Тэрияки
Тэрияки (япон. 照り焼き, テリヤキ) — япон кухняһында киң ҡулланыла торған татлы соус һалып ҡурыу ысулы. Тэрияки һүҙе тэри (япон. 照り) тигән исем һүҙҙән алынған, ул «ялтырау» тип тәржемә ителә, һәм яки (япон. 焼き) — «ҡурылған» тип тәржемәләнә. Әҙерләү ысулы продуктты соуста шәкәре ҡатҡанға тиклем бешереүҙән ғибәрәт, шул арҡала ризыҡ ялтырауыҡ менән ҡаплана.
Тэрияки өсөн соусты соя соусына шәкәр, сакэ һәм/йәки мирин өҫтәп эшләйҙәр. Балыҡ һәм ит ризыҡтары менән бирелә.
Япониянан ситтә бары тик татлы соус һибелгән ризыҡтарҙы ла тэрияки тип йөрөтәләр[1]. Йыш ҡына был соусҡа хатта һарымһаҡ, тәмләткестәр һәм башҡа «көнбайышҡа хас» өҫтәмәләр һалалар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Энциклопедия Британника 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
Был аш йә эсемлектәр тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |