Фекерләшеү:Башҡортостан ҡалалары
Ҡала хаҡимәттәренә хат яҙмайыҡмы? Моғайын ихтибарһыҙ ҡалмаҫ. Күмәкләп бына ошонда яҙайыҡ та, байрамдан һуң хәбәр ебәререҙ.
- Нимә тип мөрәжәғәт итергә? Википедияның башҡорт бүлегендә яҙыусылар юҡ типме? Саган 10:20, 30 Декабрь (Аҡъюлай) 2009 (UTC)
- Башҡортостан ҡалалары буйынса ай проекты иғлан ителде тип. Яҙыусылар ни эшләп булмаһын ти. Ә һин, мин һәм башҡалар? Саган иптәш, тормошта төшөнкөлөккә бирелеп һәм ашығып йәшәргә ярамай. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, үтә ҡыҙыу тиҙ үлә, - тей, башҡорт мәҡәле. Һалмаҡ булғаны өсөн башҡорт халыҡ булараҡ оҙаҡ йәшәй. --Рөстәм Нурыев 10:40, 30 Декабрь (Аҡъюлай) 2009 (UTC)
- Яҙғанда була инде, ҡулға һуҡмаҫтар әле яҙған өсөн. Ятып ҡалғансы, атып ҡал тигәндәй. Тик матур итеп яҙа белеүсе кәрәк.--Haqmar 11:50, 30 Декабрь (Аҡъюлай) 2009 (UTC)
- Шулай булһа ярармы? Яраһа, таратырға кәрәк. --Рөстәм Нурыев 17:39, 30 Декабрь (Аҡъюлай) 2009 (UTC)
- Ҡатнашыусылар ихтибарына. Мин үҙем 7 көнгә ауылға китәм, унда Интернетҡа моғайын сыға алмам. Мөкинселегеҙ һәм ваҡытығыҙ булһа, хатты район һәм ҡала хаҡимиәттәренә, киң мәғлүмәт сараларына таратығыҙ әле. --Рөстәм Нурыев 16:01, 1 Ғинуар (Һыуығай) 2010 (UTC)
- Шулай булһа ярармы? Яраһа, таратырға кәрәк. --Рөстәм Нурыев 17:39, 30 Декабрь (Аҡъюлай) 2009 (UTC)
- Яҙғанда була инде, ҡулға һуҡмаҫтар әле яҙған өсөн. Ятып ҡалғансы, атып ҡал тигәндәй. Тик матур итеп яҙа белеүсе кәрәк.--Haqmar 11:50, 30 Декабрь (Аҡъюлай) 2009 (UTC)
- Башҡортостан ҡалалары буйынса ай проекты иғлан ителде тип. Яҙыусылар ни эшләп булмаһын ти. Ә һин, мин һәм башҡалар? Саган иптәш, тормошта төшөнкөлөккә бирелеп һәм ашығып йәшәргә ярамай. Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, үтә ҡыҙыу тиҙ үлә, - тей, башҡорт мәҡәле. Һалмаҡ булғаны өсөн башҡорт халыҡ булараҡ оҙаҡ йәшәй. --Рөстәм Нурыев 10:40, 30 Декабрь (Аҡъюлай) 2009 (UTC)
Район һәм Ҡала хаҡимите башлыҡтарына асыҡ хат
үҙгәртергәХөрмәтле район һәм ҡала хаҡимиәте башлыҡтары!
Һеҙҙең ихтибарығыҙға түбәндәге мәғлүмәтте еткерәбеҙ. Интернет киңлегендә ирекле энциклопедия — Википедия проекты бик күп телдә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә, даими үҫеш ала. Википедия проекты мәдти ҡыҙыҡһыныу көҫәмәй. Википедияның үҙенсәлеге – Интернет ҡулланыусылары араһынан теләгән бер кешенең булған мәҡәләләргә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү, йәки яңы мәҡәләләр яҙыу, ҡайһы бер тәғлимәттәр буйынса фекер алышыуҙарҙа, бәхәстәрҙә ҡатнашыу кеүек мөмкинселектәргә эйә булыуҙа. Википедияның башҡорт бүлегендә ҡатнашыусылар 2010 йылдың ғинуар (һыуығай) айында Башҡортостан ҡалалары тигән темаға мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарының эстәлеген яңыртыу буйынса айлыҡ үткәрергә тәҡдим итте. Һеҙ был тәҡдимде хуплап, үҙ хөкөмегеҙ менән мәғәриф, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралыры хеҙмәткәрҙәренә күрһәтмә бирһәгеҙ, халыҡҡа еткерһәгеҙ, Һеҙ етәкләгән ҡала тураһында мәҡәләне юғары кимәлдә яҙып булыр ине. Иң мөһиме, ул мәҡәлә ысынбарлыҡты сағылдырыр ине. «Күмәкләгән яу ҡайтарған» тигән башҡорт мәҡәле. Моғайын, ҡала тураһында бер генә мәҡәлә түгел, ә бихисап мәҡәлә яҙылыр. Википедияның башҡорт бүлегенең Интернеттағы урыны — http://ba.wikipedia.org/wiki/Баш_бит , Башҡортостан ҡалалары тигән башланғыс урыны — http://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡортостан_ҡалалары .
Һеҙҙең ихтибарға һәм хуплауға ышынып, Ирекле энциклопедия — Википедияның башҡорт бүлегендә ҡатнашыусылар. Яңы йылда яңы уңыштар!
Киң мәғлүмәт сараларына асыҡ хат
үҙгәртергәХөрмәтле киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре!
Һеҙҙең ихтибарығыҙға түбәндәге мәғлүмәтте еткерәбеҙ. Интернет киңлегендә ирекле энциклопедия — Википедия проекты бик күп телдә, шул иҫәптән башҡорт телендә лә, даими үҫеш ала. Википедия проекты мәдти ҡыҙыҡһыныу көҫәмәй. Википедияның үҙенсәлеге – Интернет ҡулланыусылары араһынан теләгән бер кешенең булған мәҡәләләргә үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индереү, йәки яңы мәҡәләләр яҙыу, ҡайһы бер тәғлимәттәр буйынса фекер алышыуҙарҙа, бәхәстәрҙә ҡатнашыу кеүек мөмкинселектәргә эйә булыуҙа. Википедияның башҡорт бүлегендә ҡатнашыусылар 2010 йылдың ғинуар (һыуығай) айында Башҡортостан ҡалалары тигән темаға мәҡәләләр яҙыу һәм булғандарының эстәлеген яңыртыу буйынса айлыҡ үткәрергә тәҡдим итте. Һеҙ был тәҡдимде хуплап, киң мәғлүмәт саралыры аша халыҡҡа еткерһәгеҙ, Башҡортостан ҡалалары тураһындағы мәҡәләләрҙе юғары кимәлдә яҙып булыр ине. Иң мөһиме, ул мәҡәләләр ысынбарлыҡты сағылдырыр ине. «Күмәкләгән яу ҡайтарған» тигән башҡорт мәҡәле. Моғайын, һәр ҡала тураһында бер генә мәҡәлә түгел, ә бихисап мәҡәлә яҙылыр. Википедияның башҡорт бүлегенең Интернеттағы урыны — http://ba.wikipedia.org/wiki/Баш_бит , Башҡортостан ҡалалары тигән башланғыс урыны — http://ba.wikipedia.org/wiki/Башҡортостан_ҡалалары .
Һеҙҙең ихтибарға һәм ярҙамға ышынып, Ирекле энциклопедия — Википедияның башҡорт бүлегендә ҡатнашыусылар. Яңы йылда яңы уңыштар!