Фекерләшеү:Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы

ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1974; Р.М.Әйүпов курсы) ,

Ижады тасуирлау көсө, юғары актёрлыҡ оҫталығы менән ҡылыҡһырлана. Уның Гөльямал (“Гармунсы дуҫ”, Н.Нәжми; дебют, 1974), Зөбәржәт һәм Шәфәҡ (“Ай тотолған төндә”), Һәҙиә (Ғ.Ғ.Шафиҡовтың ш. уҡ исемле пьесаһы) ролдәре драматизм һәм нескә психологик һынланышы м‑н айырыла. Б. ижадында төп урынды сыҙамлы, көслө рухлы ҡатындар образдары биләп тора: Зәмзәгөл (“Йәйәүле Мәхмүт”, М.Кәрим), Мария Тереза (М.Кәримдең “Ярлыҡау” повесы б‑са Р.В.Исрафиловтың ш. уҡ исемле сәхнәләштергән әҫәре) һ.б. Актрисаның комик ролдәре — Диләфрүз (“Диләфрүзгә дүрт кейәү”, Т.Ғ.Миңнуллин), Мөнирә (“Ҡыҙ урлау”, М.Кәрим), Заһира (“Зәңгәр шәл”, К.Ғ.Тинчурин) — халыҡсан юмор һәм гротеск элементтары м‑н айырылып тора. Лирик һәләтле актриса классик драматургиялағы ролдәрендә лә ышандыра: Филумена Мартурано (Э. де Филиппоның “Филумена Мартурано (“Илай белмәгән ҡатын”, Э. де Филиппоның “Филумена Мартурано” пьесаһы б‑са), Диана (“Әкәмәтле һөйөү”, Лопе де Веганың “Бесән өҫтөндә эт” — “Собака на сене” пьесаһы б‑са) һ.б. Аркадина (“Аҡсарлаҡ” — “Чайка”, А.П.Чехов; Милли Йәштәр театры) һәм Регина Эрнстовна ролдәре (“Алдан түләйем!”, Н.М.Птушкина) актрисаның ҙур ижади уңышы булды.

БАДТ сәхнәһендә Н.Ғәйетбайҙың “Дүрт кешелек табын” (1989), У.Шекспирҙың “Ун икенсе төн” (“Двенадцатая ночь”; 1993) һ.б. әҫәрҙәрен ҡуя. Кино‑ һәм телефильмдарҙағы ролдәре: Гөлбикә (“Алтын атлы һыбайлы” — “Всадник на золотом коне”, Мосфильм, 1980), Килен (“Төпкөлдән төшкән килен”, Баштелефильм, 1986), Һәҙиә (“Башҡортостан” ТРК‑һының ш. уҡ исемле фильмы, 1991). Уҡыусылары: Р.Р.Ҡарабулатов, С.Ф.Хәкимова, А.Х.Әмиров, БР‑ҙың атҡ. артистары Ю.Ш.Ғәйнуллин, А.С.Хәлилов. СССР халыҡтарының Бөтә Рәсәй театр сәнғәте һәм драматургияһы смотры дипломанты (Ленинград, 1982). БАССР‑ҙың Салауат Юлаев ис. пр. лауреаты (1981).

«Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы» битендә фекер алышыу башларға

Фекер алыша башларға
«Бабичева Таңсулпан Даһи ҡыҙы» битенә кире ҡайтырға.