Төркиәнең сауҙа палаталары һәм тауар биржалары берлеге

Төркиәнең төбәк сауҙа, сәнәғәт һәм диңгеҙ сауҙа палаталары, тауар биржалары конфедерацияһы

Төркиәнең сауҙа палаталары һәм тауар биржалары берлеге (төр. Türkiye Odalar ve Borsalar Birliği), ҡыҫҡартмаһы TOBB — Төркиәләге бөтә төбәк сауҙа, сәнәғәт һәм диңгеҙ сауҙа палаталарының, шулай уҡ тауар биржаларының конфедерацияһы. 1950 йылдың 8 мартында Анкарала хөкүмәткә ҡарамаған ойошма, иҡтисадтың хосуси секторының юғарғы вәкәләтле органы булараҡ нигеҙләнә. Берлектең Үҙәге Анкарала Думлупынар бульвары, 252 адресы буйынса урынлашҡан. 2001 йылдан алып Сауҙа палаталары һәм тауар биржалары берлегенең президенты — Мостафа Рифат Хисаржыклыоғлу[1][2]. Әлеге ваҡытта Берлеккә 365 сауҙа палатаһы һәм тауар биржаһы инә, улар иҫәбендә:

  • 178 сауҙа-сәнәғәт палатаһы,
  • 60 сауҙа палатаһы,
  • 12 сәнәғәт палатаһы,
  • 2 диңгеҙ сауҙаһы палатаһы,
  • 113 тауар биржаһы.
Төркиәнең сауҙа палаталары һәм тауар биржалары берлеге
Нигеҙләү датаһы 1950
Логотип
Рәсем
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Анкара
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Анкара, Төркиә
Рәсми сайт tobb.org.tr
 Төркиәнең сауҙа палаталары һәм тауар биржалары берлеге Викимилектә

1,4 миллион төрлө-төрлө компания Берлектең ағзаһы булып тора[1][2]. Сауҙа палаталары берлеге Европа сауҙа-сәнәғәт палаталары (Европалаталар) ассоциацияһына , Ислам сауҙа-сәнәғәт палатаһына, Урта диңгеҙ буйы сауҙа-сәнәғәт палаталары ассоциацияһына (ASCAME), Балҡан палаталары ассоциацияһына (ABC)[3] һәм Ҡара диңгеҙ зонаһы сауҙа-сәнәғәт палаталары ассоциацияһына (BCCI) инә[4][2]. 2014 йылда Берлек Германия һәм Төркиәнең иҡтисади партнёрлығы йылының (нем. Deutsch-Türkisches Jahr der Forschung, Bildung und Innovation) партнёры була[5].

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 History-Establishment of TOBB. TOBB. Дата обращения: 6 июнь 2012. 2013 йыл 8 октябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 2,2 President-Autobiography. TOBB. Дата обращения: 6 июнь 2012. 2013 йыл 8 октябрь архивланған.
  3. Association of Balkan Chambers. ABC. Дата обращения: 6 июнь 2012. 2012 йыл 9 май архивланған.
  4. Founding Chambers of Commerce. BCCI. Дата обращения: 6 июнь 2012.
  5. DTWJ(недоступная ссылка)  (нем.)

Һылтанмалар үҙгәртергә