сеңләү эпизоды тураһында өҫтәнемЯуап бирергә
  • Хаят Йосопова1(әңгәмә) Урыҫтарҙа төшәсәк килен менән өйләнгән егет төп йорттоң ҡапҡа төбөндә үк икона тотоп торған ҡайны-ҡәйнә алдында өс тапҡыр тубыҡланып суҡына. Хатта ҡыҙ кеше мосолман милләтенән булһа ла был ритуал мотлаҡ үтәлә. Был йола урыҫ араһында йәшәгән, ҡатнаш никахта булған туғандары күп кенә булған ерҙә үтәләлер, моғайын. Әммә беҙҙең ауылда (Иҫке Ишембай ауылы) бындай килен аҙаҡ башҡорт араһына инә алмай, ғөмүмән уға ҡарата битарафлыҡ күрһәтелә, аҙаҡ был килен кеше хатта тотошо менән урыҫ дине йолаларын, кешенән тартынмай үтәй башлай (моғайын, урыҫ динен ҡабул итәлер). Тағы ла галереяға ҡуйылған фотоға ҡарата бер фекер: ултырғысҡа ултырған кәләштең бүләк таратыуы икеле. Киреһенсә, минеңсә, "Килен һөйөү" йолаһы атҡарылған мәл төшөрөлгәндер.--Яғалса (әңгәмә) 07:21, 9 апрель 2023 (UTC)Яуап бирергә
«Башҡорт туй йолалары» битенә кире ҡайтырға.