Урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса умартасылыҡ һүҙлеге
Урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса умартасылыҡ һүҙлеге (2001) — умартасылыҡ буйынса һүҙлек. Авторы — филология фәндәре кандидаты Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы Зәйнуллина. Баҫма яҙыусылар, журналистар, тәржемәселәр, умартасылылыҡ өлкәһендә эшләүселәр, уҡытыусылар, башҡорт терминдары менән ҡыҙыҡһыныусы башҡа киң ҡатлам уҡыусыларға тәғәйенләнә[1].
Урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса умартасылыҡ һүҙлеге | |
Атамаһы | Русско-башкирский, башкирско-русский пчеловодческий словарь |
---|---|
Автор | Зәйнуллина Гәүһәр Динмөхәмәт ҡыҙы |
Нәшер итеүсе | Китап |
Нәшер ителеү урыны | Өфө |
Нәшер ителеү ваҡыты | 2001 |
Тасуирлама
үҙгәртергәҺүҙлеккә умартасылыҡҡа ҡараған меңдән ашыу лексик берәмек индерелгән, улар билдәле бер системаға һалынған. Шулай уҡ иҫкереп, онотолоп барған һүҙҙәр менән байытылған.
Башҡорт халҡының боронғо шөғөлө булған ҡортсолоҡҡа бәйле бик күп һүҙҙәре, һүҙбәйләнештәре, әйтемдәре, мәҡәлдәре, был тармаҡ буйынса һәр нәмәнең башҡортса атамаһы бар, ләкин уларҙың күбеһе һирәк ҡулланғанлыҡтан иҫкергән һүҙҙәр рәтенә инеп, әкренләп онотола бара. «Урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса умартасылыҡ һүҙлеге» ҡортсолоҡҡа ҡараған атамаларҙы телдә һаҡлап ҡалыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә[2].
Төҙөлөшө
үҙгәртергә- Инеш һүҙ.
а)умартасылыҡ тарихынан;
б) ҡоротсолоҡ лексикаһы хаҡында бер нисә һүҙ.
- Һүҙлек төҙөлөшөнә аңлатма;
- Ҡушымта — Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә (Русса-башҡортса умартасылыҡҡа ҡараған әйтемдәрҙән, мәҡәлдәрҙән тора);
- Файҙалы кәңәштәр
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Г. Д. Зәйнуллина. «Урыҫса-башҡортса башҡортса-урыҫса умартасылыҡ һүҙлеге». — Өфө: «Китап», 2001 й. — С. 153.
- ↑ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (ИИЯЛ). «Башкортостан в XX столетии. Исторические портреты. Выпуск IV». — Өфө: «ИИЯ УНЦ РАН», 2017 й. — С. 95—97.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты (ИИЯЛ). «Башкортостан в XX столетии. Исторические портреты. Выпуск IV». — Өфө: «ИИЯ УНЦ РАН», 2017 й. — С. 95—97.
- Урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса умартасылыҡ һүҙлеге 2022 йыл 19 декабрь архивланған.
- Г. Д. Зәйнуллина. «Урыҫса-башҡортса башҡортса-урыҫса умартасылыҡ һүҙлеге». — Өфө: «Китап», 2001 й. — С. 153.