Утарҙа — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1894 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1894 йылдың 28 авгусында «Русские ведомости» гәзитенең 237-сы һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға}.

Утарҙа
Нигеҙләү датаһы 1894
Атамаһы В усадьбе
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә At a Country House[d]
Автор Чехов Антон Павлович
Ил  Рәсәй империяһы
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 1894
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

Хикәйә 1894 йылда яҙылған. Тәүге тапҡыр 1894 йылдың 28 авгусында «Русские ведомости» гәзитенең 237-сы һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға, шул уҡ йылда «Повести и рассказы» йыйынтығында донъя күрә, артабан А. Ф. Маркс нәшер иткән Чехов әҫәрҙәре йыйылмаһына индерелә. Чехов тере саҡта инглиз, серб-хорват һәм чех телдәренә тәржемә ителә.

Яҙыусы А. С. Лазарев Чеховтың 1887 йылда Бабкинола йәшәгәндәге тәьҫораттары нигеҙендә яҙылғанлығын билдәләй: «Бер саҡ шулай...Киселев өйөнән Чеховтың һеңлеһе ҡайтып инә. Мария Павловна, нишләптер ... Алексей Сергеевич Киселевтың шул тиклем асыуланып крәҫтиән һәм аш бешереүселәрҙең балаларын гимназияла уҡытырға тырышып ятыуҙары, ә уларҙы елкәләренән төртөп гимназиянан ҡыуып сығарыу урынына властың быға риза тороуы тураһында һөйләй... Һеңлеһен тыңлап бөткәс, Чехов яурындарын һелкетеп ҡуя һәм өҙгөләнеп: «Һин шул юләрҙе тыңлап торҙоңмо!»-ти. Вл. И. Немирович-Данченко авторға былай тип хат яҙа: «Утарҙа» — классик пьеса, ышанығыҙ миңә. Ул кешеләргә шул тиклем ныҡ тәьҫир итә. Һеҙҙең хикәйәләрегеҙ араһында был иң яҡшыларының береһе.[1]


Тәнҡитсе С. А. Андреевский хикәйәне «бер туҡтауһыҙ туймай һөйләшеүсе тел биҫтәһенә» карикатура[2] тип иҫәпләй.

В. Альбов Чехов ижады тураһындағы мәҡәләһендә : «Утарҙа» хикәйәһе Чеховтың башҡа хикәйәлре менән бер рәттә «бөтөнләй йыртҡыс, хайуанға хас фигураларҙы»[3] бик оҫта итеп һүрәтләй.

Персонаждар

үҙгәртергә
  • Павел Ильич Рашевич, дворян, йорт хужаһы.
  • Мейер, мещан, йәш суд тикшереүсеһе.
  • Рашевичтың ике ҡыҙы, Женя һәм Ираида, 24 һәм 22 йәштә.


Павел Рашевич, тол дворян, үҙ йортонда суд тикшереүсеһе Мейерҙы ҡабул итә. Ул ныҡ тулҡынланып «изге ҡанлы» дворяндарҙың интеллектуаль юғарылығы тураһындағы идеяны Мейерға һөйләй. Рашевич уйлауынса, йәш кеше булараҡ, суд тикшереүсеһе Женяға шәп кейәү булыр ине һәм утарҙың бөтә мәшәҡәттәре һәм уны ҡарау өсөн тотолған бурыстар барыһы ла йәш кешегә күсер ине тип уйлай. Ә бит уның утары өсөн ваҡытында түләнмәгән налогтар һәм уның буйынса өҫтәлмә түләүҙәр генә ике меңдән артыҡ булып киткән. Рашевичтың бик оҙаҡ һөйләгәне Мейерға оҡшамай, һәм ул бары тик әҙәплелек һаҡлап ҡына уларҙа киске ашҡа ҡала. Рашевич бытбылдап, хатта берәй бысраҡ әҙәм уның янына килһә уның «моронона туп-тура төртөп»: «Ҡулдарыңды ал! Һәр бер сиңерткә үҙ урынын белергә тейеш» тип әйтеүгә тиклем барып етә. Мейер уның был һүҙҙәренә, бер ваҡытта ла үҙенең былай әйтмәйәсәген белдерә , сөнки ул үҙе-мещан, ә уның атаһы ябай эшсе булған. Бын ишеткән Рашевич уңайһыҙланып китә, ә уның ҡыҙҙары ояттарынан ҡыҙарына. Артабан Мейер үҙенең йәмғиәттә торған урыны менән ғорурланыуын әйтә һәм үҙенә ҡайтып китә.

Рашевичтың ҡыҙҙары аталарына үпкәләй һәм иртәгеһен уның менән осрашырға теләмәй. Рашевич ҡыҙҙарына хат яҙа . Унда үҙенең ҡартайғанлығын, бер кемгә лә кәрәк түгеллеген иҫәптә тотоуҙы һәм әгәр үлеп-маҙар китһә, үҙен «ябай ҡарағай таҡтанан эшләнгән табутта бер ниндәй тантанаһыҙ» күмеүҙәрен һорай.

  • Чехов А. П. В усадьбе // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Dans une gentilhommière, notes page 1015, traduit par Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1971, ISBN 2 07 0106 28 4.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, page 43, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә