Төньяҡ Двина каналы
Төньяҡ Двина канал — Рәсәйҙең Вологда өлкәһендәге канал, ул Төньяҡ Двина һыу системаһының өлөшө булып тора. Каналдың ҙур өлөшө «Рус Төньяғы» милли паркы аша үтә.
Төньяҡ Двина каналы | |
Һыу башы | Шексна[d] |
---|---|
Ҡайҙа ҡоя | Сухона[d] |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Вологда өлкәһе |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 111 метр[2] |
Төньяҡ Двина каналы Викимилектә |
Канал Волга-Балтик һыу юлының өлөшө булған Шексна йылғаһын һәм Төньяҡ двина ҡушылдығы булған Сухона йылғаһын тоташтырып тора. Канал Шексна йылғаһы ярындағы Топорня тораҡ пунктынан башланып (664—665 км Волга-Балтик һыу юлы) Порозовица, йылғаһы, Кубен күле һәм Сухона йылғаһынан алып № 7"Знаменитый" шлюзына тиклем (Шера ауылы) һуҙылған.
Канал XX быуаттың 30-сы йылдарына тиклем Волга менән Аҡ диңгеҙҙе тоташтырып торған берҙән-бер һыу юлы булған.
Каналдың дөйөм оҙонлоғо 127 километр тәшкил итә. Канал киңлеге 26 метрҙан 30 метр тиклем етә, тәрәнлеге 1,8 метр. . Канал составына инә:
- Топорнин каналы
- Шлюз № 2
- Шлюз № 3
- Топрнин ҡапҡаһы
- Сиверский күле
- Кузьминский каналы
- Покровка күле (Бабье)
- Поздышко йылғаһы
- Зауломский күле
- Зауломский быуаһы
- 1-се Вазерин каналы
- Пигасово күле
- 2-се Вазерин каналы
- Кишем күле
- Кишем каналы
- Кишем ҡапҡаһы
- Иткла йылғаһы
- Шлюз № 4
- Благовещен күле
- Порозовица йылғаһы
- Шлюз № 5
- Шлюз № 6
- Кубен күле
- «Данлыҡлы» быуаһы
- Шлюз № 7 «Данлыҡлы»
Каналда алты шлюз һәм һигеҙ быуа бар. Камераларҙа һыу ауышлығы 1- 4 метрға тиклем, камералары ағастан., .
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ (unspecified title) — GeoNames.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Справочная книжка Вытегорского округа путей сообщения. 1910 г. Вытегра. 1910 г.
- Справочная книжка Вытегорского Округа путей сообщения. Мариинский и Тихвинский водные пути. 1916 г. Вытегра. 1916 г.