Туғайкүл

Копейск ҡалаһының тарихы башланған ҡасаба, Силәбенең форпосты булараҡ барлыҡҡа килгән.

Туғайкүл — Копейск ҡалаһының тарихы башланған ҡасаба, Силәбенең форпосты булараҡ барлыҡҡа килгән[1].

Туғайкүл
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе

Географик урыны үҙгәртергә

Туғайкүл ҡасабаһынан Копейск ҡалаһы тарихы башлана. Туғайкүл Силәбе ҡәлғәһенең форпосты булып тора. «Туғайкүл — казак Ырымбур казак ведомствоһынан күсеп сыҡҡан ауыл». Һәм ул Туғайкүл буйындағы өйәҙ ҡалаһынан 15 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Атамаһы ла күл исеменән алынған[2].

Топонимикаһы үҙгәртергә

Боронғо башҡорт легендаһына ярашлы, төркиҙәр күлгә «Болон» йәки "урман менән ҡапланған үҙәнлек"те аңлатҡан «Туғай» исемен биргән. Ә ер өҫтө бында, болон-туғайҙар, саф күлдәр ҡатыш, урманлы булған[2].

Тарихы үҙгәртергә

Туғайкүлдең көнсығыш ярына 5-се рәүиздән һуң (1794 йыл), XIX быуат урталарында Силәбе городовой казактары Туғайкүл ауылына нигеҙ һалған.

Туғайкүл ҡасабаһы телгә алынған берҙән-бер документ — 1810 йылғы Мейәс ҡәлғәһенең Метрик китабы, унда кейәү менән кәләштең никахы теркәлеүе тураһында мәғлүмәт бирелгән: «Венчан города Челябы подгородной деревни Тугайкуль малолеток казачей сын Николай Курочкин, Мияской крепости с казачей дочерью девкой Палагеей Козыревой…»

Ҡасабан халҡы һаны тураһында статистик мәғлүмәт һаҡланған. 1826 йылда Туғайкүлдә: 7 йорт, 4 хеҙмәтле, 14 кесе йәштәге (15 йәшкә тиклемге) һәм хеҙмәткә ярамаған казак йәшәгән. 1841 йылда — 9 йорт, 19 ир-ат, 28 ҡыҙ-ҡатын йәне. 44 баш ат, 112 эре мөгөҙлө мал, 40 һарыҡ, 10 сусҡа күрһәтелгән. 1866 йылғы Ырымбур губернаһы тораҡ пункттары белешмәһендә: «Туғайкүл — Ырымбур казак ведомствһынан күсеп ултырған ауыл», «Туғайкүл күле янында, өйәҙ ҡалаһынан 15 саҡрымда», «34» йорт, «89 — ир-ат, 112 — ҡыҙ-ҡатын» тигән мәғлүмәт бар.

1873 йылда Туғайкүлдә 37 йорт, 91 ир-ат, 130 ҡыҙ-ҡатын йәшәгән.

1877 йылда Ырымбур кзак ғәскәре ерҙәрен межалағанда, ҡасабаға 3100 дисәтинә ер, шул иҫәптән һөрөнтө ер — 2628 дисәтинә, туғайҙар — 90 дисәтинә, урман — 115 дисәтинә, көтөүлектәр — 45 дисәтинә, һыу биләмәләре — 104 дисәтинә.


Күмер ятҡылыҡтарын үҙләштереү 1900 йылда башланған. Тау тармағында төрлө ҡатлам кешеләре эшләгән. Казактар хәрби хеҙмәт үтәгән.

1904 йылдан, Туғайкүлдә күмер ятҡылыҡтарын эшкәртеү башланғандан бирле, бында «күсеп килеүселәр» һаны арта. Качкар алтын шахталарынан профессиональ эшселәр килә. Силәбе эшҡыуарҙары Покровскийҙар, сауҙагәр Злоказов шахталар асҡан. Күмерҙе карьерҙарҙан күнәктәргә тейәп сығарғандар.

«И. Н. Ашанин товариществоһының Екатерина таш күмер рудниктары» исемле акционерҙар йәмғиәте барлыҡҡа килә. Усилиями Э. Э. Канн 1908 йылда рудниктан Потанин станцияһына тар колеялы юл һалдыра.

Тәүге ашанин шахталары 1907—1908 йылдарҙа асыла һәм уның ҡатынының исеме менән атала — «Екатерининская».

1907 йылда беренсе шахта асылыу менән, Силәбе таш күмер руднигы тарихы башлана, ХХ быуат башында Копейск шулай тип атала.

Ашанин рудниктарын (барлығы 38) Беренсе донъя һуғышы йылдарында Белорет тимер эшкәртеү заводтары хужалары, ә 1917 йылда Урал-Кавказ акционер йәмғиәте һатып ала.

1916 йылда Туғайкүлдә 80 казак хужалығында 201 ир-ат һәм 218 ҡыҙ-ҡатын йәшәгән.

1919 йылдың йәйендә Туғайкүл тирә-яғында һуғыш барған.

1921 йылда Туғайкүлдә «Силовая» электростанцияһы төҙөлә.

1926 йылда Туғайкүлдә 105 йортта 425 кеше йәшәй. Уның территорияһы Челябкопи составына инә.

1938 йылда ҡасабала 2501 кеше йәшәй.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында етештереү (производство) ихтыяждарын тормошҡа ашырыу маҡсатында тирә-яҡ урман киҫеләп бөткән тиерлек. «Копейскуголь» тресты энергия идаралығы һәм эвакуацияланған Войков исемендәге Новочеркасск заводы нигеҙендә 1942 йылдың 10 сентябрендә һуңыраҡ Копейск ремонт-механик заводы тип үҙгәртеләсәк Копейск рудоремонт заводы эш башлай.

1950-се йылдарҙа Туғайкүл һыуы торбалар ярҙамында Ҡорлаҙы күленә ағыҙыла, ә элекке күл урынына күмер разрезы ойошторола[3]. </ref>.

Хәтер үҙгәртергә

1990-сы йылдар башында Рәсәйҙә казаклыҡ традициялары тергеҙелә. Копейск ҡалаһында «Туғайкүл станицаһы» ҡала казак йәмғиәте ойошторола. Уның составына Потанин, Вахрушев, Козырев, Бажов, ремонт-механик заводы ҡасабаһы, Смолинский (Силәбе ҡалаһы) инә. Йәмғиәт вәкилдәре араһында 400-гә яҡын тоҡомло казак теркәлгән.

Ҡала тарихында Туғайкүлдә борондан йәшәгән нәҫелдәр фамилиялары: Сорокиндар, Медведевтар, Шелеховтар һаҡланған.

Ҡасабала Копейск ремонтн-механик заводы — «Силәбе күмер компания»һы ААЙ-е филиалы эшләй.

Казактар «Туғайкүл» территорияһы концепцияһын булдырған. Уның нигеҙендә ҡунаҡхана, ат һарайҙарынан, зоопарктан, йәшел беседкаларҙан һәм кәмә станцияһынан торған этноауыл ландшафтын яңынан тергеҙеү идеяһы ята. Ә Туғайкүл һаҙға әйләнмәһен өсөн, уның һыуы ағын булырға тейеш. Һыу ятҡылығында мотлаҡ балыҡ үрсетелергә тейеш[3]. </ref>.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә