Фазылова Рима Фәми ҡыҙы

Фазылова Рима Фәми ҡыҙы — Яңауыл районының почетлы гражданины.

Биография үҙгәртергә

1952 йылда тыуған. Асауҙыбаш һиғеҙйыллыҡ, Ямаҙы урта мәктәбендә уҡыған. Казан дәүләт педагогия университетының тарих-филология факультетын тамамлаған. 1975 йылда 25 һанлы Бәҙрәш СПТУда тарих һәм әҙәбиәт уҡытҡан, 1977 йылдан — училище завучы.

1991 йылдан хаҡлы ялға сыҡҡансы — Яңауыл районының мәҙәниәт бүлеге мөдире. Бөгөн Рима Фазылова район ветерандар советын етәкләй. «БАССРҙың атҡаҙанған һөнәри белем биреү уҡытыусыһы», «Рәсәйҙең һөнәри техник белем биреү отличнигы» исеменә лайыҡ, Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығының «Мәҙәниәт өлкәһендә ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе бар.