Фекерләшеү:Байымов Хажиәхмәт Хаживәли улы
Һуңғы хәбәр: 3 года назад элек Айсар яҙған
«Байымов Хажиәхмәт Хаживәли улы» мәҡәләһен ҡатнашыусы Guram52 |
Айсар, район Советы рәйесе - муниципаль ғына түгел, совет эшмәкәре лә булып тормаймы ни? Хәҙерге хакимиәт башлыҡтары бер аҙ ике вазифа алып барҙы бит--Guram52 (әңгәмә) 20:12, 9 апрель 2021 (UTC)
- Әлбиттә, тик һеҙ улай яҙмағағыҙ бит: совет - һүҙ СССР-ға (ил, дәүләткә) йүнәлтелә, был совет йәки СССР... йырсыһы, эшселәре, халҡы һ.б. мәғәнәһендә. Совет заманына ҡағылышлы «совет органдары хеҙмәткәре, эшмәкәре» тип яҙыу дөрөҫ, әммә СССР тарҡалғандан һуң был һүҙбәйләнеш тә, уға ҡағылышлы эш-вазифалар ҙа бөтөнләй икенсе мәғәнә алды, ҡала-район һәм уларҙан түбәнерәк кимәлдә һаҡланып ҡалған һәм элек ҙур хәрефтән яҙылған, әле башлыса бәләкәйгә әйләнгән «совет» һүҙен алмаштырырға әллә һүҙ табылманы, әллә дәрт-дарманы етмәне яңы властың, бәлки был ваҡ мәсьәлә булғандыр... Шунан сығып, 90-сы йылдарҙа ике вазифаны бер үк ваҡытта башҡарған хакимиәт башлығын «совет эшмәкәре» тип атау тарихи дөрөҫлөккә бигүк тура килмәй, уларҙың бөтәһе лә тиерлек Совет рәйесе вазифаһын бары икенсе планға ҡуйҙы. Артабан - Байымовтың партия эшенә бер ҡыҫылышы ла юҡ бит (текст буйынса). Дөйөм алғанда, закон һәм йәш буйынса хаҡлы ялға сыҡҡандарҙы «муниципаль хеҙмәткәр, хужалыҡ эшмәкәре» тип яҙыу шулай уҡ дөрөҫ түгелдер ул, логик яҡтан дөрөҫө: (бөгөнгә, мәҡәлә яҙылған көнгә ҡарата): хеҙмәт ветераны. 1994—1997 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Күмертау ҡала Советы рәйесе — ҡала хакимиәте башлығы. --Айсар (әңгәмә) 15:17, 10 апрель 2021 (UTC)