Төҙөүсе Зенковтар йорто
Төҙөүсе Зенковтар йорто — Алматыла бина, бында Верный ҡалаһының данлыҡлы төҙөүселәре Зенков Павел Матвеевич һәм уның улы Андрей Павлович йәшәгән.
Төҙөүсе Зенковтар йорто | |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Алматы |
Мираҫ статусы | памятник истории и культуры Казахстана республиканского значения[d] |
Төҙөүсе Зенковтар йорто Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәБина XIX быуат аҙағында төҙөлгән һәм сауҙагәр И. Д. Лотмановҡа ҡараған[1]. 1888 йылдың октябрендә йортто Верный ҡалаһы башлығы Зенков Павел Матвеечич һатып ала, сөнки ғаиләнең алдағы йорто 1887 йылда ер тетрәүҙән емерелә.
Павел Зенков 1915 йылда вафат була, ә 1916 йылда Андрей Павлович фронтҡа мобилизациялана. Йортта Павел Матвеевичтың ҡатыны, Андрей Зенковтың әсәһе, Евдокия Зенкова ҡала. 1917 йылда ул йортто участкаһы менән бергә ниндәйҙер бохар үзбәгенә һата[2]
Әлеге ваҡытта бинала ҡаланың ашығыс ярҙам станцияһы урынлашҡан.
Архитектураһы
үҙгәртергәҠоролма таш фундаментҡа төҙөлгән бер ҡатлы ағас буранан ғибәрәт. Йорттоң тәҙрәләре семәрле ағас ҡапҡастар менән уратып алынған. Стеналары штукатурланған һәм ағартылған. Бинаның планлаштырылған композицияһы- коридорлы[3]
Бина Верный ҡалаһының XIX быуатта ябай торлаҡ төҙөлөшөнөң өлгөһө булып тора[1]
Ҡомартҡы статусы
үҙгәртергә1979 йылдың 4 апрелендә халыҡ депутаттарының Алматы ҡала Советы башҡарма комитетының «Алматы ҡалаһының тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлеген раҫлау тураһында» 139-сы Ҡарары ҡабул ителә, унда төҙөүсе Зенковтарҙың йорто ла күрһәтелгән[4] Ҡарар менән ҡомартҡыны һаҡлау бурысы һәм реставрациялау проектын әҙерләү ҙә ҡаралған.
1982 йылдың 26 ғинуарында бина Ҡаҙаҡ ССР-ының республика әһәмиәтендәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡылары исемлегенә индерелә[5]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Г. Алматы иҫтәлекле. Йорт төҙөүселәр Зенков 2016 йыл 9 май архивланған.
- ↑ Андрей билдәле һәм билдәһеҙ Зенков 2018 йыл 25 октябрь архивланған.
- ↑
- ↑
- ↑ Постановление Совета Министров Казахской ССР от 26 января 1982 года № 38 «О памятниках истории и культуры Казахской ССР республиканского значения» . Дата обращения: 15 ғинуар 2013. Архивировано 21 ғинуар 2013 года.