Уҡытыусылар йорто (Таганрог)

 архитектура ҡомартҡыһы

Иҫтәлекле урын
Дом учителя
Ҡала Таганрог, Петровская урамы, 89

Уҡытыусылар йорто — Таганрогтың үҙәк өлөшөндәге боронғо айырым йорт.

Тарихы үҙгәртергә

Петровская урамында XIX быуат башында төҙөлгән ярым подвалы булған боронғо бер этажлы айырым йорт[1]. Тарих һәм архитектура ҡомартҡылары исемлегендә коммерция суды бинаһы булып иҫәпләнә. Йорттоң хужаһы булып иҫәпләнеүселәр: 1807 йылдан — ҡала баҡсаһы баҡсасыһы Манойло Ласкараки; 1873 йылдан 1880 йылға тиклем — Таганрогтың почётлы гражданины Дмитрий Ласкараки; 1890 йылдан 1906 йылға тиклем — вариҫ Е.Алексопуло; 1915 йылдан — Таганрогтың почётлы гражданины В. И. Воронкин. 1863 йылғы ҡала картаһы буйынса — йорт биләмәһендә «Шәхси йортта коммерция суды» урынлаша. 1912 йылдан — йыллыҡ 120 һум түләүле Грановский Емельян Михайловичтың I ҡатлам шәхси училищеһы (ирҙәр гимназияһы курсы — төп дүрт класс) биләй. 1943 йылдың 3 декабренән йорт биләмәһендә Пионерҙар йорто асыла. Ул 1944 йылдың февраленә тиклем эшләй, аҙаҡ П. И. Чайковский исемендәге балалар музыка мәктәбенә күсерелә[2]. Ошонан һуң бинала Уҡытыусылар йорто урынлаша (Мәғариф эшселәре Йорто). 1947 йылда Таганрог Уҡытыусылар йорто базаһында пианиносы һәм вокалсы Чангли-Чайкин Иван Федорович тарафынан талантлы йырсыларҙан, уның уҡыусылары А.Агуреев, Т.Покатило, Н.Петровая, Ж.Хлебникова, И.Хлебников, А.Ларин, Е.Манюхин, Ф.Новиков, И.Филиппов, А.Воробьёв, А.Геворкова, А.Гладков һәм башҡаларҙан торған үҙешмәкәр коллектив төҙөлә[3]. Артистар Рубинштейн Антон Григорьевичтың «Демон», Джузеппе Вердиҙың «Аида», Пётр Ильич Чайковскийҙың «Мазепа» һ.б. операларҙан ариялар һәм күренештәр өҫтөндә эшләйҙәр[3]. 1960-сы йылдарҙан 1980-се йылдар аҙағына тиклем Уҡытыусылар йортонда данлыҡлы Халыҡ драма театры эшләй, театр менән Потик Борис Осипович, аҙаҡ Рогульченко Владимир Дмитриевич етәкселек итә. Халыҡ театрында Ветров Владислав Владимирович, Маховский, А.Кулешов, В.Ходыкин һәм башҡалар кеүек һоҡланғыс артистар уйнайҙар.[4] Хәҙерге ваҡытта бинала «Йәштәр үҙәге» Муниципаль мәҙәниәт учреждениеһы урынлашҡан[5]. Уның стеналары эсендә әлеге ваҡытта «Дон актерҙары берҙәмлеге» театры һәм Нонна Малыгина Театры[4], Басов Михаил Михайловичтың «400 тибеш» киноклубы эшләй[6].

Уҡытыусылар йортонда эшләнеләр һәм сығыш яһанылар үҙгәртергә

  • Басов Михаил Михайлович (1977) — Рәсәй режиссёр-документалисы, медиарәссам.
  • Ветров Владислав Владимирович (1964) — Совет һәм Рәсәй театр, кино актёры, режиссёр, сценарист. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы.
  • Летов Сергей Фёдорович (1956) — Рәсәй музыканты, саксофонсы, сәсән.
  • Покровская Анна Михайловна (1904—2001) — Совет педагогы, тыныслыҡ илсеһе[7].
  • Рогульченко Владимир Дмитриевич (1950) — Рәсәй театр режиссёры, актёры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы.
  • Столяр Роман Соломонович (1967) — Рәсәй композиторы һәм пианиносы-импровизатор.
  • Чангли-Чайкин Иван Федорович — Рәсәй педагогы, пианиносы, вокалсы, Таганрог Халыҡ опера театрын ойоштороусы.
  • Шабельников Юрий Леонидович (1959) — Рәсәй рәссамы.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Назаренко И. В. Работников просвещения дом // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 595. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  2. Киричек М. С. Дворец пионеров и школьников // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 312. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  3. 3,0 3,1 Кукушин В. С., Бойко З. А. Музыкальная культура города Таганрога. — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1999. — С. 26-28. — ISBN 5-88616-079-5.
  4. 4,0 4,1 Пащенко И., Протопопов В. Вот эта улица, вот этот дом — 2. Дом Ласкараки // Таганрогская правда. — 2011. — 13 мая.
  5. Собств. корр. Городской конкурс социальной рекламы «Жить здорово!» 2012 йыл 19 июль архивланған. // l-is-l.ru. — 2012. — 13 марта.
  6. Демидов А. В Таганроге киноклуб «400 ударов» отметил своё пятилетие // www.ruffnews.ru. — 2015. — 18 мая.
  7. Шварцман И. Кто спас одного человека, тот спас весь мир // www.aen.ru. — 2004. — 26 февр.