Уолбрук Антон
Уолбрук Антон (ингл. Anton Walbrook; төп исеме һәм фамилияһы Адольф Антон Вильгельм Вольбрюк, нем. Adolf Anton Wilhelm Wohlbrück ; 19 ноябрь 1896— 9 август 1967) — Австрия актеры, 1937 йылдан Бөйөк Британияла йәшәй һәм эшләй. Кешелекле сит ил кешеһе ролдәрен башҡара.
Уолбрук Антон | |
ингл. Anton Walbrook | |
Зат | ир-ат[1][2] |
---|---|
Гражданлыҡ | Австрия |
Тыуған ваҡыттағы исеме | нем. Adolf Anton Wilhelm Wohlbrück |
Псевдоним | Anton Walbrook |
Тыуған көнө | 19 ноябрь 1896[2][1][3][…] |
Тыуған урыны | Вена, Австро-Венгрия[2] |
Вафат булған көнө | 9 август 1967[2][1][3][…] (70 йәш) |
Вафат булған урыны | Гаратсхаузен[d], Фельдафинг[d], Штарнберг[d], Верхняя Бавария[d], Бавария, Германия Федератив Республикаһы[d] |
Үлем төрө | тәбиғи үлем[d] |
Үлем сәбәбе | Миокард инфаркты |
Ерләнгән урыны | St John-at-Hampstead[d] |
Һөнәр төрө | актёр, кино актёры |
Уҡыу йорто | Берлинская высшая школа драматического искусства[d] |
Кемдә уҡыған | Макс Рейнхардт[d] |
Әүҙемлек урыны | Мюнхен[2] |
Сексуаль йүнәлеш | Гомосексуализм[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Досье в | Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы[d][4] |
Заметная роль | Людвиг I Баварский[d] |
Уолбрук Антон Викимилектә |
Биографияһы
үҙгәртергәУолбрук Антон 1896 йылдың 16 ноябрендә Вена ҡалаһында тыуа. Уның ата-әсәһе цирк артисы була. Сәхнә оҫталығына ул Макс Рейнхардтан өйрәнә. 1922 йылда беренсе тапҡыр киноға төшә. 1930 йылда Рената Мюллер менән «Виктор һәм Виктория» (1933) Ольга Чехова менән «Вена маскарады» (1934) немец фильмдарындағы ролдәре арҡаһында ҡатын-ҡыҙ йөрәген яулаусы булып таныла.
1936 йылда Америка аудиторияһына яраҡлаштырыу маҡсатынан «Михаил Строгов» картинаһының алда төшөрөлгән өлөштәренә өҫтәмәләрҙә төшөү өсөн Голливудҡа саҡыралар. Гомосексуал булараҡ, ул Өсөнсө рейхҡа ҡайтмаҫҡа ҡарар итә. Уны сит ил граждандары роленә саҡыралар, 1936 һәм 1937 йылдарҙа ике фильмда принц Альберт ролен уйнай, «Газовый свет» (1939) фильмының беренсе версияһында енәйәтсе ир ролен башҡара.
1940 йылдарҙа Уолбрук "Лучник"тарҙың — Майкл Пауэлл һәм Эмерих Прессбургертың кинопроекттарында даими ҡатнаша. Уның иң яҡшы ролдәре иҫәбенә «Полковник Блимптың тормошо һәм үлеме» (1943) фильмында немец офицеры Тео, "Красный башмачок"та (1948) балет импресариоһы Лермонтов инә.
1957 йылда кино карьераһын тамамлауы тураһында иғлан итерҙән алда Уолбрук Офюльстың билдәле ике картинаһында — «Карусель» (1950) һәм «Лола Монтес» (1955) — уйнай.
1967 йылдың 9 авгусында Гаратхаузенда вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Deutsche Nationalbibliothek Record #117456888 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Anton Walbrook // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ https://data.performing-arts.ch/a/35494b9c-d182-48c7-aa45-7bf63d6a4059 / под ред. Швейцария башҡарыу сәнғәте архивы
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Биография на сайте Allmovie