Т. Н. Путилованың килем йорто
Т. Н. Путилованың килем йорто, йәки «ябалаҡтар менән йорт» — Санкт-Петербургта Петрогад яғынан Ҙур проспекттағы йорт, төньяҡ модерн стилендә төҙөлгән. 1906—1907 йылдарҙа сауҙагәр ҡатыны Т.. Н. Путилова заказы буйынса төҙөлгән. Архитектор И. А. Претроның төп ижад емеше. 1912 йылда ҡаланың иң яҡшы фасадтар конкурсында көмөш миҙал менән билдәләнә.
Т. Н. Путилованың килем йорто | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Санкт-Петербург |
Архитектура стиле | национальный романтизм[d] |
Мираҫ статусы | выявленный объект культурного наследия России[d] |
Т. Н. Путилованың килем йорто Викимилектә |
Тасуирлама
үҙгәртергәЙорт рус архитектураһындағы йүнәлеш — төньяҡ модерн өлгөләренең береһе, ул үҫешен Санкт-Петербургта XX быуат башында швед һәм айырыуса милли романтизмдың фин архитектураһы йоғонтоһо аҫтында ала. Йорт монолит блоктан һәм эсендә ихата-ҡоҙоҡтан ғибәрәт. Эффектлы силуэты, фасадының баҙыҡ пластикаһы, төрлө формалағы һәм үлсәмдәге тәҙрәләре менән айырылып тора. Фасадының алғы яғы аҫҡы өлөшөндә гранит менән көпләнгән. Фасад уртаһында ослайып торған портал урынлашҡан, ул төньяҡ модерн өсөн хас булған ябалаҡ структуралары менән биҙәлгән. Йорттоң көньяҡ-көнбайыш мөйөшө черепица сатыр менән осланған, ул артабан юҡҡа сыҡҡан.
Тарихы
үҙгәртергәЙорт тол сауҙагәрҙәр ҡатыны Т.Н. Путилова өсөн төҙөлә, уның Васильев Утрауының Урта проспектында мануфактура кибете була. 1905 йылда уға 1 ранг капитаны вариҫтарынан ер участкаһына эләгә. Бер аҙҙан һуң йорт резина шиналар етештереү буйынса ширҡәткә күсә; йортта ошо ширҡәттең бер магазины урынлаша. Бынан тыш, революцияға тиклем йортта Рус сауҙа-сәнәғәт банкы бүлексәһе, шулай уҡ Д.Г. Орфенованың стеногрфия курстары урынлаша. Йорттоң һуңғы хужаһы булып коммерция советнигы, Төньяҡ быяла сәнәғәте йәмғиәтенең рәйесе М.Л. Балабанов тора.
Һуғыштан алдағы йылдарҙан алып 1990 йылдарға тиклем йортта комиссия магазины урынлаша. Һуңынан йортта төрлө офистар һәм магазиндар, шул иҫәптән йорт йыһазы салондары ла урынлаша.
2011—2012 йылдарҙа йорт косметик йүнәтеүгә дусар була. Фасадтың алғы өлөшө комплекслы реставрация үтә. Ташты Көньяҡ Карелиялағы фин провинцияһы Юлямаа янындағы карьерҙан алып киләләр[1] Стеналарының штукатуркаһы яңыртыла, балкон һәм эркерҙар йүнәтелә, шунан тыш семәрле метал рәшәткәләргә иғтибар бүленә, фасадтарҙағы ябалаҡ скульптуралары яңыртыла. Ниһайәт, иконография материалдары буйынса реставрациялаусы П.П. Игнатьев тарафынан йорттоң мөйөш эркерындағы юҡҡа сыҡҡан бөркөт скульптураһы төҙөлә.
Һаҡлау статусы
үҙгәртергә2001 йылда Тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын күҙәтеү, ҡулланыу һәм яҡлау комитеты тарафынан «яңы асыҡланған һәм тарихи, фәнни, мәҙәни ҡиммәтҡә эйә булған ҡомартҡылар исемлегенә» (1175) индерелә.
Билдәле йәшәүселәре
үҙгәртергә- Р.М. Габе, архитектор (1914 й.)
- И. И. (Ю. Ю.) Джанелидзе, күренекле совет хирургы, Ленинград ғилми-тикшеренеү институтының Ашығыс Ярҙамына нигеҙ һалыусы, һуңынан уның исемен йөрөтә (1917—1930 йылдарҙа)
- Ф. Г. Добржанский, һуңынан бөтә донъяға билдәле генетик (1924—1927 йылдар.)[2]
- В. А. Зоргенфрей, шағир һәм тәржемәсе (1920—1930 йылдарҙа)
- Л. Б. Исаченко, микробиолог һәм һуңынан СССР фәндәр академияһының күренекле ботанигы (1910-сы йй.)
- Н. Е. Лансере, рәссам һәм архитектор (1911—1912 йылдар)
- В. Н. Максимов, архитектор (1913 й.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ КГИОП «вспоминает» реконструкцию Дома Путиловой на Большом проспекте . АСН-инфо (21 март 2012). Дата обращения: 16 декабрь 2012. Архивировано 18 ғинуар 2013 года.
- ↑ Богданов Н. Н. и Роговой А. И. Родословие Достоевских: в поисках утерянных звеньев. — Изд. 2-е — Москва: «Старая Басманная», 2010. — С. 205.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Доходный дом Т. Н. Путиловой на архитектурном сайте Санкт-Петербурга (начало)
- Доходный дом Т. Н. Путиловой на архитектурном сайте Санкт-Петербурга (продолжение)
- «На Большом проспекте отреставрировали дом Путиловой». Интернет-газета «Карповка», 22.03.2012.
- Исторический облик доходного дома Т. Н. Путиловой на сайте «Фотографии старого Санкт-Петербурга» 2013 йыл 10 июнь архивланған.
- Никитенко Г. Ю. и Привалов В. Д. Петроградская сторона. Большой проспект. — Изд. 2-е — Москва: «Центрполиграф», 2011. — С. 366.