Төбәкте өйрәнеү фәне

төбәк төркөмдәренең, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм глобаль конкуренция субъекттары булараҡ, илдәр һәм уларҙың төбәктәренең эске һәм тышҡы үҫ

Төбәкте ө́йрәнеү — юғары уҡыу йорттарының аналитик фәне, ул территориаль берләшмәләрҙең (геосәйәси, географик, иҡтисади, социомәҙәни, конфессиональ һәм башҡа), төбәк төркөмдәренең, халыҡ-ара мөнәсәбәттәр һәм глобаль конкуренция субъекттары булараҡ, илдәр һәм уларҙың төбәктәренең эске һәм тышҡы үҫеш факторҙарын өйрәнә. Географик йәһәттән илде өйрәнеүҙән айырмалы рәүештә бында системалы ҡараш киң файҙаланыла[1]. Рәсәй Федерацияһында төбәкте өйрәнеү буйынса база уҡыу курсы юғары уҡыу йортоноң 350300-сө «Төбәкте өйрәнеү» махсус дисциплинаһына нигеҙләнә, ул махсус дисциплина дәүләт идараһы һәм төбәк сәйәсәте өлкәһендә эшләйәсәк төбәк белгестәрен әҙерләй[2].

Төбәкте өйрәнеү фәне
Рәсем
CIP коды 05.01
 Төбәкте өйрәнеү фәне Викимилектә

Ғәмәлдә төбәкте өйрәнеү фәне географияның «Илде өйрәнеү» фәне (илдәрҙе комплекслы өйрәнеү, уларҙың тәбиғәте, халҡы, хужалыҡ итеүе, мәҙәниәте һәм социаль ойошмалары тураһындағы мәғлүмәттәрҙе системаға һалыу һәм дөйөмләштереү) менән тығыҙ бәйләнгән, әммә улар араһына тигеҙлек ҡуйырға ярамай, сөнки төбәкте өйрәнеү фәне башҡа төрлө ысулдар ҡуллана, атап әйткәндә, улар нигеҙендә төҙөлгән классификация структураларының төрлөлөгөндә сағылыш таба[3][4]. Төбәкте өйрәнеү фәне шулай уҡ крайҙы өйрәнеү фәне менән дә бәйле, ҡайһы бер белгестәр фекеренсә, крайҙы өйрәнеүҙе ошо уҡ төбәкте өйрәнеү фәне сиктәрендә ғәмәлгә ашырылған фәнни булмаған тәжрибә тип атарға мөмкин[5].

Рәсәйҙә Төбәкте өйрәнеү фәне

үҙгәртергә

Тәбиғи, кеше һәм матди ресурстарҙың территориаль һәм милли-дәүләт бүленеше бөтә донъяла төбәкте өйрәнеү фәненә иғтибарҙы арттыра бара. Социаль, иҡтисади һәм сәйәси интеграцияны яйға һалыу һәм үҫтереүҙә рациональ схемалар булдырыу өсөн ошо факторҙарҙы иҫәпкә алыу һәм ентекле өйрәнеү талап ителә. 1991 йылда СССР тарҡалғандан һуң 15 элекке союздаш республиканың һәр береһендә милли төбәкте өйрәнеү объекттарына элек улар менән тығыҙ бәйле булған ССР Союзы территорияларының тарихы, географияһы һәм иҡтисады өлөшләтә инә, хәҙер инде улар тиҫтә һәм йөҙәр йылдар буйына улар араһында барлыҡҡа килгән бәйләнештәрҙе артабан үҫтереү, халыҡ-ара дипломатик һәм иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе яңы контекста ҡулланыу күҙлегенән сығып өйрәнелә.

Фән (аналитик дисциплина)

үҙгәртергә

Ҡайһы бер ғалимдарҙың белдереүенсә, төбәкте өйрәнеү әлегә үҙаллы фән булып тормай. В. А. Дергачёв һәм Л. Б. Вардомский уны социаль-иҡтисади, сәйәси, мәҙәни, этноконфессиональ, тәбиғи үҫеште тотош донъяла (макро төбәкте өйрәнеү), шулай уҡ Рәсәй Федерацияһы сиктәрендә (ил эсендәге төбәкте өйрәнеү) булған теүәл территориаль берләшмәләргә ҡағылышлы комплекслы дисциплинаға ҡайтарып ҡалдыра).

Юғары уҡыу йортондағы 350300-сө һөнәр

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһының дәүләт белем биреү стандарттары системаһында «Төбәкте өйрәнеү» һөнәренә 350300-сө һанлы код ҡуйылған.

«Төбәкте өйрәнеү» түбәндәге дисциплиналарҙы өйрәнеүҙе тәҡдим итә:

  • өйрәнелгән төбәк (ил) теле
  • өйрәнелгән төбәк тарихы
  • өйрәнелгән төбәк мәҙәниәте, әҙәбиәте һәм дине
  • өйрәнелгән төбәк этнологияһы
  • өйрәнелгән төбәк иҡтисады һәм иҡтисади географияһы
  • өйрәнелгән төбәктең социаль-сәйәси системаһы
  • өйрәнелгән төбәктең халыҡ-ара мөнәсәбәттәре һәм тышҡы сәйәсәте
  • донъя иҡтисады һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр
  • донъя хоҡуғы
  • халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең тарихы һәм теорияһы
  • конституцион (дәүләт) хоҡуҡ
  • халыҡ-ара интеграцион процестар һәм халыҡ-ара ойошмалар
  • хәҙерге донъяла төбәк конфликттары
  • төбәк һәм милли хәүефһеҙлек
  • тышҡы сәйәсәтте һәм дипломатияны формалаштырыу процестары
  • Рәсәй Федерацияһында төбәк сәйәсәтенең төп йүнәлештәре
  • муниципаль идара һәм урындағы үҙидара
  • төбәктәге дәүләт хеҙмәте
  • милли-төбәк компонентын иҫәпкә алыусы дисциплиналар.

Төбәкте өйрәнеүсенең профессиональ эшмәкәрлеге теге йәки был төбәкте (илдәр төркөмөн, айырым илде), халҡы, тарихы һәм этнографияһы, иҡтисады һәм сәйәсәте, фәне; халыҡтарҙың мәҙәниәте, дине, теле, әҙәбиәте һәм йолалары күҙлегенән сығып, комплекслы өйрәнеүгә йүнәлтелә. Төбәккте өйрәнеүсе белгестәрҙән төбәк һәм тышҡы сәйәсәтте үткәреүҙә ҡатнашыусы дәүләт органдары; шул иҫәптән ғилми, белем биреү, мәғлүмәт һәм мәҙәни алыш-биреште, сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте, ике һәм күп яҡлы коммуникацион бәйләнештәрҙе үҫтереү өсөн ғилми яҡтан нигеҙләнгән практик төҡдимдәр эшкәртә белеү талап ителә.

Төбәкте өйрәнеүсе үҙ квалификацияһы буйынса белемде йәнәш, сиктәш һәм ярҙамсы дисциплиналаҙан ала, шуға ла ошондай диплом алған белгес референт, эксперт, ошо өлкәлә консультант, Рәсәй Федерацияһының дәүләт органдарында, фәнни һәм белем биреү учреждениеларында эшләгәндә өйрәнелгән төбәктең (илдәр төркөмөнөң, айырым илдең) теле (телдәре) буйынса тәржемәсе (тәржемәсе-консультант) функцияларын үтәй ала.

Төбәкте өйрәнеү фәнен тәрәндән тикшереү халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе (шул иҫәптән сәйәси, иҡтисади һәм башҡа) өйрәнеү контексында алып барыуҙы күҙҙә тота.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Дергачёв В. А., Вардомский Л. Б. Регионоведение. — 2-е изд.. — М.: Юнити-Дана, 2010. — ISBN 978-5-238-01732-7.
  2. Образовательный стандарт по специальности 350300 «Регионоведение» // Государственный образовательный стандарт.
  3. Kimble, G.H.T. (1951): The Inadequacy of the Regional Concept, London Essays in Geography, edd. L.D. Stamp and S.W. Wooldridge, pp. 151—174.
  4. Schaefer, F.K. (1953): Exceptionalism in Geography: A Methodological Examination, Annals of the Association of American Geographers, vol. 43, pp. 226—245.
  5. Никитин А. О. Краеведение между исследованием и мифом // Пятые Яхонтовские чтения. Материалы межрегиональной научно-практической конференции. Рязань, 14-17 октября 2008 г. / Отв. ред. И. Г. Кусова. — Рязань, 2010. — С. 21-43.

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Школа пространственного анализа

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә