Түңәрәк йорт (Таганрог)

 архитектура ҡомартҡыһы

Иҫтәлекле урын
Түңәрәк йорт (Таганрог)
Түңәрәк йорт
Галерея-балкондың эске күренеше, 2010 йыл
Галерея-балкондың эске күренеше, 2010 йыл
Ҡала Таганрог, Александровск урамы, 107
Бина тибы Күп фатирлы торлаҡ йорт
Архитектура стиле Конструктивизм
Проект авторы Таранов-Белозёров Иван Георгиевич
Төҙөлөшө 19291932 йылдар

1932

Түңәрәк йорт — Таганрогта күп фатирлы торлаҡ бина, СССР-ҙа төҙөлгән беренсе түңәрәк йорт[1][2]. Александровск урамы, 107 адресы буйынса урынлашҡан.

Проект авторлығы үҙгәртергә

Оҙаҡ йылдар проект авторы тип архитектор Боголюбов иҫәпләнә. 2000 йылдарҙа, Түңәрәк йорттоң архитектура үҙенсәлектәренә ҡыҙыҙҡһыныу артҡас, уның авторы Ростовтың билдәле архитекторы М . Н. Кондратьев тигән мәғлүмәт тарала[3][4]. Һуңыраҡ, Ростов архитектураһы тарихсыһы Артур Токаревтың эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә, проект авторы танылған архитектор Иван Таранов-Белозеров икәнлеге асыҡлана[5]. Таранов-Белозеров Харьков политехник институтының архитектура бүлеген тамамлағандан һуң, составына Таганрог пар ҡаҙаны заводы ингән Көньяҡ машиналар эшләү тресында (ЮМТ) хеҙмәт юлын башлай. Проект ЮМТ-ла эшләнә һәм фекер алышыу өсөн 1929 йылдың «Төҙөлөш сәнәғәте» журналының 8-се һанында автор аңлатмаһы менән бирелә.

Йорт тарихы үҙгәртергә

Түңәрәк йорт Таганрогта 1929 йылда асыла (1929 йылдан 1932 йылға тиклем). «Ҡыҙыл котельщик» заводының 36 фатирлы был йорто — СССР-ҙа тәҙәлгән беренсе түңәрәк йорт. Ул өҙөлгән түңәрәктән ғибәрәт. Инеү ишеге төньяҡҡа ҡарай. Тәжрибә рәүешендә төҙөлгән йорт совет архитектураһы символы итеп күҙаллана: минимум төҙөлөш материалдары, максимум ныҡлыҡ. Ихатаның ябыҡ киңлек булыуы иҫ киткес акустик үҙенсәлектәргә эйә. Йорто кирбестән төҙөлгән, тәҙрәләр горизонталь һуҙылған.

Икенсе һәм өсөнсө ҡаттарҙағы фатирҙарҙың ишеге был ҡаттарҙы урап алған дөйөм балконға сыға. Йорт эсендә — тығыҙ, түңәрәк ихата. Йыуыныу бүлмәләре (һуңынан яҡындағы фатир хужалары үҙҙәренә ала) ете ғаиләгә берәү иҫәбенән.

Йортта 1932 йылдың 7 ноябрендә йәшәй башлайҙар[6]. Дөйөм бәҙрәф йорттан 20 метр ситтә. Һыу һәм канализация йорт фатирҙарына ни бары 60-сы йылдар башында ғына үткәрелә.

Ике йылдан һуң, 1931 йылда, ошондай уҡ йорт Одессала төҙөлгән тигән һүҙ тарала, ләкин был мәғлүмәтте Одесса сығанаҡтары раҫламай[7][8]. Башҡа ҡалаларҙа барлығы шундай дүрт йорт төҙөлә, әммә бындай конструкция киң таралмай.

Түңәрәк йорттоң 80 йәшлек юбилейына ҡарата, 2012 йылдың октябрендә, унда капиталь ремонт үткәрелә, ә юбилейҙы йортта йәшәүселәр ихатала билдәләй[9].

Мәҙәни мираҫ объекты үҙгәртергә

2016 йылдың декабрендә Түңәрәк йорт «Ростов өлкәһенең мәҙәни мираҫы объекты» тип таныла[10].

Әммә бында йәшәүселәр был яңылыҡты ыңғай ҡабул итмәй[11] Рәсәй Федерацияһының ғәмәлдәге ҡануниәте архитектура һәйкәлдәрен тотоу сығымдарын тулыһынса уның хужаларына, йәғни был осраҡта шунда йәшәүселәр елкәһенә һала. Ләкин был сығымдарҙы күтәреү ябай халыҡтың хәленән килмәй. Хатта йортта йәшәүселәр йортто мәҙәни мираҫ итеп таныу иницаторы булған архитектор Артур Токаревҡа ғаризаһын Ростов өлкәһе Мәҙәниәт министрлығынан кире алыуын һорап мөрәжәғәт иткән[12].

Ҡыҙыҡлы факттар үҙгәртергә

 
Түңәрәк йорт. Һүрәт авторы— В. Протопопов[13], 2011.
  • Шундай легенда йәшәй — йәнәһе, йорт «СССР» һүҙенең беренсе «С» хәрефе. Артабан тағы ла дүрт йорт төҙөлөргә тейеш булған[14].
  • Түңәрәк йорттоң нигеҙе ҡаршыла булған һәм ҡала властары ҡарары менән юҡ ителгән Изге Архангел Михаил сиркәүенең нигеҙеннә алынған, имеш.
  • 2011 йылдың майында Түңәрәк йортта Михаил Ширвиндттың «Хочу знать» (Беренсе канал) тапшырыуы төшөрөлә. Төп герой — Түңәрәк йорт була[15]. тапшырыу эфирға 2011 йылдың 15 авгусында сыға.

Түңәрәк өй кинематографта үҙгәртергә

  • 1981 — «Ночь коротка» нәфис фильм. Режиссеры Михаил Беликов, А. Довженко исемендәге киностудия[16].
  • 2002 — «Дневник убийцы», телесериал. Режиссеры Кирилл Серебренников, РТР.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

  1. Кукушин В. С. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1996. — С. 121.
  2. Киричек М. С., Кукушин В. С. Круглый дом // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 424.
  3. Ребайн Я. А. Первый этап развития советской архитектуры в городах Дона / Проблемы формирования архитектуры Северного Кавказа. — Ростов-на-Дону: РИСИ, 1984.
  4. Алексеев С. Ю., Токарев А. Г. Революция в пространстве: Михаил Николаевич Кондратьев (1879—1943) 2007 йыл 6 ноябрь архивланған. // Строительный вестник. — 2007. — № 5. — С. 143—146.
  5. Токарев А. Архитектура Юга России эпохи авангарда. — Ростов-на-Дону: Акад. ахит. и искусств ЮФУ, 2016. — С. 32-37.
  6. Стерх А. Круглый дом. Правда и вымысел // Город. — 1998. — 10 февр.
  7. Пилявский В. А. Здания, сооружения, памятники Одессы и их зодчие. — 2-е изд.
  8. Пилявский В. А. Архитектура Одессы: стиль и время. Архитектурно-историческое эссе. — 2-е изд.
  9. Собств. инф. Круглая дата круглого дома(недоступная ссылка) // Таганрогская правда. — 2012. — 16 окт.
  10. Проницательный Г. В Таганроге «круглый дом» признали областным объектом культурного наследия // www.ruffnews.ru. — 2016. — 19 дек.
  11. Алмазов С., Дикая К.Советскую архитектуру пора занести в Красную книгу // Коммерсантъ. — 2016. — 26 дек.
  12. Проницательный Г. В Таганроге жители круглого дома не хотят жить в «объекте культурного наследия» // www.ruffnews.ru. — 2016. — 8 янв.
  13. Пилипенко Г. «Были-небыли Таганрога» ─ взгляд из Ростова // www.rostovnews.net. — 2012. — 28 февр.
  14. Сидоров А. Коммуна, равенство и общий туалет // Седьмая столица. — 2003. — 6 марта.
  15. Собств. корр. Круглый дом на Первом канале // Новая таганрогская газета. — 2011. — 28 мая.
  16. Гнатюк Н. П. Нет предела совершенству… — М.: Просвещение, 1989. — 208 с.