Тәпән (һауыт)
Тәпән — бал, май, башҡа төрлө ҡуйы аҙыҡ-түлек һаҡлар өсөн йыуан ағастың эсен соҡоп яһалған тәпәш һауыт. Ҡайһы бер төбәктәрҙә уны көрәгә тип тә атайҙар. Әммә әҙәби телгә ингән көрәгәнең тәғәйенләнеше бер аҙ башҡа. Тәпән үлсәү берәмеге булараҡ та ҡулланылған: бер тәпән май -[1]
Эшләнелеше
үҙгәртергәТәпәнде ҡапҡаслы итеп, бөтәүле ағастың эсен соҡоп батмандан тәпәшерәк итеп яһайҙар. Төбөн сағандан айырым эшләп ҡуялар. Тәпән өсөн йышыраҡ йыуан йүкә ағасы, ҡайын, уҫаҡ файҙаланылған. Ағастың үҙәген яндырып сыҡҡас, төрлө ҡырғыс ҡорамалдар менән цилиндр хәленә индергәнсе тигеҙләгәндәр. Бының өсөн аталғы , бәлйә (арҡыры балта), өңгөс, юнғыс кеүек ҡоралдар файҙаланылған[2].
Һүҙ яһалышта
үҙгәртергәТәпән һүҙен ҡушып яһалған «тәпәнауыҙ» атамаһы уның тышҡы ҡиәфәтенә бәйле бегемотҡа ҡушылған. Тәпәнләү — күп итеп ризыҡ әҙерләү, мәҫәлән, тәпәнләп май тоҙлау. -[3]
Ҡулланылышы
үҙгәртергәТәпәндә май, бал, ҡымыҙ, ит, он, иген һ.б. тотҡандар. Үлсәү берәмеге булараҡ та йыш ҡулланылған.
Әҙәбиәттә һәм фольклорҙа
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.2-се т.- Мәскәү, 1993, 447-се бит
- Шитова С. Н., тәржемәсе Аҡбутина Ә.Н. Тәпән (һауыт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.2-се т.- Мәскәү, 1993, 447-се бит б
- ↑ Шитова С. Н., тәржемәсе Аҡбутина Ә.Н. Тәпән (һауыт) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.2-се т.- Мәскәү, 1993, 447-се бит б
- ↑ Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр — Өфө, 1980, 470 б.
- ↑ .Мөхәммәт ҒАБДРАХМАНОВ. Айыухас менән Айыуҡас мажаралары. 30.10.2010
- ↑ Рәдиф ТИМЕРШИН. Бал һәм дегет. 16.03.2012(недоступная ссылка)