Тэер виллаһы
Тэер виллаһы (нем.Thaersche Villa) — Түбәнге Саксониялағы Целле ҡалаһында ҡалаһында ике ҡатлы фахверк йорто, 1793 йылда ғалим Альбрехт Тэер заказы буйынса төҙөлгән. Өсөнсө рейх осоро ваҡытында бинала СС уҡыу үҙәге урынлашҡан; архитектураның ҡала ҡомартҡыһы булып тора.
Тэер виллаһы | |
нем. Thaersche Villa | |
Нигеҙләү датаһы | 1793 |
---|---|
Дәүләт | Германия |
Административ-территориаль берәмек | Целле[d] |
Мираҫ статусы | мәҙәниәт ҡомартҡыһы[d] |
Адрес | Im Güldenen Winkel 8 |
Почта индексы | 29223 |
Тэер виллаһы Викимилектә |
Тарихы һәм тасуирламаһы
үҙгәртергә1786 йылда ауыл хужалығы проблемалары менән шөғөлләнеүсе ғалим Альбрехт Даниель Тэер, Целлела Даммашвизен зонаһы менән Ам-Тиргартен урамы араһындағы хәҙерге парк биләмәһен һатып ала. Алты йылдан һуң ул үҙе һәм ғаиләһе өсөн резиденция кеүек ике ҡатлы фахверк бинаһын төҙөй[1]. 11 йыл үткәс, Тэер ҡаланан китә, уның йорто һатыла: бина туристар өсөн ҡунаҡхана һәм ресторан кеүек файҙаланыла башлай. XIX быуатта вилланың яңыртылған штукатурланған көнбайыш фасады төҙөлә. Германияла власҡа национал-демократтар килгәндән һуң, 1934 йылда, бина ҡала милкенә күсә һәм шул уҡ йылда СС уҡыу үҙәге сифатында файҙаланыла башлай. Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң, Целле ҡалаһында торлаҡ йорттар етешмәү сәбәпле, бина күп фатирлы йорт итеп үҙәгртелә.
2007 йылдағы архитекторҙар виллаға кисекмәҫтән капиталь ремонт кәрәклеген аңлай: ул ваҡытта бөжәктәр (ағас ҡоротҡостары) ағас ҡаралтыға күп урында һиҙелерлек зыян килтереп өлгөрә. Йорт ҡыйығы һәм фасады шулай уҡ ҡурҡыныс хәлдә була — уларға тулыһынса емерелеү янай. Яҡынса 1,7 миллион евро булған ҡатмарлы төҙөлөш проектын тормошҡа ашырыу барышында бина үҙгәртеп ҡорола һәм яңынан тергеҙелә: атап әйткәндә, уның ҡыйығы һүтеп алына, герметизациялана һәм урынына кире ҡуйыла, XVIII быуат аҙағында төҙөлгән фасадына тарихи ҡиәфәте ҡайтарыла. Иҫке вилла үҙе 2010 йылда Өсөнсө рейх осорондағы ҡала тарихын тикшереүсе урындағы фондҡа тапшырыла: уның документтар коллекцияһы һәм махсуслаштырылған китапханаһы киң публика өсөн асыҡ була[2].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Anke Schlicht. Lebensweg eines Ausnahmetalents aus Celle: Albrecht Daniel Thaer ist einer der bedeutendsten Söhne der Stadt (нем.). Cellesche Zeitung / CZ (3 август 2016). Дата обращения: 19 февраль 2019. 2019 йыл 20 февраль архивланған.
- ↑ Gunther Meinrenken. Stadt Celle übergibt Thaer-Haus an Stiftung Niedersächsische Gedenkstätten: In seiner mehr als 200-jährigen Geschichte diente das Thaer-Haus auch der SS als Heimstatt (нем.). Cellesche Zeitung / CZ (27 ғинуар 2010). Дата обращения: 19 февраль 2019.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Habbo Knoch: Bericht des Geschäftsführers // Jahresbericht 2010, Stiftung niedersächsische Gedenkstätten.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Reinhard Rohde. SS-Schulungsstätte. Celle im Nationalsozialismus. Ein historischer Stadtrundgang (неопр.). celle-im-nationalsozialismus.de. Verein zur Förderung politischer Literatur e.V.. Проверено 6 февраля 2019.
- Albrecht Thaer Haus (нем.). aknds.de. Architektenkammer Niedersachsen (8. Oktober 2012). Проверено 6 февраля 2019.