42°45′57″ с. ш. 25°14′19″ в. д.HGЯO

Узананың дөйөм күренеше

Узана төбәге — Болгарияла, Исполин тауы (1524 м) итәгендәге Габрово территорияһында урынлашҡан географик үҙәк. Габрово ҡалаһынан 22 саҡрымда ғына урынлашҡан, Узанаға асфальт юлдан барырға мөмкин.

2009 йылдан бирле төбәк курорт комплексы статусына эйә.

1991 йылда Болгарияның географик үҙәге иҫәпләп сығарылған, шул уҡ ваҡытта Узанала Болгария флагында сағылған милли — аҡ, йәшел һәм ҡыҙыл — төҫтәргә буялған пирамида формаһындағы билдә ҡуйылған.

2008 йылда Узана Габрово ҡалаһының башҡа иҫтәлекле урындары — Юмор һәм сатира йорто, Мәғариф милли музейы һәм «Этыр» архитектура-этнографик комплексы менән Болгарияның 19-сы һанлы «100 милли туристик объекты» теҙмәһенә индерелгән (болг. Етър).

Төбәк традиция буйынса тәбиғәттә ял итеү мөмкинлектәре менән ассоциациялана. Узана Балҡан тауҙарында һәр яғы йөҙйәшәр бук урмандары менән кәртәләнгән иркен ялан булып күҙ алдына баҫа. Диңгеҙ кимәленән 1220-ҙән 1350 метрға саҡлы бейеклектә урынлашҡан, иң бейек нөктәһе — Марков өҫтәле түбәһе (1352 м). Төбәк йәйәү йөрөү һәм велосипед походтарына тура килә, популяр ҡышҡы курорт булып күҙ алдына баҫа — бында тау саңғыһы спорты өсөн ҡулайлы һигеҙ тау бите һәм уларҙың күтәргес (подъёмник) ҡоролмалары бар. Ҡарға күмелгән ялан кайт-бординг өсөн бик ҡулайлы. Туристар бер нисә ҡунаҡханала, «Эдельвейс» (Еделвайс) ял йортонда, «Узана» һәм «Урман йорто» тау приюттарында урынлаша.

Һылтанмалар

үҙгәртергә