Учени́к , уҡыусы ҡыҙ

Уҡыусы
Рәсем
Эшмәкәрлек сфераһы өйрәтеү[d]
Ҡапма-ҡаршыһы мәктәп уҡытыусыһы[d]
 Уҡыусы Викимилектә

киң мәғәнәлә: нимәгәлер өйрәнеүсе кеше.

Башланғыс йәки урта уҡыу йорто уҡыусыһын уҡыусы тип атайҙар[1].

Стандарт уҡыу программалары буйынса уҡытылған уҡыу йорттары урта мәктәптәр тип атала.

Урта мәктәптәрҙә уҡыу баҫҡыстары: башланғыс 1-4 кластар, төп 5-9 кластар, өлкән 10-11 кластар[2].

Шулай итеп, 1-4 кластарҙа уҡыған балаларҙы башланғыс мәктәп уҡыусылары, 5-9 кластарҙы төп мәктәп уҡыусылары, 10-11 кластарҙы юғары мәктәп уҡыусылары йәки өлкән класс уҡыусылары тип атайҙар.

Шулай уҡ теләһә ниндәй класс уҡыусылары өсөн дөйөм атама — мәктәп уҡыусылары тигән исем бар.

Рәсәйҙә 2001 йылдан мәктәп урта дөйөм белем биреү — был 11 класс, ә төп дөйөм белем биреү — 9 класс тип билдәләнә[3].

Икенсе мәғәнәлә уҡыусы-ниндәйҙер предметты, ниндәйҙер фән йәки техника тармағын, ниндәйҙер эште белгес, оҫта етәкселегендә өйрәнгән кеше[4]. Мәҫәлән, итексе, токарь, сәс оҫтаһы (парикмахер) булырға әҙерләнә..

Шулай уҡ ниндәйҙер тәғлимәткә эйәреүсе, кемдеңдер ҡараштарын һәм идеяларын (ижтимағи, фәнни, дини һ. б.) тотоусы кешене шәкерт тип атайҙар), эшмәкәрлеген дауам итә[1]. Мәҫәлән, Ғайса Мәсихтең тәүге шәкерттәрен шәкерт тип йөрөткәндәр. Ленин Маркс һәм Энгельстың тоғро шәкерте, уларҙың идеяларына эйәреүсе тип һанала.

Тарихы үҙгәртергә

«Уҡыусы» һүҙе «уҡытыу» һүҙенән барлыҡҡа килгән. Учить һүҙе үҙ сиратында дөйөм славян телендәге укъ һүҙенән (боронғо заманда ҡаты тартынҡыға тамамланған һүҙҙәрҙең аҙағында «еръ» — Ъ хәрефе яҙыла). Укъ һүҙе хәҙерге телдә уҡыу (учение) һүҙе мәғәнәһендә ҡулланылған[5].

Уҡыусы һүҙе уҡытыу, тәғлимәт, ғалим, фән, фәнни һ. б. һүҙҙәре менән бер тамырлы, ә тарихи яҡтан ул «күнекмә, күнегеү, ғәҙәт» һүҙҙәре менән, ә бәлки, аҡыл" һәм ҡолаҡ[5] кеүек һүҙҙәр менән дә бер тамырлы.

Һынлы сәнғәтәге һүрәттәр үҙгәртергә

 
М. В. Нестеров. «Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе», 1890. Дәүләт Третьяков галереяһы
  • «Ауыл мәктәбе». Альбер Анкер, швейцар рәссамы, 1831—1910
  • «Телдән иҫәп. С. А. Рачинскийҙың халыҡ мәктәбендә». Урыҫ рәссамы Н. П. Богданов-Бельский, 1868—1945.
  • «Ауыл мәктәбе». Морган Уэйстлинг, америка рәссамы, тыуған.1964 йылда
  • «Башланғыс мәктәп». Магнус
  • Энкель, фин рәссамы (18701925).
  • «Уҡытыусыға бүләк». Абрам М.Харьковский, совет рәссамы (19111995).
  • «Мәктәптә өҫтәмә дәрестәр». Дмитрий и. Пускин, совет рәссамы (19191999).
  • «Мәсьәләне сисмәнем». Виктор А.Цветков, рәсәй рәссамы, тыуған. 1951 йылда

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [ Учение] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
  1. 1,0 1,1 Большой толковый словарь русского языка / под руководством С. А. Кузнецова. — М.: Норинт, 1998. — 1534 с. — ISBN 5-7711-0015-3.
  2. Если в шаблоне {{cite web}} задаётся параметр archive-url=, должен задаваться и параметр archive-date=, и наоборот. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ]. Дата обращения: 19 сентябрь 2021.
  3. Постановление Правительства РФ от 23 марта 2001 г. N 224 "О проведении эксперимента по совершенствованию структуры и содержания общего образования". Информационно-правовая система Гарант. Дата обращения: 19 сентябрь 2021. Архивировано 19 сентябрь 2021 года.
  4. Ушаков Дмитрий Николаевич. Толковый словарь русского языка для учащихся. — Хит-книга, 2021. — 768 с. — ISBN 978-5-6044281-6-0.
  5. 5,0 5,1 Н.М. Шанский, Т.А. Боброва. Школьный этимологический словарь словарь русского языка. Происхождение слов.. — М.: Дрофа, 2004. — 398 с. — ISBN 5-7107-8679-9.