Факт (лат. factum — ғәмәлгә ашҡан) — киң мәғәнәлә хәҡиҡәт синонимы була алған термин; ваҡиға йәки һөҙөмтә; ғәмәлдә булған, ә уйлап сығарылған түгел; дөйөмгә һәм абстрактҡа ҡапма-ҡаршы аныҡ һәм берҙән-бер[1].

Фән философияһында факт — иҫбатлана ала торған эмпирик белемде[1], раҫламаны йәки шартты нығытыусы үҙенсәлекле һөйләм. Факт теорияға йә фаразға (гипотезаға) ҡаршы ҡуйыла. Фәнни теория факттарҙы тасуирлай һәм аңлата, ул шулай уҡ яңыларҙы ла алдан әйтеп бирә ала. Туранан-тура дөрөҫләнә йә кире ҡағыла алмаған раҫлау фараз йә фекер тип атала.

Хәҙерге фән философияһында факттың ике төп концепцияһы таралған: фактсылыҡ һәм теориясылыҡ. Беренсеһе факттарҙың теорияға бәйһеҙлеген раҫлай. Икенсеһе факттарҙы тулыһынса теорияға буйһондора. Был ике концепцияны бер юлы ҡулланған ҡараштар ҙа бар[1].



Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Никифоров А. Л. Факт // Новая философская энциклопедия / Ин-т философии РАН; Нац. обществ.-науч. фонд; Предс. научно-ред. совета В. С. Стёпин, заместители предс.: А. А. Гусейнов, Г. Ю. Семигин, уч. секр. А. П. Огурцов. — 2-е изд., испр. и допол. — М.: Мысль, 2010. 

Һылтанмалар

үҙгәртергә