Тухоль ҡарағайлығы
Тухоль ҡарағайлығы (пол. Bory Tucholskie) — Польшаның төньяғында, Брда һәм Вды йылғалары араһында урынлашҡан Тухоль ҡалаһы янындағы ҙур урман массивы. Бында 2010 йылда ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһына индерелгән «Тухоль ҡарағайлығы» Милли паркы урынлашҡан[1].
Тухоль ҡарағайлығы | |
Дәүләт | Польша |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Померания воеводалығы[d] һәм Куявско-Поморское воеводство[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 110 метр |
Майҙан | 322 500 гектар |
Рәсми сайт | borytucholskie.org.pl |
Тухоль ҡарағайлығы Викимилектә |
Ландшафты
үҙгәртергәҺуңғы боҙлоҡ дәүерендә формалашҡан төбәк. Артыҡ бейек булмаған ҡалҡыулыҡтарҙан һәм боҙлоҡтарҙан һуң ҡалған 900-ҙән ашыу күлдән тора. Урман майҙаны — 3200 кв. километр самаһы, шуға ла ул Польшала һәм Үҙәк Европала иң ҙур урман массивы тип иҫәпләнелә. 1996 йылда урмандың 46,3 кв. километрға тигеҙ өлөшө «Тухоль ҡарағайлығы» Милли паркына бүленә. Территорияның яҡынса 30 процентында Kociewiacy халҡы төпләнеп йәшәй. Биләмәләге иң ҙур ҡалалар — Тухоль һәм Черск.
Тарихы
үҙгәртергәГермания империяһы дәүерендә урман биләмәһендә медицина тикшереүҙәре менән шөғөлләнеүсе хәрби база урынлаша.
1939 йылда, фашистар Польшаға баҫып ингән ваҡытта, Икенсе донъя һуғышы башында, һуғыш Тухоль ҡарағайлығында бара.
Тиҙҙән немец ғәскәрҙәре элекке тикшеренеү базаһы биләмәһен тулыһынса баҫып ала һәм Truppenübungsplatz Westpreußen , йәки Heidekraut[2] тип атай.
1944 йылдың авгусынан 1945 йылдың ғинуарына тиклем Ганс Каммлер һәм Вальтер Дорнбергер командалыҡ иткән СС ғәскәре ФАУ-2 ракеталарын һынау менән шөғөлләнә. 1945 йылдың ғинуарында, биләмәне Ҡыҙыл Армия азат иткәнгә тиклем, СС ғәскәре эвакуациялана.
Икенсе донъя һуғышынан һуң урманда антикоммунистик рухтағы партизандар йәшеренә.
«Кеше һәм биосфера» программаһы
үҙгәртергә2010 йылдың июнендә ЮНЕСКО-ның «Кеше һәм биосфера» программаһы сиктәрендә Тухоль ҡарағайлығы айырым биләмәгә бүленә . «Тухоль ҡарағайлығы» Милли паркы, шулай уҡ буфер зонала урынлашҡан 25 тәбиғәт ҡурсаулығы төп зонаға индерелә. Тухоль, Вдецкий, Вдзыдзеский һәм Заборский төбәк ландшафт парктары буфер зонаһына инә. Шулай уҡ күсеш зонаһы ла бүленеп ҡуйыла, уға Тухоль ҡалаһы һәм яҡындағы райондар инә. Төп зона 78,8 км², ә өс зона бергә 3195 км²[3] майҙанды биләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Tuchola on profile Forest www.unesco.org (инг.)
- ↑ Heinz Guderian: Erinnerungen eines Soldaten, «ден am an … und Ich 3.9 Kurt hatte wiedergesehen Sohn mich Türmen meinen dabei Kulm von, Geburtsstadt meiner, erfreut, vom Ostufer Weichsel herüberwinkten die der. … Am auf dem ihren Gruppe Waldgefechten und bei Graudenz deutschen endete Truppenübungsplatz westlich alten 4.9.», 1951, [1] (нем.)
- ↑ Website of the Reserve of Forest Tuchola Website Biosphere (пол.)