АНО «Упсала-Цирк» — рәсәй циркы, коммерция булмаған үҙ-аллы социаль-мәҙәни хеҙмәт ойошмаһы, ҡарауһыҙ бабаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе цирк педагогика алымдары менән социаль яраҡлаштырыу. 2000 йылда Санкт-Петербургта эшләй башлай. Ойошманың маҡсаты — урам тормошон алыштытырлыҡ тормош барлыҡҡа килтерергә, балаларҙы йәмғиәткә ҡайтарырға һәм уларҙың бөтә яҡлап үҫешеүенә мөмкинлек булдырыу[2].

Упсала-Цирк
Тип

шәхси компания

Нигеҙләнгән

2000

Нигеҙләүсе

Лариса Афанасьева, Астрид Шорн

Уранлашыуы

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы, Санкт-Петербург

Төп фигуралар

Лариса Афанасьева (директор)

Тармаҡ

цирктар эшмәкәрлеге

Әйләнеш

11 млн руб. (2013 йыл)[1]

Сайт

http://upsalacircus.ru/

«Упсала-Цирк» 2000 йылда Санкт-Петербургта немец студенты Астрид Шорн һәм театр режиссёры Лариса Афанасьева тырышлығы менән барлыҡҡа килә. Улар ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы коррекцион мәктәптәнҙән, милицияның балалар комнатаһынан һәм урамдан йыйнағандар. Шорн проекттың төп алып барыусыһы була, циркка тренерҙар һәм аҡса эҙләй, фондтарға хаттар яҙа, ойоштороу эшен тотошлайы үҙе алып бара, уның тырышлығы менән цирк Германиянан, Франциянан финанс ярҙам ала. Афанасьева режиссураға һәм художестволы ҡуйылышҡа яуап бирә. Дүрт ай үткәс Берлинда Cabuwazi цирк фестивалендә «Йөрәк менән ишетергә» беренсе номерын ҡуялар һәм лауреат булалар. Тәүге ваҡытта цирк Европала сығыш яһай, Европа хәйриә фондтары ярҙамы менән. 2005 йылда өс группала 30 бала шөғөлләнгән, ә айлыҡ бюджет $5000 тиклем күтәрелгән. «Упсала-Цирк» Мюнхендә халыҡ-ара цирк фестивале премияһын ала[1].

2012 йылдан башлап бөтә спектакльдәргә музыканы билдәле композитор Дмитрий Максимачёв яҙа.

2013 йылға ҡарата йыллыҡ бюджет 11 миллион һумға тиклем етә, шул уҡ ваҡытта сығымы ҡапланыу 10-12 % була. Аҡса билет һатыу һәм сувенирҙар һатыуҙан килә: футболкалар, сумкалар һәм башҡалары. Икенсе йылына рентабеллек 30 % тиклем барып етә[1]. Әгәр тәүҙә цирк уңайлыраҡ һәм килемлерәк Европала күберәк сығыш яһаһа, шул ваҡыттан башлап Рәсәйҙә сығыш яһай башлайҙар. Евгения Горькаеваның «Душевный базар» социаль проекты менән бергә, труппа Красноярскта, Новосибирскта, Сочила, Краснодарҙа, Ростове-на-Донула, Уралда, Владивостокта, Хабаровскта һәм башҡа региондарҙа була[3][4].

2015 йылда «Упсала-Цирк» базаһында Санкт-Петербургта цирк педагогикаһы мәктәбе асыла[5].

Эшмәкәрлек

үҙгәртергә

Балалар менән дәресте профессиональ цирк тренерҙары, хореографтары һәм режиссёрҙары үткәрә. 2014 йылға ҡарата ойошмала 16 кеше эшләгән һәм 7 йәштән алып 18 йәшкә тиклемге социаль ҡурҡыныс төркөмөнән 70 бала шөғөлләнгән. Йыл һайын кризис үҙәктәренән һәм коррекцион мәктәптәрҙән циркка 50 бала эләгә, уларҙың 35 циркта тормошон дауам итәләр. Репертуарҙа бер нисә спектакль бар. 15 йыллыҡ эшмәкәрлегендә «Упсала-Цирк» Европа буйлап 500 ашыу гастролгә сыға.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Анна Ахмедова. Шапито-шоу: как работает самый успешный в России социальный цирк. Forbes (9 март 2015). Дата обращения: 8 май 2015.
  2. Хулиганы умеют мечтать. Всероссийский Союз общественных объединений, действующих в интересах детей (22 октябрь 2014). Дата обращения: 8 май 2015.
  3. Анна Гусева. Ты это маме будешь рассказывать: как устроен «Упсала-цирк». UrbanUrban (13 июнь 2014). Дата обращения: 8 май 2015. 2015 йыл 16 март архивланған.
  4. Вероника Севостьянова. «Упсала-цирк»: современная педагогическая поэма. Милосердие.ру (22 октябрь 2014). Дата обращения: 8 май 2015.
  5. Анна Аверина. На базе Упсала-цирка открылась Школа цирковой педагогики. Агентство социальной информации (5 март 2015). Дата обращения: 9 май 2015. 2015 йыл 1 апрель архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә