Уралым (башҡорт мәҙәни үҙәге)

Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәйле ҡалаһындағы йәмәғәт ойошмаһы

"Уралым" (башҡорт мәҙәни үҙәге) (урыҫ.«Башкирский культурный центр "Уралым", г. Верхний Уфалей ЧО, 1994 г.) — Үрге Өпәйле ҡалаһындағы йәмәғәт ойошмаһы. Башҡорт телен, мәҙәниәтен тергеҙеү, һаҡлау һәм килер быуындарға рухи ҡомартҡыларҙы бар тулылығында тапшырыу маҡсатында ойошторолған. Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәйле ҡалаһында урынлашҡан[1].

Уралым
Нигеҙләү датаһы 1994
Дәүләт  Рәсәй
Урын Үрге Өпәйле һәм Силәбе өлкәһе

Тарихы үҙгәртергә

"Уралым" башҡорт мәҙәни үҙәге 1994 йылда Силәбе өлкәһенең Үрге Өпәйле ҡалаһында никелселәр Мәҙәниәт һарайында 1989 йылдан алып эшләгәп килгән башҡорт-татар милли үҙәге нигеҙендә булдырыла, 1999 йылда рәсми рәүештә теркәлә. Үҙәктең төп эш йүнәлеше — башҡорт милли йолаларын тергеҙеү. Ойошма өлкәнең башҡорт-татар үҙәге сараларында әүҙем ҡатнаша. Быуындандан-быуынға тапшырылып килгән милли байрамдарыбыҙҙы үткәрә, ҡала мәктәптәренең береһендә башҡорт теле уҡытылған класс булдырыла. Ҡала Мәҙәниәт һарайы эргәһендә "Ләйсән" һәм никелселәр Мәҙәниәт һарайында "Дуҫлыҡ" үҙешмәкәр ансамблдәренең эшләй башлай. Был ансамблдәр Силәбе өлкәһенең Түбәнгә Өпәйле, Наҙы-Петровск ҡалаларында, Наҙы-Петровск районының Әптрәк ауылында, Башҡортостан Республикаһы сәхнәләрендә сығыш яһай.

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

"Уралым" башҡорт мәҙәни үҙәге Үрге Өпәйле крайҙы өйрәнеү музейы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Музейҙа, Сәнғәт үҙәгендә, ҡала мәҙәни саралары барышында асыҡ майҙансыҡтарҙа башҡорт миллли кейеме, халҡыбыҙҙың көнкүрештә ҡулланған әйберҙәре күргәҙмәләрен үткәреүҙә ҡатнаша. 2002 йылдан алып музейҙа "Башҡорт тирмәһе" күргәҙмәһе даими эшләй. Үҙәк ағзалары күргәҙмәне экспонаттар менән тулыландырыу өсөн был эшкә Эткүл, Дауыт ауылдары, Каменушка ҡасабаһы, Сайма утарында йәшәүселәрҙе йәлеп итә. Унда йорт эсе ҡаралтыларынан тыш халҡыбыҙ борондан ҡулланған эш ҡоралдары ла ҡуйыла.

"Уралым" башҡорт мәҙәни үҙәге тырышлығы менән Үҙәк ҡала китапханаһында 3 мең дана тирәһе башҡорт телендәге әҙәби китаптар бүлеге булдырыла. 2001 йылда "Орион" балалар өҫтәмә белем биреү үҙәгендә башҡорт телен, халҡыбыҙ тарихын һәм мәҙәниәтен өйрәнеү буйынса "Туған тел — хазина" класс-студияһы асыла. Үрге Өпәйле ҡалаһының "Уралым" радиостудияһында 1989 йылдан башҡорт телендә радиотапшырыуҙар эфирға сыға (редакторы Г. Х. Сабиров), шулай уҡ башҡорт йәштәренең "Йәйғор" эстрада коллективы ла эшләй. 2002 йылда "Уралым" башҡорт мәҙәни үҙәге мәрәжәғәте буйынса Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы Үрге Өпәйлелә Башҡорт мәҙәниәте көндәрен үткәрә.

2001 йылда "Уралым" башҡорт мәҙәни үҙәге Башҡортостан Республикаһының Благовещен районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты менән дуҫлыҡ бәйләнеше урынлаштыра һәм берлектә төрлө саралар үткәреүгә өлгәшә. 2003 йылда "Уралым" башҡорт мәҙәни үҙәге тырышлығы менән ҡалала милли батырыбыҙ Салауат Юлаев хөрмәтенә Хәтер көнөн үткәрелә[2]. 2000 йылда Эткүл, 2005 йылда Дауыт ауылдарында мәсет асылыуҙа ла үҙәк ағзалары әүҙем ҡатнаша. Әлеге ваҡытта Үрге Өпәйле ҡалаһында төҙөлә башлаған мәсеткә үҙ иғәнәләрен индерергә тырышалар.

"Уралым" башҡорт мәҙәни үҙәге етәкселеге үҙгәртергә

Үҙәктең рәйесе — Г. Х. Сабиров.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә