Ушанов Тәфтизан Сабирйән улы
Ушанов Тәфтизан Сабирйән улы (19 декабрь 1937 йыл—23 декабрь 2011 йыл), журналист, тәржемәсе. 1956 йылдан (өҙөклөк менән) «Баймакский вестник» гәзите тәржемәсеһе, 1965 йылдан — яуаплы секретарь; 1995—2003 йылдарҙа «Һаҡмар» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. 1976 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986). Сәғит Мифтахов (1978) һәм Батыр Вәлид (1987) исемендәге премиялар лауреаты.
Ушанов Тәфтизан Сабирйән улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 19 декабрь 1937 |
Тыуған урыны |
Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Хәлил ауыл Советы (Әбйәлил районы), Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 23 декабрь 2011 (74 йәш) |
Һөнәр төрө | журналист, яҙыусы, тәржемәсе |
Эш урыны | "Баймакский вестник" гәзите[d] |
Уҡыу йорто | Темәс башҡорт педагогия училищеһы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәТәфтизан Сабирйән улы Ушанов 1937 йылдың 19 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Әбйәлил районының Хәлил ауыл советы Шаҙығай[1] ауылында тыуған. Бала-сағы Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында үтә, ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. 1952—1958 йылдарҙа Темәс педагогия училищеһында уҡый. Уҡыу йылдарында уҡ шиғырҙар, хикәйәләр яҙа. Шуға күрә райком йәш, әүҙем белгесте район гәзитенә эшкә йүнәлтә. 1956 йылдан (өҙөклөк менән) «Баймакский вестник» гәзите тәржемәсеһе, 1965 йылдан — яуаплы секретарь; 1995—2003 йылдарҙа «Һаҡмар» гәзитенең мөхәррир урынбаҫары. Гәзит эшенә 47 йыл ғүмерен биреп, хаҡлы ялға 2003 йылда сыға[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәТөп эше менән бергә йәмәғәт эштәрен уңышлы алып бара. Оҙайлы йылдар мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең райком профсоюзы менән етәкселек итә. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша. Юлай Мәҡсүтов исемендәге премияны тапшырыу комиссияһының, «Атайсал» клубының ағзаһы, райондың арҙаҡлы шәхестәре тураһында йөкмәткеле мәҡәләләр авторы ла була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1986);
- Сәғит Мифтахов исемендәге премия лауреаты (1978);
- Батыр Вәлид исемендәге премия лауреаты (1987).
- Матбуғат, партия, профсоюз ойошмаһының күп һанлы Почёт грамоталарына лайыҡ була
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Гөлшат Ғилман ҡыҙы менән 4 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1970 йылдарҙа бөткән ауыл
- ↑ 2,0 2,1 «Һаҡмар» гәзите