Төркән Сайлан
Төркән Сайлан (13 декабрь 1935 — 18 май 2009) — Төркиә табип-дерматологы, академик, яҙыусы, педагог һәм йәмәғәт эшмәкәре. Ул «Хәҙерге тормошҡа ярҙам ассоциацияһы» (төр. Çağdaş Yaşamı Destekleme Derneği, ÇYDD) хәйриә фондына нигеҙ һалыусы булараҡ билдәле[3].
Төркән Сайлан | |
төр. Türkan Saylan | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат көнө | |
Биографияһы
үҙгәртергәТөркән 1935 йылдың 13 декабрендә Истанбулда, йәш Төркиә Республикаһына нигеҙ һалыусыларының береһе Фасих Галип Бей ғаиләһендә тыуған. Ә уның әсәһе сығышы менән Швейцариянан Лили Мина Райман була, ул кейәүҙә ислам динен ҡабул итә һәм төрөксә Лейла исемен ала. Төркән Сайлан ғаиләлә биш бала араһында иң өлкәне була.
1944 йылдан 1946 йылға тиклем Кандиллиҙа башланғыс мәктәптә уҡый. 1946 йылдан 1953 йылға тиклем Кандиллиҙа ҡыҙҙар өсөн мәктәптә уҡыуын дауам итә.
1963 йылда Истанбул медицина училищеһын тамамлай.
1964 йылдан 1968 йылға тиклем Нишанташиҙа социаль тәьминәт дауаханаһында эшләй һәм тире ауырыуҙары буйынса махсуслаша.
1968 йылда Истанбул университетының медицина факультетында дерматология һөнәре буйынса өлкән ассистент булып эшләй башлай.
1971 йылда ул артабан Англияла уҡырға стипендия ала. 1974 йылда — Францияла, ә 1976 йылда Англияла эшләй.
1972 йылда ул уҡытыусы, ә 1977 йылда профессор була.
1976 йылда ул махау сире менән көрәшә башлай һәм махау сире менән көрәш буйынса ассоциация ойоштора.
1976 йылда ул лепрала махсуслаша башлай, Халыҡ-ара махау союзына (ILU) нигеҙ һалыусыларҙың береһе була.
1981 йылдан 2002 йылға тиклем, университетта профессор булып эшләүҙән тыш, Төркиәнең Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҡараған Истанбулдағы махау сирен дауалау дауаханаһының баш табибы була.
1982 йылдан 1987 йылға тиклем Истанбул университетының дерматология буйынса медицина факультетының ғилми бүлеген етәкләй. 1981 йылдан 2001 йылға тиклем университеттың дерматология тикшеренеү үҙәге директоры була.
Төркән Сайлан 2006 йылға тиклем Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһында лепра буйынса консультант булып эшләй. Ул Бехчет ауырыуы, Дерма патологияһы лабораторияһын һәм венерик ауырыуҙар буйынса поликлиника булдырыуҙа ҡатнаша. Хәйриә нигеҙендә ул 1981 һәм 2002 йылдар араһында 21 йыл дауамында Истанбул дауаханаһында баш табип вазифаһын башҡара. Ул шулай уҡ Халыҡ ара махау сире йәмғиәтендә Европа дерматология һәм венерология академияһы ағзаһы була[4]. Хеҙмәте өсөн күп премиялар һәм приздар менән бүләкләнә.
2009 йылдың 18 майында вафат була.
Ғаиләһе
үҙгәртергә1957 йылда ул кейәүгә сыға. Никахта ике ул тыуа, уларҙың береһе рәссам-график, икенсеһе табип була. Сайландың шулай уҡ дүрт ейәне бар[4]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #13699332X // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ biyografi.com: Angaben zur Biografie Saylans 2021 йыл 22 апрель архивланған. (türkisch)
- ↑ 4,0 4,1 Angaben zur Mitgliedschaft Saylans im Hochschulrat(недоступная ссылка), Hürriyet, 3. Februar 2001, (türkisch)